Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00
Нисек йәшәйһең, ауыл?
Билал ауыл биләмәһенә ҡараған Һәмән ауылы үҙенең уңған, эшһөйәр, бөтмөр, рухлы халҡы менән элек-электән билдәле. Күптән инде күмәк хужалыҡтың тарҡалыуына ҡарамаҫтан, һәмәндәр бер ҙә баҙап ҡалмаған: бөгөн бында яңы йорттар ҡалҡа, йәштәр ғаилә ҡора, шәхси хужалыҡтар үҫешә. Бөтәһе 95 йортта 343 кеше йәшәй. Һәр кем үҙ йүнен үҙе күреп йәшәргә тырыша, фермер хужалыҡтары үҫешә, һыйыр малы, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетеүселәр һаны арта. Ауыл абруйлы ғаиләләре менән дан тота.
Һәмән – уңғандар һәм рухлылар төйәге
Улар араһында мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы менән ауыл хужалығы производствоһы ветераны, ауыл старостаһы Зәйнулла Хәсән улы Әминевтар, Рәйлә менән Рәфҡәт Кинйәбулатовтар, Әлиә менән Радик Асҡаровтар, Айһылыу менән Рауил Йәнгилдиндар, Рәмилә менән Рафиҡ Әминевтар, әәлиә һәм Әмир Асҡаровтар, Шәүрә һәм Илшат Үҙәнбаевтар, балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән Зәбир Боҫҡонов һәм Рәсүл Кинйәбулатовтар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Фермерлыҡ йүнәлешенә йөҙ борған, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереүгә күп көс һалған ғаиләләр күп бында. Әйтәйек, Әсләм Ишморатов, Әхмәр Сабанбаев, Илшат Әминев, крәҫтиән-фермер хужалығы асып, малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Мансур Сабанбаев үҙенең шәхси хужалығында һарыҡ үрсетеүҙән яҡшы табыш алһа, Йәҙгәр Күсәрбаев иһә 1000-гә яҡын бройлер, 400 самаһы ҡаҙ үҫтерә.
Шәхси хужалыҡтарҙа техника-агрегаттар һаны йылдан-йыл арта, әле һәмәндәр ең һыҙғанып малсылыҡ тармағын ҡышҡа хәстәрләй – бесән әҙерләй.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"