Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Сентябрь 2020, 18:10

Уҙған аҙнала 8 водитель иҫерек көйө юлға сыҡҡан

Ә инде эскән көйө машина менән идара иткәне өсөн таныҡлыҡтан мәхрүм ителгән 4 водителдең ҡайтанан руль артына ултырыуы асыҡланған. Уларға енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 120 хәл-ваҡиға булған, шуның 10-һы криминаль характерға эйә. Урлыҡ (8), мал юғалыу (1), кеше туҡмау (1) осраҡтары бар. Орск ҡалаһынан килгән бер кеше “Һаҡмар” һыуһаҡлағысында батып үлгән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 160 осраҡ теркәлгән. 7 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 8 водитель тотолған. Эскән көйө машина менән идара иткәне өсөн таныҡлыҡтан мәхрүм ителгән 4 водителдең ҡайтанан руль артына ултырыуы асыҡланған. Уларға енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас: