Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2020, 11:55

Дуҫлыҡ күпере шулай һалына

#национальныепроекты; Сәйғәфәр һәм Йомаш ауылдары йәштәре осрашы. Ни өсөн? Яуабын беҙҙең сайтта уҡып белерһегеҙ.#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Сәйғәфәр клубында Сәйғәфәр һәм Йомаш ауылдары йәштәре КВН-да осрашып, зирәклектә, маһирлыҡта көс һынашты. “Зирәктәр” (Сәйғәфәр) һәм “Смайликтар” (Йомаш) командалары алдына Сәйғәфәр ауылы клубы мөдире Лена Алсынбаева әҙерләгән бик тә ҡыҙыҡлы конкурстар ҡуйылды. Йәштәр уларға һорауҙарға тапҡыр яуаптар бирҙе. Төрлө спорт ярыштарында көс һынаштылар. Интермедия ҡуйып, флешмоб бейенеләр. Һөҙөмтәлә “Смайликтар” командаһы еңеү яуланы. Сәйғәфәрҙәр иһә бер генә мәрәйгә ҡалышты. Ике ауыл араһына дуҫлыҡ күпере шулай һалына.

Читайте нас: