"Һаҡмар"ҙың һуңғы һанындағы бер йәш ҡатындың яҙғандарын уҡыным да, аптырауға ҡалдым. Бер ир менән йәшәй. Уныһы үҙенең беренсе никахтан ҡалған балаһын ғына түгел, ә беренсе ҡатынын да ҡарай. Бар эш хаҡын уларға тотона ла, үҙе был
икенсе ҡатынының иҫәбенә йәшәй. "Айырылайыммы икән?" тип аптыранған була, етмәһә. Хыялый! Уңайлы урынлашҡан бисәне, ирҙе, уларҙың балаһын ғүмере буйы ҡарарға уйлаймы икән?!
Ирҙәр, һеҙгә нимә булды ул! Миңә 34 йәш. Һылыу башҡорт ҡыҙымын. Юғары белемлемен, эшләйем. Баймаҡ районы
өсөн эш хаҡым яҡшылыр, тип уйлайым. Ипотекаға фатир алып
түләп бөттөм. Машинаны атайым менән әсәйем бүләк итте. Барыһы ла яҡшы, тик кейәүгә сығырға ир юҡ! Ә минең бала тапҡым килә, ғаиләле булғым килә! Уныһы-быныһы тәҡдим яһап ҡарай. Ә үҙҙәре! Бер бөртөк сәскә бүләк итергә эшкинмәй! Йә бер ҡайҙа ла эшләмәй. Йә бәләкәй эш хаҡы ала, уныһын да эсеп бөтөрә. Һүгенмәйенсә һөйләшә алмайҙар. Урамда төкөрөнөп йөрөйҙәр... Әсәйем: "Кейәүгә сығырға кәрәк"-тей. Улар борсола тип мин теләһә кемгә сыға алмайым бит.
Үҙем өсөн бала табырға булып киттем. Эсмәгән, тартмаған, аҡыллы ир-егетте таба алманым.
Бер бисәле ир аптыратты. Туҡтауһыҙ бәйләнә. Ҡыуғанды ла аңламай. Аптырап: "Һеҙгә минән нимә кәрәк ул? Ҡатынығыҙ бар, балағыҙ"-тиһәм, оялмай ҙа "Түшәк инде, түшәк. Һиңә лә кәрәктер, берәү менән дә йөрөмәйһең тейҙәр".
Әхирәтемдең бар аҡсаһын иренә тотоноуын күреп, әллә мин замандан артта ҡалғанмын, тип уйлайым. Бәлки, хәҙер бисәләр ирҙәрҙе ҡарарға, улар өсөн түләргә, күтәреп йөрөтөргә тейештер? Шулай бәпес бәхете күрмәй үлеп китерменме икән. Ә бит миңә күп кәрәкмәй: аҡыллы, аҡса эшләй белгән, ҡулында эш уйнап торған, мине яратҡан, һаҡлаған кеше. Һәм һәр минутыбыҙ тик бергә үтһен, бер-беребеҙгә көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булһаҡ ине...