Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2020, 23:55

Баймаҡта - Шайморатов генерал!

Легендар командир баймаҡтарҙың йөрәгендә айырым урын биләй.

Уҙған йылдың аҙағында Баймаҡ ҡала хакимиәте Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың кемеһенең портретын ике күп ҡатлы йорттоң стенаһына төшөрөргә кәрәклеген билдәләү маҡсатында конкурс иғлан иткәйне. Социаль селтәрҙә тауыш биреү, индерелгән тәҡдимдәр, шулай уҡ телефон аша шылтыратыуҙар һөҙөмтәһендә, ике бөйөк шәхес билдәләнде:
Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов.
Бөгөн Салауат Юлаев проспектының 17-се йортоноң стенаһында рәссам-альпинистар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың портретын һынландырҙы.
Был баймаҡтар өсөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайы менән ҙур бүләк булды. Ни тиһәң дә, Шайморатов генерал баймаҡтарҙың йөрәгендә айырым урын биләй.
Читайте нас: