Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2019, 11:35

Халыҡтар берҙәмлеге – ил ҡеүәте

Баймаҡ белем усаҡтарында мөһим көнгә арналған саралар уҙғарылды#мыедины

Бөгөн район-ҡаланың һәр мәктәбендә Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтте. Сағыштырмаса яңы байрам булған был тарихи көн тураһында балалар ниҙәр белә һуң? Ошо ҡыҙыҡһыныу ҡаланың 4-се лицейына алып килде. Сөнки был уҡыу йортоноң уҡыусылары тарих фәне буйынса төрлө кимәлдә үткән конкурс, олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай.
Директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова 6-сы Б класын сәләмләп, яҡынлашып килгән байрам тураһында иғлан иткәс, тарих уҡытыусыһы Гөлфиә Байғотлина дәресте башлап ебәрҙе. Тәүҙә ул балаларға: “Был көн ни өсөн “берҙәмлек” һүҙенә бәйләнде икән?”-тигән һорау бирҙе. Уҡыусыларҙың әле 6-сы класта ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, бик күпте белеүе шатландырҙы. Шулай уҡ балаларҙың берҙәмлек төшөнсәһенә халыҡтар дуҫлығын, илебеҙҙең ныҡлығын, хатта ғаилә именлеген дә һалыуы, уларҙың төптән фекер йөрөтә белеүен дәлилләне. Артабан Гөлфиә Рим ҡыҙы слайдтар аша беҙҙе бер нисә быуат элек булған сәйәси ваҡиғалар эсенә индереп алып китте.
1608-1609 йылдарҙа Рәсәйҙә власть икегә бүленә. Мәскәү Кремлендә законлы батша Василий Шуйский ултыра. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү янында, тарихта Лжедмитрий I тип һаҡланып ҡалған, кеше лагерь ҡора. Боярҙар Думаһы һайлап ҡуйған Василий Шуйскийҙың хөкүмәте абруй менән ҡаҙанмай, өҫтәүенә был сәйәси хәлгә поляктарҙың килеп ҡыҫылыуы хәлде тағы ҡатмарлаштыра. Лжедмитрий бөтә Рәсәй буйынса үҙенең кешеләрен ебәрә. Улар төрлө милләт кешеләренә яҡшы тормош вәғәҙә итеп, үҙенә буйһонорға ант иттерә.
Башҡорттар ил өсөн бик ауыр заманда Лжедмитрийҙың вәғәҙәләренә бирелмәй, Рәсәй батшаһына тоғро ҡалып, баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшә. Бер нисә хәл иткес һуғышта нәҡ башҡорттарҙың батырлығы, үҙен аямай һуғышыуы еңеүҙәргә булышлыҡ итә. Башҡорттар казактар менән берлектә, ул саҡта Европала иң яҡшы булып иҫәпләнгән, поляк-литва кавалерияһын еңеп сыға. Шулай итеп, 1608-1610, 1611-1612 йылдарҙағы ауыр, буталсыҡ заманда ла беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Рәсәй империяһына тоғро ҡалып, илдән интервенттарҙы ҡыуып сығарыуға булышлыҡ иткән.
Эйе, тарих төпкөлөнә гиҙеп, халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ кисерергә тура килде.
6-сы А класында ла Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрес йөкмәткеле һәм йәнле итеп ойошторолдо. Тарих уҡытыусыһы Әлиә Хәбир ҡыҙы Ишбирҙина балаларға слайдтар аша тарихи мәғлүмәттәр биргәндән һуң, уларҙы йәнле һөйләшеүгә йәлеп итте.
Эйе, тарихи ваҡиғалар, Ватан өсөн хәл иткес көндәр мотлаҡ өйрәнелергә һәм киләсәккә тапшырылырға тейеш. Халыҡтар берҙәмлеге көнө - илгә бәлә килгәндә бар милләттәрҙең бер булып күтәрелеп сығып, еңеү яулауына дан ул. Балаларҙың ошондай мөһим ваҡиғаларҙы белеп үҫеүе икеләтә ҡыуаныс.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: