Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2019, 19:15

Сауаплы эш йәки, Көл зыяраты кәртәләнде

Ауыл биләмәһе башлығы Булат Фәрит улы Тайбугин был изге эшкә фатиха бирә. Шәхси эшҡыуарҙар Айҙар Ғәйетҡолов, Булат Рахманғолов, ауыл депутаты Рауил Ғарифуллин өмәгә тос өлөш индерә: улар эш материалдары менән тәьмин итәләр. Фажиғәле тарихы булған урынды кәртәләп, ир-егеттәр ҙур сауаплы эш башҡарҙы. Тереләрҙең ҡәҙерен, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ әйтеме. Элекке Мөрсәлим ауылының Көл зыяратында ерләнгәндәрҙең рухтары тыныс булһын.

Үткән быуатта Ниғәмәт ауылы янында бер-нисә бәләкәй ауыл булған. Бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан Мөрсәлим ауылы Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары араһында Суҡташ артында, Әмәндәк йылғаһы буйында урынлашҡан булған.
Ауыл ҙур булмаған. Мөрсәлимде көнъяҡтан Суҡташ тауы һырты, төнъяҡтан—Әтәс ҡаяһы теҙмәһе, көнсығыш һәм көнбайыштан тар ғына ҡыҫыҡтар ҡаплап торған. Ауыл буйлап бәләкәй генә Сылтырауыҡ шишмәһе ағып ятҡан, уның яры буйлап төрлө ағастар үҫкән. Был уңайлы урын ҡалмаҡ һәм ҡаҙаҡ сапҡындары ваҡытында йәшенеп ҡалырға ярҙам иткән. Үткән быуатта ауыл тулыһынса янып юҡҡа сыға, унан көл-күмер генә ятып ҡала. Халыҡ Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарына күсеп ултыра. 21-се йылдарҙа илдә аслыҡ башлана. Халыҡ күпләп ҡырыла. Үрге Яйыҡбай ауылы зыяраты ташлы булғанлыҡтан, ҡәбер ҡаҙыуы бик ауырға тура килә. Шуға күрә аслыҡ ҡорбандарын, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вафат булғандарҙы ла, Мөрсәлим ауылынан ҡалған көлгә ерләгәндәр. Халыҡ телендә Көл зыяраты тигән исем алған был урындың кәртәһе булмауы яйыҡбайҙарҙы борсой килә ине. Ниһайәт, 12 октябрҙә Үрге Яйыҡбайҙың ир-егеттәре күмәкләп был тарихи ерҙе кәртәләүгә тотондо. Ауыл биләмәһе башлығы Булат Фәрит улы Тайбугин был изге эшкә фатиха бирә. Шәхси эшҡыуарҙар Айҙар Ғәйетҡолов, Булат Рахманғолов, ауыл депутаты Рауил Ғарифуллин өмәгә тос өлөш индерә: улар эш материалдары менән тәьмин итәләр. Фажиғәле тарихы булған урынды кәртәләп, ир-егеттәр ҙур сауаплы эш башҡарҙы. Тереләрҙең ҡәҙерен, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ әйтеме. Элекке Мөрсәлим ауылының Көл зыяратында ерләнгәндәрҙең рухтары тыныс булһын.
Шуныһын да әйтергә кәрәк, Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Олоһонан йәшенә тиклем барыһы ла бергәләп бик күп спорт, мәҙәни, төҙөкләндереү эштәрен башҡарып сыҡтылар. Уларға афарин тип, бәйгелә еңеп сығыуҙарын теләйһе ҡала.
Г.Кейекбаева
Ниғәмәт ауылы
Читайте нас: