Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апрель 2020, 00:30

Биш ҡатлы йортта шартлау!

Һәләк булыусылар бар.

Бөгөн төшкөһөн Мәскәү өлкәһенең Орехов-Зуев ҡалаһында биш ҡатлы йортта, газ шартлау
һөҙөмтәһендә, шартлау яңғыраған. Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, дүртәү йәрәхәтләнгән.
Йорттан 200 самаһы кешене эвакуациялаған. Емереклек араһынан алты кеше табылған.
Уларҙың береһе үлгән, өсәүһе ауыр хәлдә реанимацияла, ҡалғандарының хәле уртаса.
Тикшереү барышында был йорттоң өсөнсө ҡатында газ шартлауы асыҡланған. Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробев был
хәлде үҙ контроленә алған. Йортһоҙ ҡалған кешеләрҙе тиҙ арала ваҡытлыса йәшәү урыны менән тәьмин ителгән.
Әле емереклек араһынан кешеләрҙе эҙләү дауам итә. Был хәл буйынса тикшереү башланған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: