Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2019, 08:49

Быйыл районда 22522 төп ағас ултыртылды!

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй экология акцияһы дауам итә. Ул 1 сентябрҙә башланды һәм октябрь аҙағында тамамланасаҡ. Акцияла ҡатнашыусылар үҫентеләр ултырта, урманды таҙарта. Баймаҡтар өсөн ул матур традицияға әйләнгән. Унда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә тотош Баймаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы әүҙем ҡатнаша.

Әйтергә кәрәк, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса районда ҙур саралар даими ойошторола. Уларҙа йәштәр һәм уҡыусыларҙың да ҙур теләк менән ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Йыл дауамында баҡса, сквер, аллеяларға йәш үҫентеләр ултыртыла. Әле күптән түгел Башҡортостанда “Йәшел республика” акцияһы үткәйне. Уларҙа төрлө учреждение, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Был көндө яҡынса 5 мең төп ағас: ҡарағай, шыршы, ҡайын, миләш һәм башҡа төр йәш үҫентеләр ултыртылды. Шуның 2 меңе ҡаланың Стаханов, Мерәҫ, Әлибаев, Ленин урамдарындағы скверҙарҙы, Салауат Юлаев проспектының 31-се, 33-сө йорттары алдын, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын, “Еңеү” паркын йәшелләндерәсәк.
Ошо көндәрҙә иһә “Йәшә, урман!” акцияһы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Темәс ауыл биләмәһендә яҡынса 2000 төп ҡарағай ултыртылды. Был эштә ошо төбәк ирекмәндәре лә ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ Баймаҡ урмансылығы биләмәһенең 1,1 гектар майҙанында йәш үҫентеләр ҡалҡып сыҡты. Бының өсөн Этҡол урман хужалығы питомнигында сәсеп үҫтерелгән ике йыллыҡ үҫентеләр алынды.
“Йәшә, урман!” акцияһы барышында башлыса Темәс ауыл биләмәһендә законһыҙ рәүештә төҙөлөш таштары сығарылған карьерҙарға иғтибар бирелде. Ул ерҙәрҙе ҡайтанан йәшелләндереү маҡсаты күҙ уңында тотола.
Быйылға тирә-яҡты йәшелләндереү саралары тамамланды. Әлеге ваҡытта питомниктарҙа орлоҡ әҙерләү эштәре дауам итә, киләһе акцияларға нигеҙ һалына.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: