Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2019, 17:05

Мин һеҙҙең барлығығыҙға ышанам

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ! Һаҡмар мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Маннапов Байрас.#Һаҡмар_конкурстар; #волшебная_палочка; #тылсымлы_таяҡ

Һаумы хөрмәтле Ҡыш бабай !
Мин һеҙҙең барлығығыҙға ышанам,ейәнсәрегеҙ Ҡарһылыу апай менән Ирәмәл тауҙарында йәшәгәнегеҙҙе,һәр ваҡыт беҙҙе күҙәтеп торғанығыҙҙы ла беләм. Яңы йыл бүләк итеп,йылғыр арғымаҡтарҙа елеп кенә килеп балалар менән уйнап,бүләктәр таратып киткәнегеҙҙе саҡ көтөп алабыҙ.
Мин үҫеп етһәм Ил башлығы Радий ағай Хәбиров әйтмешләй "беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ " тип йәшәйәсәкмен,илемде һаҡлар өсөн әрмегә лә барырға ниәтем бар.Илем алдындағы бурысымды ысын ир -егеттәрсә үтәргә тырышырмын.Минең тыуған һәм торған ерем Һаҡмар ауылы,әле мин бүтән ерҙәрҙе күргәнем юҡ.Ауылымдың киләсәген мин ошолай күҙ алдына килтерәм.Тәҙрәләре балҡып торған ҙур ҙур өйҙәр, кешеләргә тик файҙаһы ғына була торған аҙыҡ -түлек һатылған магазиндар,дарыуҙар менән тәьмин итеп торған дарыуханалар,ял урындары,балалар майҙансыҡтары булыр кеүек.Күпләп эш урындары,кешеләр шат йылмайып эштән ҡайтып матур -матур йорттарына инеп китерҙәр,зарланған ,әрләшкән кешеләр бөтөнләй булмаҫтар һымаҡ.
Ә бына Яңы йыл кисендә Ҡыш бабай миңә тылсымлы таяғын биреп торһа,иң тәүҙә бөтә уңайлыҡтары булған ҙууур яңы мәктәп һалдырыр инем,унда иркен спорт залы,бассейн,кафе,ҡалып дәрес әҙерләй торған айырым бүлмәләр булдырыр инем, ошондай матур мәктәпкә көн дә бик күүүп балалар көн дә ашҡынып килерҙәр ине. Хөрмәтле Ҡыш бабай,тылсымлы таяҡ ҡулдан ҡулға күсеп йөрөмәйҙер ҙә бәлки ,Яңы йыл төнөндә ошо минең хыялымды ил башлығының ҡолағына төшөрөрһөгөҙ? Теләк булһа барыһын да башҡарып сығырға була бит.
Хөрмәтле Ҡыш бабай ! Һеҙгә беҙ ҙур өмөттәр бағалайбыҙ,Яңы йыл төнөндә бүләгегеҙҙе шыршы төбөнә генә һалып китмәгеҙ,ысынында һеҙҙе бик күргебеҙ килә,уй- ниәттәребеҙҙе асыҡтан- асыҡ үҙегеҙгә һөйләр инек. Һеҙҙе һағынып осрашыуҙар көтөп Һаҡмар мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Маннапов Байрас.

Төклө аяғың менән Сысҡан йылы 2020!
Читайте нас: