БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Яңы йыл каникулында былтырғыға ҡарағанда быйыл алкоголь эсемлектән ағыуланыусылар һаны әҙерәк теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенеү социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Ялған араҡынан ағыуланып үлеүселәр һаны ла былтыр 70 процентҡа кәмене. Алкоголь интоксикацияһы менән 279 кеше дауаханаға эләккән. Уҙған йылдарҙа был күрһәткес 300-ҙән ашып китә ине. “Стоп суррогат!” акцияһында ҡатнашыусыларға рәхмәт. Һөҙөмтә ярылып ята. Беҙ иҫерткес эсемлек етештереүселәр һәм улар менән һатыу итеүселәр тураһында 1000 хәбәр алдыҡ, 250 рейд уҙҙы, уларҙың күптәренең эшмәкәрлеген туҡтатырға өлгәштек. Ағыу таратыусылар тураһында хәбәр итеүселәрҙең мәғлүмәттәре раҫланғандарға вәғәҙә ителгән компенсация түләнә башланы. Был проект башланып ҡына торғанда, уның һөҙөмтәһенә ышанмаусылар күп булды. Эскелек урынына икенсе альтернатив сара тәҡдим итеү отошлораҡ икәненә ышандыҡ. Халыҡ өҫтәл артынан тороп, бөтә республика буйынса ойошторолған мәҙәниәт һәм спорт ярыштарында ҙур теләк менән ҡатнашты. Беҙ мотлаҡ ошо тәңгәлдә эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ.