Билалда үткән китапхана төнө Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Әлбиттә, үҙҡурсалау талаптарын күҙәтеп, ул ситтән тороп уҙҙы. Уны китапханасы Райхана Булатова һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.
Һуғыш хәтере беҙҙең шиғырҙарыбыҙҙа, йырҙарыбыҙҙа, бейеүҙәребеҙҙә, китаптарыбыҙҙа, матбуғат биттәрендә, беҙҙең йөрәктәрҙә. Шуға күрә лә, "Китаптарҙа һуғыш хәтере" исемле "түңәрәк өҫтәл" артына һөйләшеүгә Билал ауылы ҡыҙы, "Шоңҡар" журналы хәбәрсеһе, яҙыусы Гөлнара Мостафина, Билал ауылы ҡыҙы яҙыусы, мәғариф ветераны, әлеге ваҡытта Әбйәлил районы Хәлил ауылында йәшәүсе Флүрә апай Низамова, райондашыбыҙ, шағирә, мәғариф ветераны Фирүзә апай Абдуллина, һәүәҫкәр композитор, мәғариф ветераны Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов, мәғариф ветераны, урындағы ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева, Билал мәктәбе уҡыусылары Юлдаш Булатов, Сыңғыҙ Ильясов, Айнур Әхмәтовтар саҡырылды. "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыусыларҙың телмәрендә һуғыш ветерандарына дан йырланды, һуғышҡа нәфрәт сағылып ятты.