Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

Әсәйем булһа, мин дә иркәләр инем...

Күңелде әрнеткес был һүҙҙәр 2 йәштә генә әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалып, атаһы ҡулында тәрбиә алған Таһир ауылында йәшәүсе 10 бала тәрбиәләп үҫтергән Герой-әсә Сөйөмбикә Ғиззәт ҡыҙына ҡағыла.

Сөйөмбикә көҙ айының алтынға мансылған мәлендә Үрге Таһир ауылында Сәхипъямал һәм Ғиззәт Бикйәновтар ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға килә. Әсә наҙына иркәләнеп йәшәр мәлендә генә әсәһе ҡапыл мәрхүмә булып ҡала. Әммә атаһы етемлек тойғоһон кисерергә бирмәй – атай ҙа, әсәй ҙә үҙе була. Ҡыҙҙарына ла, улына ла үҙ өлгөһөндә лайыҡлы тәрбиә бирә. Был мәлдә Ғиззәт олатай һарыҡ фермаһында бригадир булып эшләгән була. Шуға ла Сөйөмбикә Ғиззәт ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп: “Атайым Үрге Таһир ауылының арҙаҡлы кешеләренең береһе ине. Атайыма эйәреп, 9 йәштән һарыҡ бәрәсен ҡараным. Бер мәл Берлек яланына күсеп киттек. Башланғыс белемде алыу өсөн йәшәгән еребеҙҙән йыраҡ түгел Билал ауылына барҙым. Тик, үкенескә күрә, уҡып бөтә алманым”, – ти ул көрһөнөп.
1941 йыл юҡсыллыҡ осоро була. Таһир ауылына кире күсеп ҡайталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланған саҡта Сөйөмбикәгә ни бары 13 кенә йәш була. Тап ошо мәлдә ул бала сағы менән хушлаша. Ҡайҙа эшсе ҡулдар кәрәк булһа, шунда юллана. Был йылдарын әле булһа ла тәрән көрһөнөп иҫкә ала ул: “Колхозға 50 күбә бесән эшләһәң генә сабынлыҡ бирелә. 100 баш һарыҡтан 110 бәрәс тыуырға тейеш. Йорт хужалығындағы һәр һыйырҙан 10 кг май тапшырырға кәрәк ине”.
Әсә наҙынан мәхрүм ҡалған был ҡыҙҙың иңдәренә ауыр йылдар тура килә. Өҫтөндә кейем юҡ, йәй аяҡта сабата, иҡата (итек башы), ҡыш – тишек-тошоҡ быйма. Ярай әле фронттағы берҙән-бер ағаһы Шәриф Бикйәнов ярҙамға килә. “Шәриф ағайым 1938 йылда фин һуғышында, 1940-1941 йылдарҙа Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашты. Һуңынан махсус курстар тамамлап, дәүләт именлеген һаҡлау буйынса халыҡ комиссариатында эшләне. Ул беҙгә һәр саҡ кейем менән ярҙам итеп торҙо. Ул Сталинды яҡшы белгән икән. Беҙ быны йылдар үткәс кенә ишетеп ғорурландыҡ”, – тип хәтер ебен һүтә.
Сөйөмбикә Ғиззәт ҡыҙы 1948 йылда һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтҡан Барый Иҙрис улы Нурғәлин менән тормош юлын бәйләй. Йәш ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы 10 бала донъяға килә. Һәр яҡтан өлгөлө булған тырыш, ныҡыш, таһыллы ҡатын донъя көтөргә лә, колхозда эшләргә лә өлгөрә. Ул ғына ла түгел, тормош иптәшенең Ғөбәйҙә апаһының етем тороп ҡалған 3 ҡыҙын был ғаилә үҙ ҡанаты аҫтына алып, оло тормош юлына оҙата. Үҙҙәренең балалары ла үҫә төшөп, мәктәп йәшенә етәләр. Ғаилә башлығы совхоз эшенән бушамай. Сөйөмбикә балаларына кейем һатып алыу өсөн йыш ҡына Түбә баҙарына барып бесән һата. Нисек кенә ауыр булмаһын, 5 ҡыҙына ла юғары белем алырға ярҙам итә улар. Ҡыҙҙарҙың икеһе педагог, икеһе табип, береһе тәрбиәсе һөнәрен һайлай. Улдарының өсөһө Коми АССР-ында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә, ә икеһе әсәйебеҙ янында донъя көтә. Балаларының уңышына һөйөнөп йәшәргә генә ҡала. Әммә, үкенескә күрә, 60 йылға яҡын бергә ғүмер иткәндән һуң атайыбыҙ мәрхүм булып ҡалды.
Таһир ауылының лайыҡлы ағинәйе, тура һүҙле һәм ихлас күңелле ҡәҙерле кешебеҙ, хеҙмәт ветераны Сөйөмбикә Ғиззәт ҡыҙы бөгөн дә тормошобоҙҙоң йәме булып, атайыбыҙ нигеҙен һаҡлап йәшәй. Һарай тултырып мал көтә. Өҫтәленән боҫрап ҡайнап ултырған самауыр төшмәй. Балаларын тәм-том бешереп, йылы икмәк менән ҡаршы ала. Уның йомарт ҡулы менән таратҡан күстәнәстәре илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәгән 14 ейән-ейәнсәренә, 8 бүлә-бүләсәләренә лә барып етә.
Алтынға мансылған көҙ айының иң матур көндәренең береһендә донъяға килгән Герой әсәйебеҙ Сөйөмбикә Ғиззәт ҡыҙына киләсәктә лә бәрәкәтле ғүмер теләп, ауырымай-һыҙланмай, балаларының изгелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ.
Нәғимә Нурғәлина,
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Читайте нас