Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2019, 12:55

Эштә тәртип булһын!

Осраҡлы рәүештә һайлап алынған өс эшҡыуар тикшерелде һәм барыһында ла етешһеҙлектәр табылды.

Баймаҡ районы прокуратураһы эшҡыуарҙарҙың хеҙмәт закондарын ниндәй кимәлдә үтәүен тикшерҙе. Бындай сара эшкә ялланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн эшләнә. Осраҡлы рәүештә һайлап алынған өс эшҡыуар тикшерелде һәм барыһында ла етешһеҙлектәр табылды.

Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы тураһында яҙма формала бер ниндәй ҙә мәғлүмәт (күпме аҡса түләнергә тейеш, нимә өсөн тотолған, һалым түләүҙәре һ.б.) бирмәгән. Бынан тыш хеҙмәт кенәгәләре бирелмәгән, эш ваҡыты табеле алып барылмаған, эш хаҡы ваҡытында түләнмәгән. Ошондай осраҡты эш биреүселәр үҙ файҙаһына ҡулланыусан: эш хаҡын еткерә түләмәү, сәбәпһеҙ эштән бушатыу.

Табылған етешһеҙлектәр буйынса административ эштәр ҡуҙғатылды. Был эшҡыуарҙарға штраф һалынасаҡ. Уларға билдәле ваҡытта етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талабы ҡуйылды.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса артабан да тикшереүҙәрҙе даими үткәрәсәк.

Л. Нуруллина, район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: