Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2019, 14:15

Минең Башҡортостан Республикаһының үҫешенә индергән өлөшөм

Бар Евраазиянан килгән һуғышсыларҙың 20-һе имтихан тапшырҙы. Шуларҙың бишәүһе генә ҡара билбау алды. Уларҙың араһында үҙемдең дә булыуыма һаман ышанып етмәйем. Тик көн һайын пиджәгемдә йөрөткән ҡара билбауҙың значогы – дао ғына бының дәлиле булып йөрәгемә шатлыҡ тойғоларын бүләк итә.

Ир-егеттәр иламай... Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән һайын күңелдең ниндәйҙер бер ҡылы өҙөлгәндәй була. Ни өсөн илай алмай ир-егеттәр? Ә ғорурлыҡтан? Оло шатлыҡтан? Үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта ҙур ҡайғынан, исмаһам, ике бөртөк күҙ йәше сығарырға хоҡуғыбыҙ юҡмы ни беҙҙең?
Иң ҙур ғорурлыҡ башҡорт булыуым. Икһеҙ-сикһеҙ далаға, ҡалын-ҡалын урманға, бейек-бейек тауға, сая бөркөттәр йәшәгән ҡаяларға, теш ҡамаштырғыс саф шишмәләргә, тәнгә сихәт биргән йылға-күлдәргә, Саҡ менән Суғы зар илап, ата-әсәләрҙе:ң ҡәҙерен белергә өйрәткән Башҡортостанда йәшәүем менән бәхетлемен. Бәлки, кескәй саҡта уны аңлап та етмәйһеңдер. Хәйер, балалыҡҡа бәйле түгел ул был аң. Сит-тарафтарға барып, икенсе йәшәйеште күргәс тыуған ереңдең, баймаҡлығыңдың ҡәҙерен эстәйһең. Ушу-саньда буйынса Өфө ҡалаһына республика ярышына барғас, “Баймаҡ!” тип иғлан иткәс, үҙ өҫтөмә ниндәй яуаплылыҡ алғанымды аңланым. Тотош район-ҡаланың намыҫын яҡлайым бит мин! Был өҫтәмә сәм һәм дәрт бирҙе. Һәм бына мин – республика чемпионы. Шул саҡта үҙенән-үҙе ике бөртөк күҙ йәшем атылып сыҡты: тулҡынланыуҙан, еңеллектән һәм, әлбиттә, тыуған еремә дан алып килеүҙән.
Еңеүҙәремдең сере ябай: һәр алышымды атайым мәрхүмгә бағышлайым. Был миңә көс һәм хәлем бөтөп йығылып барғанда ла, ҡаршы яҡ һуғышсыны йығырға ярҙам итә. Атайым мине 6 йәшемдә генә “Барс” клубына алып барып бирҙе. Әле хәтеремдә, балалар баҡсаһында барыһы ла төштән һуң йоҡларға ятҡанда, мине күнекмәләргә алып китәләр ине.
Атайыбыҙ мине һәм һеңлемде тағы бик яҡшы ғәҙәткә өйрәтте: ул урманды, урамдарҙы, тирә-яҡты ҡыйламаҫҡа. Бөгөнгөләй хәтеремдә: бар ғаиләбеҙ менән ҡайҙалыр машинала китеп барабыҙ. Эҫе көн, туңдырма ашап киләбеҙ. Тәмлекәсте ялап бөткәс мин машинаның тәҙрәһен асып, уның ҡағыҙын тәҙрә аша быраҡтырҙым. Атайым машинаны туҡтатты ла, артҡы яғын асып тоҡ алды ла, миңә юл буйындағы бар сүп-сарҙы йыйырға ҡушты. Мин тәүҙә ризаһыҙлыҡ белдерһәм дә, йыя башланым. Атайым икенсе тоҡ алып, үҙе лә эшкә кереште. Өйгә ҡайтҡас йоҡлар алдынан: “Атай, ә нимәгә һин дә ҡыйҙы йыйҙың, мин ташлағайным бит”,-тинем. Ә ул: “Һин тәбиғәткә уйламайынса ла сүп-сар ырғытаһың икән, тимәк, мин һине дөрөҫ тәрбиәләмәйем. Миңә лә бының өсөн яза булды”,-тине.
Эйе, ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда ла беҙ таҙа урын эҙләп йөрөмәнек. Оҡшаған ерҙең тәүҙә бар ҡый-һайын таҙартып, машинаға тултырып ҡуйыр инек. Тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡты тәртиптә тотоу тыуған ереңдең үҫешенә генә түгел, ә үҙеңдең күңел камиллығыңа ла ҙур өлөш индерә ул. Үкенескә ҡаршы, беҙ йыш ҡына тәбиғәтте һаҡлау – тотош кешелектең киләсәген һаҡлау икәнлеген онотоп ебәрәбеҙ. Әгәр ҙә беҙ бөйөк яҙыусы Мостай Кәрим әйткәнсә:
Аяҡ баҫһаң, үләндәре
Торғаны бәрхәт инде.
Шул тупраҡта тыуып үҫеү
Үҙе бер бәхет инде,-тип йәшәргә теләһәк, һәр баланы кескәй сағынан Ер-әсәгә ҡарата һаҡсылыҡҡта тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Ошо тирә-яҡты таҙартып, ҡыйҙы ҡала ҡыйлығына алып барып түккәндә мин тәүге тапҡыр асарбаҡтарҙы күрҙем. Алама кейемдә, сүп-сар араһынан ниҙер соҡоған кешеләргә бик аптыраным. Ул саҡта миңә 8-9 йәш самаһы булғандыр. Уйланып йөрөп ҡайтҡас: “Ана шул бомждарҙан ни файҙа? Уларҙы бер ҡайҙа алып барып бикләргә кәрәк, ерәнгестәр улар”,-тинем. Әсәйем миңә: “Юлыңда осраған һәр кеше һиңә йә уҡытыусы, йә уҡыусы, йә һынау өсөн ебәрелә. Кемделер нимәләлер ғәйепләр, уның тураһында фекер йөрөтөр өсөн, тәүҙә уның яҙмышын кисерергә, уның бар ҡайғыһын үҙ йөрәгең аша үткәрергә кәрәк. Кеше кем буыуына ҡарамаҫтан, ихтирамға, хәстәрләүгә лайыҡ”,-тине.
Быйыл “Магнит” магазины тупһаһында өшөп-ҡалтырап ултырған оло кешене күреп ҡалдым. Әсәйемдең һүҙҙәрен хәтеремә төшөрөп уға икмәк һатып алып сығып тотторҙом. Уның ошо икмәккә ҡыуаныуын! Уның шул тиклем шатланыуын күреп, күңелем тулды. Асарбаҡтарға, өлкән йәштәгеләргә эскерһеҙ ярҙам күрһәткән һәр кеше, хатта балалар ҙа республикабыҙ тормошона ниндәйҙер өлөш индерә, тип әйтә алалыр.
...Тиҙҙән мине тағы ла юлдар, сираттағы ярыш көтә. Муйынымда әсәйем көслө мулланан яҙҙырған бетеү, ҡулымда Баймаҡ әләме булған саҡта, миңә тағы ла республикам, унан илем намыҫын яҡларға тура киләсәгендә шигем юҡ. Шатлан, Башҡортостан, һинең улың ғорурлығыңды арттырып киләһе үрҙәргә, тағы ла олораҡ еңеүҙәргә ынтыла!..
Илсен Салихов.
Читайте нас: