Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 00:30

Бәхетле баласағымдың тыныс булһын таңдары

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Беренсе Этҡол мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Йортбәкова Нәргизә.#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Һиңә ҡарап мин ҡыуанамын,
Аҡ болоттай керһеҙ күңелең.
Яманлыҡтан айыр яҡшылыҡты,
Изге булһын барыр юлдарың...

Әсәйемдең ошо наҙлы тауышына иртәнге йоҡомдан һиҫкәнеп уянып киттем.Ләкин,күҙҙәремде асмай ғына иркәләнеп ятыуымды дауам итә бирҙем әле.Әсәйемдең яғымлы тауышын,арҡаларымды һөйөп үткән йомшаҡ ҡулдарының наҙлауҙарын бер аҙға ғына булһала оҙағыраҡ тойоп иркәләнейем әле.Әсәкәйем тупылдатып һөйөп –һөйөп алды ла аш-һыу бүлмәһенә инеп китте.Бер аҙҙан танауымды ҡытыҡлап тәмле ҡоймаҡ еҫтәре йоҡомдан тамам уятты.
...Бөгөнгө көн ғәҙәти түгел ине,бөгөн мин яратҡан ял көнө.Ни өсөн яратҡан тиһегеҙме?Минең әсәйемдә,атайымда уҡытыусы булып эшләйҙәр.Шуға күрә улар көнө буйына мәктәптә булалар,ә мин ошо ял көндәрен нисек булһала оҙаҡҡараҡ һуҙып, күберәк улар беҙҙең менән булыуын теләйем.
Иртәнге сағыу ҡояш нурҙары күҙҙәремде сағылдырып үткәндәй булды. Иркәләнеп күҙҙәремде асам, ҡаршымда,теҙелеп ултырған кубоктар һәм миҙалдар балҡый икән.Был мөйөш минең ғаиләмдең иң ҡәҙерле мөйөшө.Был миҙалдарҙа күпме көс,дәрт,таһыллыҡ ята.Ағайымдарҙың бөртөкләп йыйылған миҙалдары өй иҙәненән атлап үткән саҡта сыңлап-сыңлап ҡалалар әйтерһеңдә, мин ағайымдарҙың уңыш һуҡмағын ҡабаттан уҙам.
Ағайымдар менән мин сикһеҙ ғорурланам!Атайым әйтеүенсә, улар бәләкәй генә саҡтарынан уҡ шашки ярыштарында көслө уйынсы булалар, уларҙы еңеүсе булмаған.Ағайымдар Баймаҡ районында ғына түгел,гүзәл республикабыҙҙың Ишембай,Күмертау,Күгәрсен,Йылайыр,Хәйбулла,Бөрйән райондарында һәм Сибай ҡалаһында уйнап республика чемпиондары булып танылыу яулағандан һуң, Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлап Ярославль ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында уңышлы күрһәткестәр менән йөрөп ҡайттылар.Кем уйлаһын, ошо бәләкәй генә бай тәбиғәтле,ғорур тауҙар араһында ултырған ауылдың башланғыс ҡына мәктәбенән шундай ике башҡорт малайҙары Рәсәй кимәленәсә барып етер тип. Ә бындай ағалы-ҡустылы бәхет күптәргә йылмаймай шул.Ағайымдар һәләткә бай егеттәр булып буй еткереп киләләр.
Етди ҡарашлы ,көслө рухлы Динис ағайымды фәндәр иле батшаһына тиңләйем,сөнки ул ниндәй генә предметҡа тотонмаһын олимпиадала еңеү үрҙәренә менә,спорттың ниндәй генә төрөн үҙ итмәй ул.Уҡытыусылары һәм ата-әсәйемдә ағайыма ҙур өмөттәр бағлайҙар.Ә инде йор һүҙле,шаян Инйәр ағайым бигерәк хисле малай,мал ярата.Уның кеүектәрҙе “мал йәнле” тип әйтәләр.Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә ағайым ихласлап яуап бирә. Бигерәк яратҡан малы инде ул- борон-борондан башҡорт халҡынының тоғро дуҫы булған йылҡы малы.Ялдарын елдәрҙә ялбыратып,ҡойроҡтарын сойорғотоп,тояҡтары менән ер тупраҡтарын сапсып торған тайтулаҡтарҙы сәғәттәр буйына туҡтамай яратып,һөйләшеп тора ала ул.Республикабыҙ ерлегендә үткәрелгән ат сабышы ярыштарынан бер ваҡыттала тороп ҡалмай.Ҡышҡы әсе буран булһынмы,йәйге сарсау эҫелекме,көҙгө һалҡын ямғырҙар булһынмы Инйәр ағайым өсөн уныһы мөһим түгел.Ат өҫтөндә елдереү ағайым өсөн үҙе бер ләззәт кенә.Ҡолон сағынан ғына үҙе тәрбиәләп үҫтергән Зорро ҡушаматлы тайтулағы менән Инйәр ағайым ,атайым менән берлектә, баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан “Аҡбуҙат” ипподромында ике тапҡыр сабышып ҡайтты.Бер-береһен ҡараш менән аңлашҡан ике дуҫ был юлы ла беренселекте яулап ҡайттылар.
Ошолай уйланып ята торғас өйөбөҙҙөң ҡалҡаны булып торған атайымдың тауышы ишетелде.Әсәйем менән ул нимәлер һөйләшә –һөйләшә иртәнге сәй эсәләр ине.Бигерәк яратам мин уларҙы.Гел шулай сөкөрләшеп кенә сәй эсеүҙәре оҙон ғүмергә генә етһен ине...
Был кубоктар араһында атайым менән әсәйемдеңдеке лә бар. “Атай,әсәй һәм мин-спорт ғаиләһе” исемле ярыштарҙа Динис ағайым менән берлектә район кимәлендә 5 йыл рәттән еңеп сыҡтылар.Районыбыҙ данын республика кимәлендә,ышаныслы рәүештә, тап төшөрмәйенсә һәр ваҡыт еңеп ҡайттылар. Атайым физик культуранан балаларға белем бирә.Ул тәрбиәләгән егет һәм ҡыҙҙар ярыштарҙа еңеп ҡайтып мәктәп данын күтәрәләр. Ә әсәйем башланғыс кластар уҡытыусыһы.Ул күпме саф күңелле балаларға тәүге хәрефтәрҙе өйрәтеп,ҡулдарына ҡәләмдәр тоттороп белем серҙәрен төшөндөрә һәм ҙур тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иткән.Әсәйем менән атайым арып эшләһәләрҙә уҡып сыҡҡан уҡыусыларынан хат-хәбәр килһә дәртләнешеп,күңелләнеп китәләр. Әлеге көндәрҙә атайым менән әсәйемә уҡыусылары рәхмәттәр әйтәләр.
Көслө рухлы атайым,алтын кәңәшле әсәйем,башҡорт рухлы ағайҙарым булғанда Башҡортостанымдың киләсәге алда әле,сөнки ул ныҡлы ҡулдарҙа.Минең ғаиләм Башҡортостанымдың сәскә атыуына үҙенең тос ҡына өлөшөн индергән.Тимәк,беҙҙең балҡышыбыҙ алда әле.
...Мин шундай татлы уйҙарға сумып ятҡан мәлдә ҡояш нурҙары сикә сәстәремде тағы бер наҙлап үттеләр.Шатлығым эсемә һыймай,мин бит бәхетле!Эйе,эйе шундай,бәхетлемен.Илем тыныс,өйөм йылы,ғаиләм теүәл! Донъяны яңғыратып бер ҡысҡыраһы ине.
-Эх,Башҡортостандың алтын бишегендә бәүелгән бәхетле бер ғаиләнең наҙлы ҡыҙы бит мин!
Читайте нас: