3-сө мәктәптең 7-се “А” класы уҡыусыһы Илмир Моратов район-ҡала халҡына яҡшы билдәле. Үҫмер тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ҙур эш башҡара. Яҙ-йәй айҙарында ул ҡала янындағы, урмандағы, күл тирәһендәге ҡыйҙы йыйып, үҙ миҫалына башҡаларҙы ла ҡушылырға саҡырғайны. Хәҙерге ваҡытта Илмир “Шыршыларҙы ҡырҡмайыҡ!” акцияһын иғлан итеп, кешеләрҙе уға ҡушылырға саҡырҙы. “Йыл һайын Яңы йыл байрамы үтеп киткәндән һуң унда-бында аунап ятҡан шыршыларҙы күреп йөрәк әрней. Әгәр кеше ағастарҙы йорт һалыу, пиломатериал әҙерләү өсөн тотонһа, аңлашылыр ине. Байрамды биҙәү өсөн яһалма шыршылар ҙа бар бит. Уларҙы һатып алып ҡуһалар, әллә нисәмә йылдарға етер ине. Бер шыршы ҙурайып үҫеп киткәнсе күпме ваҡыт талап ителә! Шуға күрә мин кешеләрҙе шыршыларҙы Яңы йылға ҡырҡырға түгел, ә яҙлы-көҙлө уларҙы ултыртырға саҡырам”,-ти Илмир.
Үҫмерҙең тәбиғәткә булған һөйөүен, изге теләктәрен башҡалар ҙа күтәреп алыр, тип ышанабыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.