Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2020, 15:30

Ышаныслы водителдәр

Улар - балаларҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплы. #Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020#ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон

#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020
#ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны
#СтарыйСибайБаймакскийрайон
Ошо көндәрҙә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Элек-электән был һөнәрҙе һайлаусыларға халыҡ айырым ихтирам менән ҡараны. әле лә шулай. Сөнки водитель булып ҡыйыу, иғтибарлы, сыҙамлы, көслө кешеләр эшләй.
Беҙҙең Иҫке Сибай урта мәктәбендә лә тап шундай шоферҙар эшләй: Күсәбаев Юлай Гәрәй улы, Бикҡолов Васил Ҡотләхмәт улы, Ғәбитов Ирек Морат улы, Мәүлетҡолов Ишмөхәмәт Ишбулды улы, Мостафин Юлай Ибраһим улы, Иҙрисов Урал Рамаҙан улы. Улар барыһы ла тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы, вазифаларына яуаплы ҡарайҙар. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешенә һәр ваҡыт етди иғтибар бирәләр.
Ә вазифалары ысынлап та яуаплы: көн һайын 6 автобус уҡыусыларыбыҙҙы Сибайға уҡыуға алып барып ҡайта.
Шоферҙарыбыҙҙың һәр береһе тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә була. Барыһы ла ауыл тормошонда актив ҡатнашалар. Бөтәһе лә үҙҙәренең ғаиләләрендә һәйбәт атай, шәхси хужалыҡтары ла етеш, йорттары ла балҡып тора.
Беҙ үҙебеҙҙең водителдәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.
Артабан да уңышлы эшләргә яҙһын, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, тигеҙ юлдар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Ләлә Рафикова.
Читайте нас: