Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 14:40

Тәбиғәт янғындары арта

Ҡоро үләнгә һәм ҡый-һайға ут тоҡана.

22 сентябрҙә - Хәсән, 24 сентябрҙә - Аҡморон, 26 сентябрҙә - Һаҡмар, 27 сентябрҙә Күлтабан һәм тағы ла Аҡморон ауылдары эргәһендә тәбиғәт янғыны теркәлгән. Уларҙың барыһына ла ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан.
26 сентябрҙә Өмөтбайҙа һарай һәм бесән янып китә. Сәбәптәре асыҡлана.
27 сентябрҙә Түбәнге Таһир ауылында иретеп-йәбештереү аппараты менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә, бесәнгә ут тоҡана.
Көндәр әле ҡоро тора, яуым-төшөм күҙәтелмәй. Шунлыҡтан барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күреү мотлаҡ.
Читайте нас: