Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

Һуғыш балалары, берләшәйек!

Беҙ – тере, йәшәйбеҙ әле, ти ололар “Һаҡмар” гәзитендә Ишмырҙанан Сания һылыуҙың һуғыш балаларын үҙ һүҙҙәрен әйтергә саҡырыуы булды. Һүҙ юҡ, нигеҙле борсолоу, һыҡрау. Сөнки олоғая төшһәң, ошо көнгә етеүеңә мең шөкөр итәһең дә, бала сағың, күргән ҡайғың, тормош хәсрәтең, төндәрең олоға хас йоҡоһоҙлоҡтан уй-хистәреңде сисеүгә һала. Хәйер, мин ул хистәрҙе, уйланыуҙарҙы төрлө ергә, төрлө өлкәгә, хатта ил Президентына ла яҙғыланым. Әммә зарлы ауаздар яуапһыҙ ҡала.

Һүҙ ҡоро булмаһын. Минең яҙмалар (бөтәһе түгел): “Һай, төндәрең оҙон шул, ҡыш” (“Һаҡмар”, №44, 21.04.2015), “Ҡәһәрләнгән быуынмы әллә беҙ...” (“Ауыл уттары”, №69, 26.09.2019), “Мысай икмәге ашап” (“Һаҡмар”, №44, 19.04.2008), шул уҡ (“Киске Өфө”, №18, 6.05.2017), “Дети войны возрождали страну” (“Ветеран Башкортостана”, №10, 2016) һәм В.В. Путинға мөрәжәғәт яҙыуым (8.04.2016).
Бик күптән “Һуғыш осоро балалары” исемле папка асҡанмын (инде икенсеһе лә ҡалынайҙы). Күп яҙалар. Әммә уларҙы ишетеүсе юҡ бит. Мәҫәлән, Ю.Раевтың “Атайһыҙ балаларҙың күҙ йәштәре әсе” һ.б. Күптән ауыл биләмәһе ветерандарын “етәкләйем”. Тәүге көндәрҙән уларҙың исемлеген төҙөнөм. Иҫәп алып барыла. Әле генә нисәмә ололарыбыҙ арабыҙҙан китте! Яҙмам биттәре ҡыҙыл түңәрәктәр менән биҙәлде...
Күп яҙыуҙан, әгәр ул “ишетелмәй” икән, ни фәтеүә?! Әллә район күләмендә “Һуғыш балалары” ойошмаһы төҙөп, һуңынан республикала ла ойошма асһаҡ, дәүләтебеҙ етәкселегенә тәьҫир итә, уларҙы уйландыра алыр инек. Ойошма юридик яҡтан нығытылып, үҙ программаһы булырға тейештер. Эш тик һораныуға ҡайтып ҡалмай ҙа һуң. Үҙ-ара аралашыу, ярҙамлашыу ҙа бар бит. “Беҙ тере, йәшәйбеҙ әле!” булһын ине һүҙебеҙ. Районыбыҙҙа әле тере һуғыш ветерандары бармаҡ менән һанарлыҡ. Улар яу ҡырында, ә беҙҙең быуын тыл фронтында ыҙаны аҙ сикмәне бит. Бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалмаҫ элек үҙебеҙҙе-үҙебеҙ хәстәрләйек, тимәксемен.
Яҙғанымды В.Путинға мөрәжәғәтем менән тамамлайым. Ул бер ҡайҙа ла баҫылманы. Яуап та булманы.
Й. Ҡашҡаров.
Многоуважаемый Владимир Владимирович!
Когда же появится Закон о детях войны? Ведь мы перенесли, выносили все невзгоды войны, восстановили разрушенное, возродили страну, созидали в надежде во имя светлого будущего. Но не привыкли роптать. Мы пока не требуем каких-то льгот, вознаграждений. Надемся, что они будут. А просим лишь признание наших заслуг перед страной и хотя бы выдачи знака отличия с соответсвующим документом-удостоверением.
Читайте нас