Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Август 2020, 17:33

Улар - кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн һауаға күтәрелә

Ошо көндәрҙә Өфөлә санитар авиация эшләй башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. “Ашығыс ярҙам” бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрҙө лә инде. Шул иҫәптән Баймаҡ ҡалаһында яңы ғына донъяға килгән сабый ҙа бар. Сигнал алыу менән сәғәт ярым эсендә медицина бригадаһы Өфөнән Баймаҡҡа килеп тә төштө.

Улар кеше ғүмерен ҡотҡарыр өсөн һауаға күтәрелә
Ошо көндәрҙә Өфөлә санитар авиация эшләй башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. “Ашығыс ярҙам” бер нисә кешенең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрҙө лә инде. Шул иҫәптән Баймаҡ ҡалаһында яңы ғына донъяға килгән сабый ҙа бар. Сигнал алыу менән сәғәт ярым эсендә медицина бригадаһы Өфөнән Баймаҡҡа килеп тә төштө.
Әйткәндәй, яңы ғына эш башлаған санитар авиацияһы быға ҡәҙәр 4 осош яһап өлгөргән. Яңауыл, Туймазы ҡалаларынан ауыр хәлдәге пациенттарҙы республика клиникаларына алып килгәндәр.
Вертолет кәрәкле бөтә медицина ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Ул Ҡазан ҡалаһында етештерелгән. Вертолет тигеҙ урын булған бөтә ергә лә төшөп ултырырға һәләтле. Медицина бригадаһына махсус белемдәрен камиллаштырған белгестәр тупланған. Пилоттар ҙа әҙерлек үткән.
Бөгөн республикала бер генә санитар авиацияһы бар. Ул көнөнә ике рейс эшләй ала. 2024 йылға тиклем улар рәтен тағы ла ике вертолет тулыландырыр, тип көтөлә.
Читайте нас: