Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 15:26

Боролоштар

Байрас Усманович иллегә бына-бына аяҡ баҫырға торған ир уҙаманы. Эштән ҡайтып хужалығында көндәлек киске эшен бөтөрҙө лә өйгә инеп ял итергә тип диванына ултырып алды һәм уйҙар тулҡынына сумды. Әле уйлап ултыра: үткән ғүмер, ташып аҡҡан һыуҙай, гөр килеп үтә лә китә икән дә баһа! Шундай тиҙ үтә, хатта ки һиҙмәй ҙә ҡалаһың! Ярты быуат ғүмер ярты сәғәттәй генә ваҡыт булып уның мейендә уйылып ҡалған.

Байрас Усманович иллегә бына-бына аяҡ баҫырға торған ир уҙаманы. Эштән ҡайтып хужалығында көндәлек киске эшен бөтөрҙө лә өйгә инеп ял итергә тип диванына ултырып алды һәм уйҙар тулҡынына сумды. Әле уйлап ултыра: үткән ғүмер, ташып аҡҡан һыуҙай, гөр килеп үтә лә китә икән дә баһа! Шундай тиҙ үтә, хатта ки һиҙмәй ҙә ҡалаһың! Ярты быуат ғүмер ярты сәғәттәй генә ваҡыт булып уның мейендә уйылып ҡалған.
Тормош булғас төрлөһө була, ғүмер юлында гел генә шыманан барып булмай икән, уның ҡытыршылары, ауырлыҡтары, бигерәк тә бөтөнләй был турала уйламаған саҡтарҙа, килеп сығып ҡына тора. Үтеп киткән ҡайһы бер хәл-ваҡиғаның ағышы ыңғай булһын тип ныҡ теләһәң дә яҡшы яҡҡа бер-нисек тә үҙгәртеп булмай икән. Бына шундайыраҡ уйҙар солғап алды Байрасты. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған бала ул, шул йылдарҙағы тормош ауырлыҡтарын күреп үҫте. Ғаиләлә һигеҙ бала булды. Атаһы менән әсәһе көн дә эшкә йүгерә, өйҙәге балаларҙы ҡарау уға, иң беренсе һәм өлкән бала булараҡ, төшә торғайны.
Нишләптер бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялланды ул. Бәлки, ошо теләк уны педагогия училищеһена килтергәндер. Хоҙай Тәғәлә ыңғайлығын да бирҙе: улар һигеҙенсене тамамлағанда, ниһайәт, Сибайҙа уҡытыусылар әҙерләү училищеһе асылды. Шунда инеп уҡып сығыу бәхете эләкте үҫмергә.
Дүрт йыл уҡып, шул училищены тамамлап үҙ ауылына уҡытырға ҡайтты Байрас. Мәктәптә эш башлар алдынан училищела бергә уҡыған, студент йылдарында дуҫлашып һәм яратып йөрөгән ҡыҙына өйләнде. Ҡатыны ла ошо ауылдың мәктәбендә уҡыта башланы.
Эш башлап бер йыл тулып үтеүгә йәш кешене әрмегә алдылар. Китерҙән бер аҙна элек улы тыуҙы, Марат тигән исемде ҡысҡырттылар.
Ике йыл буйы Волга ярында урынлашҡан Куйбышев ҡалаһында радист булып хеҙмәт итте ул. Унда ла юғалып ҡалманы алыҫтан килгән башҡорт улы. Учебканы тамамлаған саҡта морзе алфавитын дөрөҫ һәм тиҙ тапшырыу буйынса беренсе, ҡабул итеү буйынса икенсе урынға сығып имтихандарҙы бик уңышлы тапшырҙы. Шуға күрә уны ошо уҡ часта ҡалдырып, Волга буйы хәрби округ штабы менән даими бәйләнештә торған полктың радиостанцияһына радист итеп беркеттеләр, шунда уҡ сержант дәрәжәһе бирҙеләр.
Әрме йылдары ла “һә” тигәнсе үтеп китте. Дембель яҡынлаған бер ваҡыт ине, октябрь уртаһында полк командиры полковник Бутузов саҡыртып алды уны һәм үҙ теләге менән хеҙмәт итеүҙе артабан дауам итеү маҡсатында ҡалырға тәҡдим итте, офицерҙар әҙерләү училищеһенә ебәрергә вәғәҙә итте. Ғаиләле икәнен белгәс, торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл ителәсәген аңғартты. Ҡалырға ла була ине, тәбиғәте һәйбәт, урман-далалар иле, ҙур һәм матур ҡала, тағы Волга буйы, йылғаһы таҙа һәм балыҡҡа бай. Баржалар, кораблдәр, пароходтар, моторлы кәмәләр бер туҡтауһыҙ уңлы-һуллы тулҡын яралар. Бөйөк йылға киңлектәрендә хәрәкәт көн-төн туҡтамай. Ләкин Айраттың бында ҡалырға теләге бөтөнләй булманы, үҙ илендә йәшәп, үҙ телендә һөйләшеп йөрөүҙе хуп күрҙе ул. Минең ғаиләм бар, улар бында күсеп килмәйәсәк, тигән һылтау тапты. Ярай әле полковник ныҡ көсләшмәне, шуға бик ҡыуанды ул.
Әрменән ҡайтып үҙ ауылында яңынан уҡытыусы булып эшләй башланы, баянсы булараҡ музыка һәм башҡа төрлө дәрестәрҙе алып барҙы, мәктәп үткәргән бөтә сараларҙа ҡатнашты. Кистәрен клубта аҙып-туҙып йөрөгән йәштәрҙе йыйып, үҙешмәкәр түңәрәк ойошторҙо, тиҫтерҙәрен йырға, бейеүгә өйрәтте, комсомол эшен үҙ ҡулына алды. Бәлки, ошондай мәшәҡәттәр табылғанғалыр йәш-елкенсәк араһында эсеп йөрөүселәр ҡырҡа кәмене. Шулай итеп, Байрас ауыл өсөн кәрәкле кешеләрҙең береһенә әүерелде, яйлап абруйы ла ҡалҡа барҙы.
Ҡыш дәүерендә ярты йыл тирәһе генә эшләп ҡалды Байрас, тормоштоң беренсе боролошон татырға тура килде уға. Уйламағанда-көтмәгәндә уҡытыусы һөнәрен ваҡытлыса ташларға тура килде уға.
Эш былай булды. Апрель айының башы ине. Дәрес ваҡытында мәктәптең уҡытыу-уҡытыу мөдире, ҡыҫҡаса әйткәндә, завуч ишек шаҡыны һәм йәш уҡытыусыны класс бүлмәһенән тышҡа саҡырып сығарып һүҙ ҡушты:
- Байрас Усманович, пионер бүлмәһендә һеҙҙе район башҡарма комитеты рәйесе көтә. Бара һалығыҙ! Нишләп икән? Әллә берәй ялыу-маҙар яҙғайнығыҙмы?
- Юҡ! Ниндәй ялыу тағы? Нимәгә саҡыртҡанын үҙем дә белмәйем, сөнки район хужаһы менән мин яҡындан таныш түгел.
- Ни булды икән? – тип һораны завуч.
Белмәйем.
Бындай осрашыуҙы бөтөнләй көтмәгәйне йәш уҡытыусы, шуға үҙе лә аптырап ҡалды һәм шул ҡиәфәт менән пионерҙар бүлмәһенә барып инде.
Район башлығы йылмайыңҡырап ҡаршы алды Байрасты. Хәл-әхеүәл, ғаилә хәлдәрен һорашҡандан һуң етди төҫ алып былай тине:
- Ҡустым! Беҙгә һәм һинең тыуған ауылыңа йәш ауыл советы рәйесе кәрәк. Мин бөгөн урындағы етәкселәр менән һөйләштем, һеҙҙең кандидатураны ҡулай күрәләр. Шуға күрә тәҡдимде ҡабул итерһең тигән фекерҙә торам.
- Мин булдыра алмаҫмын ул, Хашим Шәгиевич, бик етди эш бит әле, ауыл советы ла ҙур, ете ауылды үҙ эсенә алған.
- Яҡындан ярҙам итербеҙ, булдырырһың.
- Уйлап ҡарайым әле...
- Уйларға ваҡыт ҡалманы, ҡустым! Иртәгә ауыл советының сираттағы сессияһы була, шунда саҡырабыҙ һеҙҙе. Район советы тәҡдиме нигеҙендә ауыл депутаттары һеҙҙе урындағы совет башҡарма комитетына рәйес итеп һайлар тип уйлайым...
Артабанғы ваҡиғалар район етәксеһе әйткәнсә килеп сыҡты, егерме бере яңы тулған йәш кешене ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланылар.
Эй, үткән ғүмер! Ҡайһылай тиҙ үтәһең икән!
Советта эшләгән ваҡытта тырышманы түгел тырышты. “Бынамын” итеп совет өсөн өр-яңы бина һалдырҙы, ауылдарҙы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эше менән даими рәүештә шөғөлләнде, һалым йыйыу эшен йәнләндерҙе, йәштәрҙең пропагандисы булды, депутаттарҙың отчеттарын округ концерттары менән бәйләп үткәреүҙе керетте. Был турала Мәскәүҙә сыҡҡан “Советы народных депутатов” журналы хуплап яҙып сыҡты. Ауыл хужалығына яҡындан ярҙам иткәне өсөн республиканың Юғары Советы уға “Маҡтау ҡағыҙы” тапшырҙы.
Рәйес шулай уҡ йәш-елкенсәкте берләштергән ауылдың үҙешмәкәр түңәрәген етәкләне. Ул етәкләгән йыр ансамбле бер-нисә тапҡыр республика конкурстарында еңеүсе булды. Рәйес булып эшләгән осорҙа Байрас ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Бына тигән өй төҙөп сыҡты. Ғаиләлә тағы ике ҡыҙ тыуып, баш ҡалҡытты. Шулай итеп тағы биш-алты йыл үтеп тә китте.
Университетты тамамлаған йылы тыуған ауылының мәктәбенә директор кәрәк булды. Райком уны шул вазифаға тәғәйенләне, үҙе лә ҡарышып торманы, сөнки ҡасан булһа ла, һөнәрең уҡытыусы булғас, уҡытыу эшенә яңынан ҡайтырға кәрәк ине.
Үҙ ауылында директор булып эшләгән бер-нисә йыл эсендә мәктәптә күп кенә ыңғай үҙгәрештәр булды, ял һәм хеҙмәт лагеры биналары төҙөлдө һәм уҡыусылар йәй айҙарында ошо лагерҙа алмашлап ял иттеләр.
Шулай итеп, эштәр яйға һалынып бөттө тигәндә генә райком уны икенсе ауылға мәктәп директоры итеп тәғәйенләне.
Бына һиңә тағы бер боролош! Теләмәһә лә ғаиләһе менән ауылдан китергә тура килде уға. Уны тағы бер уйламаған боролош көткән икән. Татлыбай ауылында өс йыл эшләп алғандан һуң, директорҙың йәмғиәт эштәренә булған ыңғай ҡарашын һәм тырышлығын күреп, совхозға эшселәр комитеты рәйесе итеп һайланылар. Тағы күсергә, совхоз үҙәгенә барып урынлашырға тура килде.
Дүрт йылдан һуң уны төпкөлдә ятҡан ауылдарҙың береһенә һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры итеп ебәрҙеләр. Ҡыйшайып бөткән һәм иҫкергән мәктәпте күреп Байрас үҙе тәүҙә аптырап ҡалды, шулай ҙа эш башланы. Ҡайҙа барһын инде! Алама ғына квартир эләкте уның ғаиләһенә, хатта ҡатыны Алсийә күсеп килеп төшкәс, бындай өйҙө күреп ғәрлегенән һығылып-һығылып илап та алды.
Бер йыл буйы инстанцияларҙы тапай торғас уға бәхет ҡапҡаһы асылғандай булды, Ишкилде ауылына ике ҡатлы мәктәп төҙөүгә проект-смета документтары төҙөлдө, кәрәкле аҡса бүленде һәм төҙөлөш башланып китте. Ике йыл эсендә яңы уҡыу йорто бинаһы ҡалҡып сыҡты, һигеҙ йыллыҡ мәктәп ун йыллыҡҡа әйләнде, уҡыу сифаты ҡырҡа күтәрелде, балалар күпләп юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инә башланы. Ҡыуанысының сиге булманы Байрастың. Ләкин ҡыуаныс-шатлыҡ һәр ваҡыт ҡыҫҡа, ә ҡайғы оҙон була тиҙәр, бәлки шулайҙыр ҙа. Көтмәгәндә ҡатыны йөрәк ауырыуынан вафат булып ҡуйҙы. Был ҡышты яңғыҙ үткәрергә тура килде уға, сөнки өс балаһы өс яҡта юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында уҡыуҙа инеләр.
Доньяны бер үҙең көтөүе ауыр, аты, һыйыры, һарыҡтары бар, уларҙы ҡарауға арыуыҡ ваҡыт кәрәк, шуға күрә ул ваҡытты күберәк алған директор вазифаһынан бушатыуҙы һорап ҡат-ҡат ғариза яҙҙы. Ниһайәт, ярты йыл ваҡыт үткәс, уның был үтенесен ыңғай хәл иттеләр һәм ул уҡытыусы булып эшләүен дауам итте. Уға күҙ ташлаусы ҡатын-ҡыҙҙар бихисап булһа ла башҡаса өйләнмәҫкә булды ул.
Йәй етеүгә Маратты өйләндереү мәсьәләһе ҡалҡты. Күрше районға барып буласаҡ килен-баланың ҡулын һоранылар һәм килештеләр.
Тик шуныһы бәкәлгә һуғып тора: беренсенән, Байрас туй мәжлесен үткәреү тәртибен белмәй, икенсенән, туҡһанынсы йылдарҙағы юҡсыл ваҡыт, хәмере кәрәк, оно кәрәк, ә магазиндарҙың эстәре яп-яланғас, хатта ҡомаҡтар унан ҡасып бөткән мәл. Тағы балы, кәнфит-шәкәре һәм башҡаһы кәрәк, төрлөләп икмәк бешереү мотлаҡ. Ярай әле ит өсөн ҡайғырмай, мал булғас һуяһың да эләһең, бешерәһең дә ашайһың.
Ондо Сибай элеваторынан барып һатып алды ул, сөнки унда директор булып Байрастың йәшлек дуҫы эшләй ине. Ҡайтышлай Баймаҡ баҙарына һуғылды. Башында бер генә уй ҡайнай: ҡайҙан туйға етерлек бер ни тиклем хәмер табырға? Хәмер менән булашыу насар һәм алама ғәҙәт инде, ләкин шунһыҙ ҙа булмай икән, тәртибе шулай.
Баҙарҙа күптәнге Нәсимә исемле күптәнге бер танышын осратты. Элегерәк уларҙың ғаиләһе Байрастың тыуған ауылына күсеп килгәйне, ире колхозда зоотехник булып эшләне, Нәсимә шәфҡәт туташы булып абруй ҡаҙанды. Өс ҡыҙҙары бар. Ләкин өс ҡыҙҙың атаһы вафат булып ҡуйған ине.
Хәл-әхүәл һорашҡас бына шуларҙы башынан үткәреп торған Байрас һәм нишләптер үҙ проблемаларын әйтеп ташланы. Башта өйөрөлгән уй-фекерҙе кем менәндер бүлешергә кәрәк ине уға. Яҙыҡ ғәмәл түгел бит.
Танышы аптырап торманы, кәрәк булған эсемлекте таныш-тоноштары аша табырға вәғәҙә итте һәм вәғәҙәһен тиҙ арала үтәп тә ҡуйҙы. Тағы тоҙло ҡыяр, помидор тултырылған бер нисә өс литрлыҡ банкыларын да ярҙам йөҙөнән тотторҙо. Ҡайһылай итһең инде ир уҙаманы, кәрәк булғас уларын да ҡабул итеп алды ул. Ҡыуаныстарын улы менән уртаҡлашты.
Буласаҡ килендең ата-әсә менән икенсе тапҡыр осрашҡанда туй көнөн билдәләнеләр, килештеләр. Шунан һуң ҡоҙағый Байрасҡа ҡарап:
- Ҡоҙа! Туйға парлы булып килһәгеҙ яҡшы булыр ине, -тине, - моғайын берәй подружкағыҙ барҙыр әле. Төп ҡоҙа парлы ултырмаһа, нимәһелер оҡшамай һымаҡ.
- Подружкам юҡ шул, - тип яуап бирҙе Байрас, - урам буйынан тотоп алып туйға кемделер килтереп булмай бит инде.
Был һөйләшеү бына ошоноң менән өҙөлөп тә ҡуйҙы. Эйе, күп кенә оҙон сәстәр уға булған үҙ иғтибарын төрлө юлдар менән аңғартты аңғартыуын, кемдер шылтыратты, кемдер хат яҙҙы, кемдер һөйләшергә яҡындарын ебәрҙе, әммә Байрас барыһын да кире ҡаҡты, сөнки ҡайғыһы әле таралып бөтмәгән, бәлки, күңеленә ятҡаны ла булмағандыр: кем белә?
Ҡайтып барышлай юлда улы Марат, руль артында ултырған атаһына ҡарап, һүҙ ҡатты:
- Атай! Ҡәйнәмдең “ҡоҙа, парлашып килһәң яҡшы булыр ине” тигән һүҙҙәрен иғтибарға алманың, шикелле, яңылышмаһам.
- Алдым, алдым, тик өс көн араһында пар итеп алып барып ултыртырҙай кемде табаһың? Минеңсә, төп ҡоҙаның алып барған ҡатыны хотя бы бата уҡытылған законлы хужабикә булырға тейеш.
- Пар булырҙай кемде табайым тип ҡабатлап тик ултыраһың. Һуң Нәсимә апай бар ҙа баһа! Үҙең шуны телдән төшөрмәй маҡтайһың. Миңә лә ул оҡшай: үҙе матур, үҙе аҡыллы һәм ярҙамсыл, бар эшкә лә йүгереп кенә тора.
- Әллә инде, туйға тиклем өс көн ҡалды өлгөрөп булмаҫ ул.
- Нишләп өлгөрөп булмаһын ти! Ҡартатай күренекле мулла, иртәгә райүҙәккә машинаң менән бараһың да Нәсимә апайҙы ултыртып алып ҡартатайға сабаһың, бата уҡытаһың һәм шуның менән вәссәләм. Тағы бер көн туйға әҙерләнергә ҡала.
- Бик еңел генә уйлайһың икән. Нәсимә апайың бындай ҡырҡа боролошҡа риза булырмы-юҡмы бына шуныһын нишләп иҫәпкә алмайһың?
- Алдан аңғартһаң риза булмаҫ, әлбиттә. Шуға күрә был турала бер-ни ҙә әйтмәйенсә, икәүләп атайыма барып киләйек әле тип һылтау тап та алып барып бата уҡыт та ҡуй!
- Әллә шул, белмәйем. Һин йәш, тормошто күрмәгән кеше, шуға бик ҡырҡа уйлайһың инде. Ә был бик етди мәсьәлә.
- Улай булмай инде. Һинең һымаҡ абруйлы кеше бер үҙе ҡалырға тейеш түгелдер тип уйлайым. Әсәйебеҙ менән бик матур һәм татыу донъя көттөгөҙ. Хәҙер ул юҡ, ауыр тупрағы еңел булһын, йылы үтеп китте, артабан йәшәүҙе дауам иттерергә кәрәк бит беҙгә, ә иң тәүге сиратта һиңә!
Ҡайтҡас йоҡлай алманы, төндө төрлө уйҙар уйлап үткәрҙе Байрас һәм иртәнсәк ҡырҡа ҡарарға килде. Ваҡ-төйәк эштәрен бөтөрә һалып, телефондан Нәсимәнең өйҙә булыуын белеште һәм һеҙҙең менән бергәләп минең атайыма барып туй буйынса кәңәшләшеп килергә кәрәк ине, тип аңғартты. Нәсимә тиҙ генә уйлап алды ла, ризалашты. Икәүләп, еңел машинаға ултырып алып, Байрастың тыуған ауылына ҡарай елдерҙеләр. Ауылға етер алдынан ҙур ғына тиҙлектә барған Байрас былай тине:
- Нәсимә! Хәҙер атайыма барып бата уҡытабыҙ.
- Кемгә, - тип аптырап ҡараны Нәсимә, - Марат кәләше менән ауылдамы ни?
- Юҡ! Икебеҙгә уҡытабыҙ.
- Шаярып бараһыңмы әллә?
- Юҡ, шаярмайым, бик етди һөйләшеп барам.
- Улайһа мин ошонда төшөп ҡалам, туҡтат машинаңды.
Машина туҡтаманы. Нәсимә ишекте асты ла ырғып ҡалырға самаланы, ләкин йүгереп барған ҡара ергә ҡарап бөжләне, буғай, ишекте “шап” иттереп кире япты һәм үсегеп:
- Ундай мәсьәләләрҙе алдан һөйләшәләр, кәңәшләшәләр, килешәләр бит, - тине, - бында һыны ҡатҡан бағана ултырмай!
- Мин дә, Марат та һине үҙ иттек, ә иркенләп һөйләшергә ваҡыт ныҡ ҡыҫтау. Үҙең аңғарып тораһың: иртәнән һуңға туй, шунда беҙ бер пар булып барып ултырырға тейешбеҙ.
- Бына һиңә мә! Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Мин бит ундай сараға бөтөнләй әҙер түгелмен. Мәҫәлән, туйға барар торған ҡатын-ҡыҙ яңы кейем һатып алырға тейеш. Тағы башҡа кейем-һалымын йыуып-үтекләп тәртипкә килтереү кәрәк.
- Ярай, эш унда ғына торһа, уларын атҡарып өлгөрөрһөң тип уйлайым.
- Ә мин улай тип уйламайым.
Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы, өй урамы эсендә үҙ мәшәҡәттәре менән йөрөп ятҡан Байрастың атаһы, ауылдың имам-хатибы Мөхәмәтдин мулла ҡаршы алды, ләкин нишләптер аптырап ҡалманы. Хәйер, ата-әсә үҙ балалары килерен көтөүҙән туҡтамайҙыр инде. Мосолмандарса ҡул бирешеп күрешкәндән һуң һөйләшеү бик ҡыҫҡа ғына килеп сыҡты.
- Ашығыс рәүештә берәй ярҙам кәрәк булдымы әллә, улым?
- Эйе, атай! Бына ошо аптырап ҡарап торған матур ғына төҫлө ҡатын-ҡыҙ киленең булыр. Беҙгә ваҡытты һуҙмай ғына бата уҡып ебәрһәң яҡшы булыр ине. Ныҡ абаланабыҙ, туйға әҙерләнергә кәрәк.
- Улайһа килен инеп сәй ҡайната торһон, ә һиңә ике-өс шаһит табып алып килергә кәрәк. Мин шул арала тәһәрәт алып әҙерләнеп торормон.
Байрас атаһы әйткән йомошто теүәл үтәне һәм бата мәжлесе тиҙ арала тамамланып та ҡуйҙы.
Шулай итеп, Байрастың тормошонда тағы бер боролош хасил булды.
-Эй, Раббым! Мәңгелек өйгә алып бара торған тормоштоң иң һуңғы боролошон алғараҡ ташлаһаң ине, - тип ялбарҙы ул Хоҙай Тәғәләһенән. Аҡыллы итеп йәшәй белһәң, был фани донъя матур бит.
Бер көндән һуң парлы-парлы ҡоҙалар йыйылған туй гөрләп үтте. Илаһи йәйҙең матур ваҡытында үткәрелгән туйҙа йәштәрҙең шау-шоуына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың һәм ҡунаҡтарҙың аҡ теләктәренә, йыр-моңдарына турғайҙар һәм һандуғастар ҡушылды...
Борис Хәйретдинов.
Читайте нас: