Тау эштәренең төп һәм дөрөҫ йүнәлешен билдәләгән маркшейдерҙар һәр саҡ кәрәкле һөнәр эйәләре булып һаналды һәм һанала. Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына геологтарҙан тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән маркшейдерҙар етешмәүенә зарланыуын ишетергә тура килә. Ә беҙҙең арала бар ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған, хеҙмәт юлын ҡәҙерләп иҫкә алған шундай хөрмәтле ветеран, Түбә руднигының элекке баш маркшейдеры бар.
Мөхәмәҙиә Бикҡол улы Кәлимуллин 1928 йылда Баймырҙа ауылында донъяға килә. Үкенескә, ауыл бөгөн районыбыҙҙың картаһында юҡ инде. Мөхәмәҙиә олатай бала саҡтан атаһының алтын эштәрендә йөрөүен ҡарап үҫә – йылы ваҡытта старатель, ә ҡышҡыһын Байҡара фабрикаһына руда, утын ташый. Егерменсе йылдар аҙағында ғаилә башлығы “Большевик” колхозына инә. Тик оҙаҡҡа түгел – күп тә үтмәй ул үҙен тулыһынса алтын табыу эштәренә бағышлай. 1931 йылда ғаилә “Бүреле” старателдәр артеленә күсә, ә дүрт йылдан Йолалы руднигында төпләнәләр. Мөхәмәҙиә олатай кескәй саҡтан алтын йыуыусыларҙың ауыр эшен, уларҙың көнтимешен ҡарап үҫә.
Коммунизм төҙөү хыялы менән янған халыҡтың тормошон ҡара ҡайғыға һалып Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылда Мөхәмәҙиә Бикҡол улы Йолалы мәктәбенең 7-се класын тамамлай. Ул старатель артелендә йөк ташыусы булып эш башлай. Еңел булмаған осорҙа кешеләрҙе генә түгел, аттарҙы ла “мобилизациялайҙар”. Шулай итеп, Мөхәмәҙиә олатайҙың аты ла “Ҡыҙыл обоз” артеленә алына. Бынан һуң ул ер аҫты катале булып эшләй (Каталь – ер аҫтында ҡул арбаһы менән руданы йәки буш тау тоҡомдарын ер өҫтөнә сығарыу өсөн ташыусы-авт.). Мөхәмәҙиә Бикҡол улы һуғыш тамамланғансы Байҡара руда идаралығының бар участкаларында эшләй. Ул – Йолалы, Семеновск, Әбейһаҙ, Баҡыртау, Байҡара, Сибай, Троицк һ.б. Яҙлы-көҙлө ауыл хужадығы эштәрендә лә ярҙам итәләр.
1945 йылда Күлйортауға күсеп килә. Бында урындағы шахтала эшләй. Ул ябылғас, разведка эштәрен башҡара. 1949 йылда һалдат шинелен кейгән Кәлимуллин Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Бында ул хәрби топографистар әҙерләү курсына тәғәйенләнә. Уны уңышлы тамамлағас, айырым разведка артиллерия дивизияһында хеҙмәт итә. Мөхәмәҙиә Бикҡол улының төп эше – тейешле урындарға топографик схема-һүрәттәр эшләү була. Хәүефле ваҡытта хеҙмәт итә ул: Ҡытай, Кореялағы тынысһыҙлыҡ, башҡа сәйәси ваҡиғалар ҙа һалдаттарҙан өлгөлө хеҙмәтте талап итә. Мөхәмәҙиә Бикҡол улы һәр саҡ яҡшылар рәтендә булып, тыуған яҡтарына 1952 йылда әйләнеп ҡайта.
Йәш егет комсомол ойошмаһына учетҡа торғас, уға Түбә руда идаралығын тәьмин итеү өсөн сауҙа өлкәһендә эшләргә тәҡдим итәләр. Ул ваҡытта партия, комсомол ойошмаһының тәҡдиме бойороҡ кеүек – тик шунда уҡ үтәү өсөн генә ҡабул ителә. Бала саҡтан күңеле тау эштәренә ынтылған кисәге һалдатҡа ҡушылған эшкә тотонорға тура килә. Тик 1965 йылда ғына, руда идаралығының ул саҡтағы баш маркшейдеры Петр Данилович Продовиковтың тәҡдиме буйынса, Мөхәмәҙиә олатай автогаражға диспетчер итеп күсерелә. Артабан Мөхәмәҙиә Бикҡол улы баш бухгалтер, һуңынан предприятиеның торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.
“Петр Данилович Продовиков мине бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырманы. Ул мине өйрәтте, аңлатты, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса кәңәшләшер ҙә инек. Аңлауымса, ул мине үҙенә алмаш итеп әҙерләгән”,-тип хәтерләй Мөхәмәҙиә олатай.
Әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа райондың тау-руда өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр була. Түбә һәм Байҡара руда идаралыҡтары бер предприятиеға берләшә һәм Түбә приискыһы, унан Түбә руднигы тип йөрөтөлә башлай.
Тау эштәренә ынтылыу үҙенекен итә. Мөхәмәҙиә Бикҡол улы үҙенең төп вазифаларынан тыш, кистәрен, ял көндәрендә маркшейдер һөнәрен үҙләштерә. Бында уға әрмелә алған топографист һәләте бик ярҙам итә. 1968 йылда Мөхәмәҙиә олатай Баҡыртау шахтаһының маршейдеры итеп тәғәйенләнә. “60-сы йылдар аҙағында предприятие ҡатмарлы һәм борсоулы осор кисерә ине. Руда запасы бөтөү һәм әҙәйеү сәбәпле, Түбә ҡасабаһындағы шахта, ошонда уҡ урынлашҡан байыҡтырыу фабрикаһы ла ябылды. Эшһеҙ ҡалған шахтерҙарҙы һәм байыҡтырыусыларҙы ҡайҙа урынлаштырырға тигән борсоулы проблема килеп тыуҙы. Әлбиттә, күпмелер таусыға Баҡыртау шахтаһында эш табылды. Әммә үҙенсәлекле һөнәрҙәргә эйә булған тәжрибәле таусылар тыуған ҡасабаһын ташлап, ситкә китте. Түбәлә теген фабрикаһы һәм йоҙаҡ-тимер изделиелары заводы асылыуы ғына социаль көсөргәнешлекте кәметә алды”,-тип хәтирәләргә бирелә Мөхәмәҙиә олатай.
Ул йылдарҙа Таналыҡ, Ғәҙелша ятҡылыҡтарындағы алтын бөртөктәре гидравлик ысул менән эшкәртелеп бөтөлә. Семеновск алтын табыу фабрикаһы миҙгелле эштән, йыл дауамында эшләгән режимға күсерелә. Шул уҡ ваҡытта Семеновск ҡасабаһында байыҡтырыу фабрикаһын төҙөү планлаштырыла. Тик ул ғәмәлгә ашмай ҡала.
Мөхәмәҙиә Бикҡол улы 1978 йылдан 1988 йылға тиклем “Урал”, “Печора”, “Рудная” артелдәрендә баш маркшейдер булып эшләй. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, “Урал аръяғы” артеленә тау эштәре буйынса техник етәксе итеп саҡырыла.
Ул ваҡытта маркшейдер – тау эштәрендә алмаштырғыһыҙ һөнәр эйәһе булыуҙан тыш, күп мәғлүмәтте сер итеп тота. Мәҫәлән, Мөхәмәҙиә олатай Семеновск алтын табыу фабрикаһында эшләгәндә, рудниктың директорына эше тураһында отчет биргәндә, ошо кабинеттан бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа тейеш була. Башҡа сикләүҙәрҙе лә теүәл үтәй ул.
Хәҙерге ваҡытта рудниктың эшмәкәрлегенән “гриф секретности” тигән тамға алынғас, Мөхәмәҙиә олатайға үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә алмай түҙмәнем. “Һеҙ эшләгән осорҙа күпме алтын-көмөш табылды?” Мөхәмәҙиә Бикҡол улы: “1959 йылдан 1964 йылға тиклем – 1,8 тонна алтын һәм 15,26 тонна көмөш; 1965 йылдан 1996 йылға тиклем 11, 6 тонна алтын һәм 102,04 тонна көмөш табылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Еңеү өсөн 8,8 тонна алтын сығарҙы. Шуларҙың яртыһынан күбеһе беҙҙең районға тура килде”,-тип яуап бирҙе.
Мөхәмәҙиә Кәлимуллиндың 56 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Шуларҙың 43 йылы Түбә руднигына тура килә. Ул рудниктың директоры Ф.А. Ғәйнуллин, баш маркшейдер П.Д. Продовиков, баш инженерҙар А.Х. Девятов, А.Ф. Шәрәфетдинов, баш геологтар В.Ф. Александров, Смирнов, баш энергетик Р.Г. Батыров, баш механик А.А. Абаимов, А.Х. Ғүмәров, партком секретары В.Э. Адмидин, профком рәйестәре Н.М. Гуров, М.Г. Сәғитов, С.А. Ғүмәров, участка начальниктары А.С. Аҡсабаев, Н.Ж. Жәмилов, В.К. Воробьев, кадрҙар бүлеге инспекторҙары У.И. Мусин, Ш.И. Асылов, Г.В. Боголюбов, Б.Н. Солтангәрәев, секретарь Н.Г. Половнева, бухгалтерҙар В.Г. Потапова, Л.И. Журавлева тураһында ҡәҙерләп иҫкә ала. Үкенескә, күп хеҙмәттәштәре, таусы дуҫтары хәҙер беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде.
Мөхәмәҙиә олатай ғүмерен таусы һөнәренә бағышлауы менән ғорурланып йәшәй. Атаһының бөртөклө алтынды табыу өсөн тотонған ҡулайламаһының бер детален әле лә ҡәҙерләп һаҡлауы шунан киләлер. Мөхәмәҙиә Бикҡол улы намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары наградаларға (“Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, юбилей миҙалдары, Почет грамоталары һ.б.) эйә була. Ә яңыраҡ ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған юбилей миҙалын алып һөйөндө.
Мөхәмәҙиә Бикҡол улы бөгөн балаларының, ейәндәренең, туғандарының һөйөү-хәстәренә сорналып, бәхетле ғүмер кисерә. Ул 75 йыл бергә татыу ғүмер кисергән тормош юлдашы Дәүләтбикә Ильяс ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биреп, ҡәҙерләп үҫтергән. Үкенескә ҡаршы, Дәүләтбикә инәй бынан 4 йыл элек мәңгелек донъяға күсте.
Һәр күренешкә, сәйәси хәлгә, хәҙерге иҡтисадҡа аҡыллы уй-фекере булған аҡһаҡал менән аралашыу күп нәмәгә яңыса ҡараш ташларға мәжбүр итә, үҙенсәлекле тәжрибә бирә. Абруйлы ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләге килә. Һеҙҙең дәһшәтле яу йылдарындағы, унан һуғыштан һуңғы осорҙағы илде тергеҙеүгә һалған батырҙарса фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ тыуған еребеҙ тарихына маркшейдерҙың әсе тирҙәре менән яҙылған...
Гүзәл Иҫәнгилдина.