Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2020, 19:05

“...Бер генә һүҙ әйтһә лә – афарин!..”

Күмәк балаларҙың күңелле шаулашып, кабинетыма килеп инеүе, уйҙар йомғағын ҡапыл өҙөп, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мәжбүр итте.- Кисә яҙған диктантымды тикшерҙегеҙме? Минең эшем нисек икән?- тип ҙур күҙлек кейгән малай миңә һораулы ҡарашын төбәне. Шул ҡалын быялалар аша бигерәк уҫлаптай күренгән, йәйҙең аяҙ күге кеүек зәңгәр күҙҙәрҙе күреп, йылмаймайынса түҙә алманым.Бигерәк илгәҙәк, хатта ҡара тырыш ошо Юра исемле малай. Уның ололарса баҡҡан аҡыллы ҡарашы менән дәрес мәлендә осрашһам, ошо төркөмөм менән уғата ихласлыҡ һәм йылылыҡ һалып аралашырға тырышам.

Күмәк балаларҙың күңелле шаулашып, кабинетыма килеп инеүе, уйҙар йомғағын ҡапыл өҙөп, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мәжбүр итте.

- Кисә яҙған диктантымды тикшерҙегеҙме? Минең эшем нисек икән?- тип ҙур күҙлек кейгән малай миңә һораулы ҡарашын төбәне. Шул ҡалын быялалар аша бигерәк уҫлаптай күренгән, йәйҙең аяҙ күге кеүек зәңгәр күҙҙәрҙе күреп, йылмаймайынса түҙә алманым.

Бигерәк илгәҙәк, хатта ҡара тырыш ошо Юра исемле малай. Уның ололарса баҡҡан аҡыллы ҡарашы менән дәрес мәлендә осрашһам, ошо төркөмөм менән уғата ихласлыҡ һәм йылылыҡ һалып аралашырға тырышам.

- Беҙ “Һеңлекәш” фильмын кисә барып ҡараныҡ, класс етәксебеҙ Людмила Алексеевна фильм башынан аҙағынаса иланы ла ҡуйҙы.

- Ә ни өсөн Йәмилдән Оксана бигерәк бейек ул, һеңлеһе лә инде?

- Бөгөн ниндәй тема үтәбеҙ?

- Ҙур “Һ” хәрефе нисек яҙыла әле?

Дәрес әле лә балаларҙың мең төрлө һорауына яуап биреүҙән, фильм тураһында әңгәмәнән башланып китте. Шулай көндәгесә, өйрәнгәнсә, ғәҙәти, һәр саҡ...

6-сы класымдың был төркөмөндә башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнгән балалар ултыра. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы һәм характеры, белем кимәле төрлөсә. Беренсе партала ултырған ҡыҙсыҡ быйыл ғына Нижневартовск ҡалаһынан күсеп ҡайтҡан. Ғаиләлә аралашыу тик рус телендә булғанға һәм предмет булараҡ өйрәнмәгәнгә күрә, телде үҙләштереү бик ауырлыҡ менән бара. Икенсе партала ултырған сая ҡарашлы үҫмер малай әсәһе башҡорт, атаһы рус милләтле ғаиләлә үҫә. ”Минең туған телем- башҡорт- ти ул, - әсәйем яғынан шәжәрә лә төҙөп алдым”. Милләт, тел проблемаларына дәрестә бәхәсләшергә ярата, Миңзәлә Яхинаның йырҙарына мөкиббән.

Дәрес бөтөүҙе тантаналы иғлан итеп, ҡыңғырау шылтыраны. Алтынсылар сығып та өлгөрмәнеләр, оҙон-оҙон ҡыйыу аҙымдар менән шартлата баҫып, Кавказ ир-егетенә генә хас ҡарашынан ут сәскән Армен исемле уҡыусым килеп инде.

- Һаумыһығыҙ! Һорарға мөмкинме? Минең контроль эшемә “дүртле” билдәһе булған. “Биш”кә төҙәтергә буламы? Икенсе һорауым бар, мин һеҙҙән башҡорт теленән өҫтәлмә дәрестәр ала аламмы?

- Ни өсөн бик дәртләнеп киттең әле, Армен?

- Бәй, мин тыуған ер – Башҡортостан, Баймаҡ ҡалаһы. Был ерҙән мин бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, атайымдың һатыу бизнесын дауам итәм. Ерле халыҡтың телен белеү миңә мөһим! – тип ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләргә кереште.

Кис етте. Балаларҙың сағыу тауышынан мәктәп коридоры бушап, моңайып ҡалғандай булды. Бөгөн аралашҡан уҡыусыларымдың яҡты йөҙҙәрен, мең төрлө һорауҙарын, бәхет сатҡылары балҡытҡан эскерһеҙ күҙҙәрен күҙ алдыма килтереп, әҫәрләнеп, кабинетымдан сыҡмай ултырам әле.

Эйе, республика күләмендә тел мәсьәләһендә бер нисә йыл эсендә апаруҡ ҡына үҙгәрештәр булды. Ата-әсәйҙәргә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, мәктәп администрацияһына, мәғариф бүлеге етәкселегенә бик күп бәхәстәр аша үтергә тура килде. Туған телде ата-әсәйҙәрҙең ғаризаһы нигеҙендә уҡытыу ойошторолдо. Ун-ун биш йыл элек башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән төркөмдәрҙә уҡыусылар һаны дәүләт теле булараҡ уҡытылған төркөмдәрҙән күпкә әҙерәк ине. Сөнки башҡорт телен насар белгән йәки күп төрлө сәбәптәр арҡаһында бөтөнләй өйрәнмәгән балалар телде дәүләт теле итеп өйрәнде. Бөгөн күпселек ата-әсәйҙәр аңлы рәүештә улын һәм ҡыҙын үҙ туған телен өйрәтеү маҡсатында ғариза яҙып дөрөҫ эшләй.

Йәшермәйем, туған телен төрлө кимәлдә белгән балалар менән шөғөлләнеү - мәшәҡәтле эш. Әлегә “з” һәм “ҙ”, “г” һәм “ғ” өнөн йыш бутаһа ла, телмәр тотҡанда һөйләм төҙөлөшө яңылыш китһә лә, был балаларҙың күҙҙәре тыуған еренә, теленә оло һөйөү менән балҡый, йөрәктәрендә милләттәшенә ихласлыҡ, толерантлыҡ тойғоһо ярылып ята. Ошо мөхәббәт орлоҡтарының тәүге шытымдарын һалыусы уҡытыусының был процеста роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәр заманда ла милләт яҙмышын хәл иткән, иңенә оло яуаплылыҡ алған зат булды. Уҡытыусының киләсәк быуынға тәрбиә өлгөһө, йәмғиәттең әхлаҡ маяғы булыуы хаҡында пафослы яңғыраған телмәр тотҡом килмәй. Һүҙем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән рус һәм башҡа милләт балаларына еребеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам тәрбиәләү, туған телем – башҡорт теле тиеп өйрәнгән уҡыусыларыбыҙҙы милләтенең ысын патриоты итеп тәрбиәләү тураһында һүҙ бара.

Ҡайһы бер ата-әсәйҙәрҙең башҡорт телен өйрәнеүҙе бала елкәһенә һалынған артыҡ йөк итеп күреүе аңлашыла. Сөнки был сәғәттәр урынына бала ваҡытын берҙәм дәүләт имтиханы биргән предметтар менән шөғөлләнеүгә бүлер ине. “Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ, ялан да иркен” булыр ине. Әҙәм балаһы ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ рухи аҙыҡҡа мохтаж, күңеле йән йылылығы көҫәй. Ошо мәлдә туған тел серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусы ярҙамға килә. Бала күңеле матурлыҡҡа ынтыла, уны яңы мәғлүмәт, башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр ылыҡтыра. Әгәр ҙә тәрбиәләүсе илаһи затҡа тиң икән, тәрбиәләнеүсе лә ошо камиллыҡты ҡабул итә. Бында уҡытыусының тышҡы ҡиәфәте, ипле, бөхтә кейеме беренсе тәьҫорат ҡалдыра. Һәр саҡ күтәренке кәйеф менән аралашыу, уҡыусыларға үтә лә иғтибарлы булыу, уларҙың мәҙәниәтен, динен, йәшәйешен хөрмәт итеүҙе асыҡтан–асыҡ белдереү, фекерен тыңлай һәм хөрмәт итә белеү, башҡорт телен түбән кимәлдә белеүселәргә бар коллектив менән ихлас күңелдән ярҙам ойоштороу ҙур роль уйнай. Уҡытыусы дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа тик башҡорт телен данлау менән генә сикләнмәй, шул миллләттән булған балаларҙың мәҙәниәте менән сағыштырмаса алып барһа, тәрбиәүи эффекты ла көслөрәк була. Мәҫәлән, мәктәптә үткәрелгән “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе башҡорт һәм рус телендә алып барылды. М.Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғыры ике телдә яңғыраны. Башҡорт һәм рус балаларының да күңеленә хуш килде. “Шиғырҙы туранан-тура тәржемә итеп булмай икән дә баһа”, тигән һығымтаға килде улар. Һүҙ барышында башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр ҡыҙыҡһындыра, тиеп әйтеп үткәйнем. Башҡорт халҡының шанлы, данлы тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыу уларға милләткә, башҡорт теленә булған һөйөүен үҫтереп кенә ебәрә. Мәҫәлән, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәт биргәндә, уның тураһында тәүге сығанаҡтарҙың рус яҙыусылары яҙмаларында табылыуы, батырыбыҙға арналған Рәсәйҙәге иң ҙур атлы скульптураның да авторы дагестанлы Сосланбек Тавасиев булыуына һоҡланыу ҡатыш ғәжәпләнәләр. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының бөйөк немец яҙыусыһы Гете менән осрашыуы, сиркәү башына ҡаҙалған башҡорт уғы хаҡында мәғлүмәткә хайран ҡалалар.

Мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙе, уға ҡарата оло хөрмәт, рух ныҡлығы, милләт-ара толерантлыҡ тәрбиәләүҙе башҡорт һәм сит милләт вәкилдәренә айырмайынса, киреһенсә, бер ғаилә, мәктәп йәмғиәтенең бер ячейкаһы итеп ойошторғанда ғына маҡсаттарға ирешергә булалыр, тип уйлайым. Ниндәй генә саралар үтмәһен, улар һәр саҡ бергә, башҡорт балаһы ярҙам ҡулы һуҙа, ә башҡалар уны ихлас ҡабул итә.

Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар дауамында ошо йүнәлештә уҡытыу һәм тәрбиә эше уңышлы алып барыла. Башҡорт балаларына үҙ туған телен, сит милләт балаларына башҡорт телен өйрәнеүгә, телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусыларыбыҙ йыл һайын предмет буйынса район һәм республика олимпиадаһында, “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары” республика йәш сәсәндәр һәм фольклорсылар конкурстарында еңеүселәр булып килә. “Йәнтөйәк” фольклор студияһы төрлө милләт балаларын музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә өйрәтә. 20 йыл буйына бик уңышлы эшләп килгән “Илһам” өлгөлө вокал студияһында төрлө милләт балалары шөғөлләнә, улар репертуарында йырҙар 5 телдә яңғырай. Йыл һайын “Йәйләү” мәктәп лагеры гөрләп эшләй.

Башҡорт телен популярлаштырыу, уны республикала йәшәгән һәр милләт вәкилендә ҡыҙыһыныу уятып, кәрәкле тип табыу фекерен 2019 йылдың апрелендә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1 Бөтә Рәсәй съезында Радий Хәбиров та яҡлап сыҡты. “Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Тағын да шуныһы – туған телдә аралашырға теләүселәрҙе хаталанһа ла, акцент менән йәки диалектта һөйләшһә лә, ситләтмәйек. Бер генә һүҙ әйтһә лә – афарин!” – тине ул. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята.

Бына етенселәрем ашҡынып килеп инде лә бөйөк шәхесебеҙ М.Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмы тураһында кемуҙарҙан фекер алыша башланы. “Миңә иң ныҡ оҡшағаны - Оксана менән Йәмилдең дуҫлығы. Улар – халыҡ-ара татыулыҡ символы, эйеме? – тип йылмайҙы Вася...

Миләүшә Азаматова, 2-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Читайте нас: