Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабрь 2020, 21:00

Матур ғаилә – ил күрке

Һәмән ауылы үҙенең уңған, матур ғаиләләре менән данлы. Гөлгөнә һәм Мораҙым Асҡаровтар кеүек һыйыр ағын эшкәртеп, ит, һөт, май һатып, шунан килем алыусылар күп. Ғаиләләге дүрт малай – ата-әсә терәге.

Шәфҡәт менән Заһит әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, юғары белем алды, хеҙмәт юлын башлап ебәрҙеләр.Иҙел мәктәптә һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнаны, быйыл Өфөлә уҡыу йортонда белем алыуын дауам итәсәк. Улдары Камил урындағы мәктәптең 4-се класына уҡырға барасаҡ. Ысынлап та, улдарынан уңды Асҡаровтар. Гөлгөнә өс тиҫтә йылға яҡын ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе булып эшләй. Тормош иптәше иһә совхоз ваҡытында һөт ташыу машинаһында эшләне, әлеге ваҡытта “Колибри” теген цехы хеҙмәткәре.

Гөлнара һәм Фаяз Үҙәнбаевтар, һыйыр малын күпләп көткән Асҡаровтарҙан айырмалы рәүештә, өйөр-өйөр йылҡы аҫрай.

Ат йәнле Фаяз улы Фәнүзде лә бәләкәйҙән ат ҡарарға өйрәтә. Төрлө ат спорты ярыштарында Үҙәнбаевтар һәр саҡ еңеүселәр булып таныла. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлнара бөгөн шәхси эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Ата-әсәһенә һәр ваҡыт ярҙам итеп, хеҙмәттә сынығып үҫкән ҡыҙҙары Яҙгөл менән улдары Фәнүз тормошта үҙ урындарын тапты. Матур ғаилә ҡорҙолар.
Биш бала тип әйтеүе генә анһат?!Улар бәхетле йәшәһен өсөн барлыҡ тырышлыҡты һалырға кәрәк. Тырышлыҡ та, түҙемлек тә етерлек Кинйәбулатовтарҙа. Айгүзәл, Уралиә, Айзилә – мәктәп уҡыусылары. Йыр-моңға маһир, белемгә ынтылышы көслө ҡыҙҙар – мәктәптең ғорурлығы. Кескәй Вилдан менән Гөлнара апайҙарын мәктәптән һағынып көтөп ала. Фәнис ҡайҙа ғына эшләһә лә, уңғанлығы менән алдырҙы. Яратып әҙерләгән аш-һыуы менән йылмайып ҡаршы алыусы Земфираның күңел йылыһы барыһына ла етерлек.

Ошондай күркәм ғаиләләр барҙа, балаларҙың шат тауыштары яңғырап торғанда ауылдың киләсәге лә яҡты булыр.
Читайте нас