Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Ғинуар 2020, 15:40

Баймаҡтың беренсе Яңы йыл бәпәйе - малай!

2020 йылдың тәүге сәғәттәрендә үк 20 сабый: 11 малай һәм 9 ҡыҙ доңъяға тыуған. Ә Баймаҡтың беренсе сабыйы - малай! #национальныепроекты #нацпроекты #региональные проекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

2020 йылдың тәүге сәғәтендә республика буйынса 20 сабый: 11 малай һәм 9 ҡыҙ донъяға тыуған. 00.01 сәғәттә үк Өфө перинаталь үҙәгендә ҡыҙ бала ауаз һалған. Ә инде 08.56 минутта республика клиника дауаханаһында ике игеҙәк малай тыуған. Бындай һөйөнөслө яңылыҡтарҙа Баймаҡтың да яңы граждандары бар. 1 ғинуарҙа 15.55 сәғәттә Хәйбуллиндар ғаиләһенең малайҙары тыуҙы. 2 ғинуарҙа иһә тағы ла ике малай, ә 4 ғинуарҙа бер ҡыҙ бала ауаз һалды. Сабыйҙарға бәхетле баласаҡ, әсәйҙәргә һаулыҡ теләйбеҙ! Әйтергә кәрәк, былтыр 1 ғинуарҙа 17 сабый: 11 ҡыҙ һәм 6 малай булған. Рекорд 2015 йылда ҡуйылған: 19 малай һәм 10 ҡыҙ тыуған.