Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 12:35

Иҫке Сибайҙа янғын!

Был йортта атай, әсәй һәм береһенән-береһе бәләкәй 4 бала йәшәгән...

Бөгөн төндә Иҫке Сибай ауылында ҡот осҡос янғын теркәлде. Октябрь урамындағы бер йорт янып юҡҡа сыҡты. Альбина һәм Рәил Күсәбаевтар береһе-береһенән бәләкәс дүрт балала менән (10, 8, 6 йәш һәм 3 айлыҡ сабый) бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалды.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма өйҙөң төпкө бүлмәһендә урынлашҡан булған. Ә ут соландан сыҡҡан. Шунлыҡтан тауыш биреүсе ҡоролма һуң ғына эшләй башлаған. Ярай ҙа әле янғындан бер кем дә зыян күрмәгән.
20 октябргә тиклем бөтә йорттарҙа ла янғын хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса рейд үтәсәк, айырыуса яңғыҙ йәшәгән, ауыр хәлле, инвалидтар булған, күп балалы ғаиләләргә иғтибар биреләсәк, - тине Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев.
Бөгөн һәр өйгә, һәр бүлмәгә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу мотлаҡ. Үлем менән йоҡо тиң, ти торғайны ҡәртәсәйем. Күп осраҡта кеше ут теленән түгел, ә тап ана шул һөрөм еҫенән ағыуланып үлә. Шунлыҡтан һәр бүлмәгә тауыш биреүсе ҡоролма ҡуйырға кәрәклеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Читайте нас: