Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00

Баймаҡта... чупакабра йөрөй!

Ҡош-ҡортто ҡырған йәнлектең буйы 20 сантиметрҙан да артмай“Йә, хоҙай, был ни хәл?! Чупакабра тигән нәмәнең ҡайтыуы ошомо инде!”Бер төн эсендә илленән ашыу ҡаҙынан, утыҙҙан ашыу өйрәгенән яҙған хужабикәне йыуатыр һүҙҙәр ҙә табырлыҡ түгел ине. Шулай булмай ни, ҡаҙ-өйрәкте ул иртәрәк өлгөрһөн тип апрелдә үк алған. Һыуыҡҡа тейҙермәй, үлтермәй көҙгә тиклем алып барып еткергән. Һәм бер төн эсендә уларҙың барыһын да ниҙер ҡырып сыҡҡан. Ҡаҙ-өйрәктең ҡара күк төҫтә булыуына, башҡа бер ере лә ашалмауына ҡарағанда, уларҙың ҡаны ғына һурылғаны аңлашыла ине.

Күп тә үтмәне, ошондай уҡ хәл ҡаланың, бер нисә ауылдың хужалыҡтарында ҡабатланды. Ҡот осҡос хәл. Ҡасандыр бар донъяны шаулатҡан чупакабра әйләнеп ҡайттымы икән, тип тә уйларһың. Әммә ысынбарлыҡ күпкә ябай булып сыҡты. Баймаҡ ветеринария хеҙмәте белгестәре әйтеүенсә, ҡош-ҡортто көҙән ҡыра. Буйы 40 сантиметрҙан үтмәгән был хайуандың мәскәй ҡылығы хайран ҡалдыра. Ул ашай, ҡанын һура алмаған ҡоштарҙы ла барыбер ҡырып сыға – береһен дә ҡалдырмай. Шулай уҡ хужалыҡта ҡош-ҡорт тороп ҡалһа, ул мотлаҡ яңынан әйләнеп килә. Унан һаҡланыу өсөн ҡапҡан ҡуйырға кәңәш итәләр. Ҡоштар торған ерҙең иҙәнен нығытыу ҙа мотлаҡ. Сөнки көҙән туң ерҙе лә ҡаҙып инеүе менән айырыла. Һыуға яҡын урынлашҡан хужалыҡтарға айырыуса хәүеф янай. Сөнки көҙән һаҙлыҡ, һыу буйҙарын үҙ итә.
Ҡош-ҡортто ҡырған тағы бер хайуан – йәтсәнең буйы 20 сантиметрҙан артмай. Ул көҙән кеүек мәскәй булмаһа ла, хужалыҡҡа ҙур зыян килтерә. Йәтсә лә ҡош-ҡорттоң ҡанын эсергә ярата. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: был хайуандан ҡоштар бөтөнләй ҡурҡмай, һөҙөмтәлә ҡорбанға әүерелгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Йәтсәнең тағы бер алама ғәҙәте – ул аттарҙың еҫен ярата. Йәтсә, йылҡы торған ергә инеп, атты төнө буйы ҡытыҡлап сыға. Шуға күрә аттарығыҙ төнө буйы үрәпсеп, кешнәп сыҡһа, тимәк, уның янында йәтсә йөрөй. Ошо бәләкәй генә хайуан аттарҙың таңға тиклем хәлен алыуы бар.
Көҙән, йәтсәләр айырыуса көҙгә ҡарай әүҙемләшә. Шуға күрә һаҡ булығыҙ. Кәртә-ҡура янында ҡый өйөмө йыймағыҙ. Ҡоштарҙы ҡырыусы көҙән менән йәтсә шунда оя ҡорасаҡ. Һәм, әлбиттә, кәртә-ҡураны нығытыу сараһын күрегеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас