+6 °С
Ямғыр
Эшләмәгән пенсионерҙарҙың ҡайһы берҙәре ғинуарҙа өҫтәмә түләүһеҙ ҡалыуы ихтимал. Опека органдарынан аҡсалата пособия алған ата-әсәләрҙе, опекун һәм попечителдәрҙе лә өҫтәмәһеҙ ҡалдырыуҙары мөмкин. Сөнки уларҙан страховка иғәнәләре күсерелә. Шуның менән улар “эшләй” тип иҫәпләнә һәм индексациянан мәхрүм ителә.
Әгәр пенсионер ниндәйҙер граждан-хоҡуҡ килешеүе нигеҙендә хеҙмәт күрһәтһә йәки эш башҡарһа, ул "эшләй" тип табыла. Ошондай үҙенсәлектәрҙе белмәү арҡаһында хаҡлы ялдағыларҙың ҡайһы берҙәре пенсияға өҫтәмәнән мәхрүм ҡала.