Өлкән инәйҙәр: “Мунса инеүҙең үҙ йолаһы бар. Мунсала ҡысҡырып һөйләшергә, шарылдап көлөргә ярамай. Арҡаңды ыуҙырған кешегә “рәхмәт” тип әйтмә, ә “аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын” тиергә кәрәк”, – тип аҡыл өйрәтһәләр, көлә инек. Мунсаның үҙ эйәһе бар, уны асыуландырырға ярамай, ти ине инәйҙәр.
Мунса яҡтым да, дуҫымды саҡырҙым. Әллә ни эшләп шул әбейҙәрҙән ишеткән һүҙҙәр иҫкә төштө бит! Дуҫыма һөйләп, икәүләп шул киҫәтеүҙәрҙән көлөп ултырабыҙ. Ныҡ сабынып ташлап, һыуынырға сығайыҡ тиһәк, ишек асылмай! Йән көскә этәбеҙ, теге яҡтан кемдер тотоп торған һымаҡ. Ә был яҡта тәҙрә лә юҡ. Һауа тын алғыһыҙ, эҫе. Дуҫым әлһерәп иҙәнгә төшә башланы. Мин шул саҡ белгән бар доғаларымды уҡып бөттөм, мунса эйәһенән унан көлгән өсөн ғәфү үтендем. Ҡапыл ишек үҙенән-үҙе асылып китте. Был хәл тураһында дуҫым менән иҫләмәҫкә тырышабыҙ.
М.