Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март 2020, 11:40

Ҡараталдағы фажиғә саҡ үлем менән тамамланманы

Гәзитебеҙҙең 3 мартында донъя күргән 18-се һанында хәбәр итеүебеҙсә, 28 февралдә Ҡаратал ауылында бер өйҙә янғын сыҡҡан ине.

Ҡараталдағы фажиғә саҡ үлем менән тамамланманы. Гәзитебеҙҙең 3 мартында донъя күргән 18-се һанында хәбәр итеүебеҙсә, 28 февралдә Ҡаратал ауылында бер өйҙә янғын сыҡҡан ине. “Ҡыҙыл әтәс” саҡ бер кешенең ғүмерен алманы. Бәхеткә күрә, өйҙәрендә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған булған. Янғын сығыу менән ул әсе итеп һыҙғырып, хужабикәне уятҡан. Тауышты ишетеү менән ул ваҡытында тышҡа сығып өлгөрә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма республика бюджеты иҫәбенә, яңғыҙ йәшәүсе 55 йәштән олораҡтар категорияһы буйынса быйыл ғинуар айында ғына ҡуйылған булған. Бер генә ай үтеп өлгөргән. Әлдә генә өйөндә ул булған. Йүғиһә, уйлауы ла ҡурҡыныс...

Читайте нас: