Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2019, 06:37

Үрге Яйыҡбайҙа “Мәргән уҡсы” ярышы гөрләп үтте

Үткән аҙнала Үрге Яйыҡбайҙа Республика көнөнә арнап “Мәргән уҡсы” район турниры үтте. Был ярыш “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы сиктәрендә сәләмәт тормошто пропагандалау, районда йәйәнән уҡ атыуҙы спорт төрө булараҡ үҫтереү маҡсатында Үрге Яйыҡбай ауылының ир-егеттәр ҡоро, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса секторы тарафынан ойошторолдо. Үҙ көстәрен һынарға Арҡайым ҡасабаһынан, Ниғәмәт, Байым, Икенсе Этҡол, Түбәнге Яйыҡбай, Таулыҡай, Әхмәр, Темәс ауылдарынан, Баймаҡ, Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларынан спортсылар килде. Әйтергә кәрәк, “Мәргән уҡсы” ярышы район башҡорттары ҡоролтайының эш планына ярашлы үткәрелде.#Трезвоесело2019, #Айыҡауыл2019#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Сара Үрге Яйыҡбай ауылының “Әл-Фатиха” мәсетендә аят уҡыу менән башланды. Яйыҡбайҙар ауылдың тарихы, уның һуңғы йылдарҙағы үҫеше менән таныштырҙы, киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Ошонда уҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә мәсет баҡсаһына ағастар ултыртылды.
Әйтергә кәрәк, “Мәргән уҡсы” ярышы яҡшы ойошторолоуы, унда милләттәштәребеҙҙең ихлас ҡатнашыуы менән айырылып торҙо. Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Айырыуса 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталығы менән таң ҡалдырҙы. Улар араһында Әхмәрҙән Физалиә Әбдисова, 76 мәрәй йыйып, иң мәргәне булып танылды. Ошо уҡ ауылдан Йәнгүзәл Хәсәнова – 2-се, Баймаҡтан Азалия Кәримова 3-сө урындарҙы яуланы. 17 йәшкә тиклемге малайҙарҙан Сибай ҡалаһынан Рәил Латыпов еңеп сыҡты. 18 йәштән өлкән ир-егеттәрҙән Үрге Яйыҡбайҙан Ғәфүр Рахманғолов 105 мәрәй йыйҙы һәм майҙан батыры булып танылды. Әхмәрҙән Әхәт Өмөтбаев, Ниғәмәттән Әхиәр Мәжитов артабанғы урындарҙы бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Сибайҙан Резеда Латыпова, Магниторск ҡалаһынан Альбина Йәғәфәрова һәм Үрге Яйыҡбайҙан Сәғиҙә Рахманғолова еңеүсе булды. “Иң оло ҡатнашыусы” номинацияһында Таулыҡайҙан 64 йәшлек Рита Ҡоланбаева, “Иң кесе ҡатнашыусы” номинацияһында Әхмәр ауылынан 8 йәшлек Зөбәржәт Хәсәнова билдәләнде. Түбәнге Яйыҡбайҙан Азат Әмиров – “Иң әүҙем ҡатнашыусы”, Баймаҡтан Рөстәм Сафин “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында еңде.
Еңеүселәрҙе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт буйынса секторы мөдире Вадим Ғәбитов, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илшат Хәмитов тәбрикләне, Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Районда халыҡ уйындарының, боронғо кәсептәребеҙҙең тергеҙелеүе ҡыуаныслы күренеш һәм ул йәмғиәттә ҙур роль уйнай. “Мәргән уҡсы” уйыны шуның асыҡ миҫалы булып тора.
Азамат МӨХӘМӘТШИН.
Читайте нас: