Баймаҡ-Сибай юлындағы шәүлә тураһында ошо махсус биттә бер нисә кешенең хәл-ваҡиғаһы баҫылғайны. Ә бер өлкән инәй был юлдан тик доғалар уҡып йөрөргә, ә төнөн бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа кәңәш иткәйне. Һуңғы осор бында тағы ла фажиғәләр һаны артты.
Минең олатайым да Баймаҡ-Сибай юлын яратмай торғайны. Уның борғоланып-борғоланып һалыныуынан түгел, ә аңлашылмаған хәлдәр йыш булғанға. Ул рейстан ҡайтып барғанда, машинаһы боҙола. Төн булғас, олатай кабинаһына ятып йоҡларға була. Иртәнсәк машиналар йөрөй башлағас берәйһе ярҙамға килеренә өмөт итә. Төнөн кабинаһында ниндәйҙер ыҫылдаған тауыш сыҡҡанға уянып китә. Йылан индеме икән тип ҡото оса. Тик бар яҡтан кабинаһына ап-аҡ томан һымаҡ нәмә ингәнен күрә. Ыҫылдаған тауыш сығарыуҙан тыш, өҫтәүенә төнгө ҡараңғылыҡты яҡтырта. Олатай аяҡ-ҡулын ҡыбырлата алмай, хәле бөтә башлай. Ул бар көсөн йыйып белгән доғаларын уҡый башлай. “Томан”дың тауышы үҙгәрә, унан шыуышып кабинанан сыға башлай. Олатай башҡа йоҡлай алмай, таңға тиклем доғаларын уҡып ултыра. Һуңынан ул ошо юл тураһында һораша башлай. Өлкәндәрҙең кемеһелер ошо тирәнең эйәһе булыуын, бәғзеләре юлбаҫарҙар үлтергән әсәле-ҡыҙлының йәндәре тынғы тапмауын һөйләй. Олатай башҡа был юлдан төнгә ҡалып бер ҡасан үтмәй. Беҙгә лә һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкәртте.