Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йорт алды ихаталарын ремонтлау буйынса программаға йомғаҡ яһаны. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте ул үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә белдерҙе.
Беренсенән, республика тарихында тәүге тапҡыр 4 йыл эсендә йорт алды ихаталарын төҙөкләндереү эштәрен тамамлау буырысы ҡуйылды, ти ул. Һәм ошо тәңгәлдә бюджетта финанслау ҡаралған. Икенсенән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын үҙгәртеп ҡороу талап ителә. “Аҡса табыу әҙ. Муниципалитеттарҙы һәм подрядсыларҙы халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителгән ҡарар буйынса эшләргә мәжбүр итергә кәрәк. Төҙөкләндереү эштәрен исем өсөн генә башҡарырға тейеш түгелбеҙ”, - тип белдерә Радий Хәбиров. Ҡайһы бер урындарҙа бүленгән аҡсаны үҙләштереү өсөн генә барған эштәрҙе туҡтатҡан осраҡтары ла булған. “Халыҡ үҙе ҡабул итеп ала йәки сифатһыҙ башҡарылған эштәргә түләнмәйәсәк. Дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр һәм юғары хаҡ күрһәтеп төҙөлгән смета документтарына бынан ары аҡса күсерелмәйәсәк”, - тип яҙа республика Башлығы.
Радий Хәбиров артабан яңы талап буйынса башҡарылған эштәрҙең фотолары менән бүлешә. Был маҡтаныу өсөн түгел, ә халыҡ, был программа буйынса үҙҙәре йәшәгән ихаталарҙа ремонт башланғас, ниндәй талаптар ҡуйырға кәрәклеген белһен өсөн, тип белдерә.
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Баймаҡта ла эштәр тамамланды. Һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡ. Ҡалала быға ҡәҙәр булмаған үҙгәрештәр күҙгә ташлана. Уларҙы халыҡ үҙе ҡабул итеп алып, подрядсыларға рәхмәттәрен белдерҙе. Алдағы йылдарҙа ла был программаның уңышлы эшләүен теләйбеҙ.