Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә

Ураҡ - 2018 Һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуы аграрийҙарға урып-йыйыу эштәрен атҡарыуҙа һынау артынан һынау ҡуя. Һуңғы көндәрҙә ямғыр яуыуы йәнә ураҡ темпын тотҡарланы. Шуға ҡарамаҫтан, район игенселәре аяҙ көндөң һәр минут-сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, ашлыҡты мәлендә һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға тырыша. Күп кенә фермер хужалыҡтары иген культураларын йыйып алыуҙы тамамланы ла инде. Байыштан “Ғ.Рәхмәтуллин” КФХ-һы ла урып-йыйыу эштәренә нөктә ҡуйҙы.

Шуныһы һөйөнөслө, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа фермерлыҡ йүнәлеше ныҡлап үҫешә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта. Элекке данлыҡлы “Йылайыр” совхозының Байыш, Янғаҙы, Ҡарамалы бүлексәләрендә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бөгөн фермерҙар эшкәртә, иген һәм мал аҙығы культуралары сәсә. Байыш ауылынан Ғәҙел Рәхмәтуллин, Әлифә Ҡолмөхәмәтова, Рафиҡ Рәсүлев, Рөстәм Әлибәков, Ишмөхәмәттән Мансур Ишмөхәмәтов, Рафаэль Йәрмөхәмәтов, Ғәлинур Ишмөхәмәтов, Янғаҙынан Юлай Тимербулатов һәм Риф Барлыбаев иң уңышлы эшләгән фермерҙарҙан һанала.
Бәләкәйҙән ергә ерегеп үҫкән, техника ене ҡағылған Ғәҙел Рәхмәтуллин игенселек менән Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай – бынан һигеҙ йыл элек ул 150 гектарҙа иген культуралары сәсә һәм яҡшы уңыш үҫтереп ала. Буласаҡ агроном беҙҙең төбәк шарттарында ауыл хужалығы культураларын үҫтереү үҙенсәлектәрен ныҡлап өйрәнә, әкренләп тәжрибә туплай, уй-ниәттәрен бойомға ашыра. Бөгөн инде был фермер хужалығы тотороҡло эшләүсе, йылдың-йылы яҡшы уңыш үҫтереп алыусы бәләкәй предприятиелар рәтенә баҫты. Быйыл уның сәсеү майҙандары структураһы 496 гектарға етте һәм бойҙай, арпа, һолонан йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алынды. Гектар ҡеүәте уртаса 15 центнер тәшкил итте.
Шуныһы үҙенсәлекле, йәш фермер кампаниялар ваҡытында игенселек технологияһын аныҡ күҙәтеп эшләй, сәсеү әйләнешенә етди иғтибар бүлә, йыл да 200-250 гектарҙа ерҙе мотлаҡ рәүештә эшкәртә. Беҙҙең төбәк өсөн ят булған сорттар үҫтереүгә йөҙ бора. Быйыл, мәҫәлән, бойҙайҙың “альбидум” һәм “геракл” сорттарынан яҡшы уңыш үҫтереп алған.
“Ғ.Рәхмәтуллин” КФХ-һы йылдан-йыл үҙенең техник потенциалын нығыта, производство ҡеүәттәрен арттыра бара. ДОН-1500 А комбайны, ике берәмек МТЗ-82.1 тракторы, етерлек ауыл хужалығы машиналары мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡты тотҡарлыҡһыҙ атҡарып сығыу мөмкинлеге бирә. Урып-йыйыу эштәрендә Ғәҙелгә бер туған ҡустыһы Ансар ҙур ярҙам күрһәтте – ул тракторҙа ашлыҡ ташыуҙа эшләне.
Ғәҙел Рәхмәтуллин кеүек өмөтлө йәш фермерҙар – тармаҡтың һәм ауылдарыбыҙҙың киләсәге ул. Ундайҙарҙан үрнәк алайыҡ!
Азамат Мөхәмәтшин.
Автор фотоһында: Ғәҙел менән Ансар Рәхмәтуллиндар.
Читайте нас