Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2019, 08:13

Башҡортостанға дан йырланды

Республика көнө Баймаҡ районында юғары кимәлдә һәм сағыу итеп билдәләнде. Һәр ауыл биләмәһендә тантана уңайынан береһенән – береһе үҙенсәлекле саралар үтте, халыҡ рәхәтләнеп ял итте.

Ҡаланың үҙәк майҙанында иртә менән йәрминкә башланды. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, район-ҡала уңғандары халыҡҡа йәшелсә-емеш, һөт аҙыҡтарын тәҡдим итте. Йәрминкәлә ит һатыусылар ҙа, уны алыусылар ҙа күп булды. Сөнки был продукция халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Йылҡы итен – 290–370, һыйырҙыҡын 240–350 һум менән һаттылар. Шәхси хужалыҡтар һарыҡ, ҡош ите тәҡдим итте. Улар ҙа һәйбәт үтте. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай йәрминкәләр хәҙер һәр шәмбе үтәсәк.
Иртәнге унға майҙанға халыҡ ағыла башланы. Төрлө төҫтәге шарҙар тотҡан хеҙмәт коллективтары, балалар байрамға төҫ өҫтәне. Ә инде тотош майҙандың Башҡортостандың гимнын йырлауы, артабан мәктәп уҡыусыларының флеш-мобы Республика көнөнөң сағыу биҙәгенә әүерелде. Тантаналы митинг һәм хеҙмәт алдынғылары билдәләнгәндән һуң үткәрелгән концерт та бай йөкмәткеле, иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарылып, менән һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Алдан иғлан итеүебеҙсә, был көндө Гәзиткә яҙылыусы көнө лә үтте. Шуныһы әһәмиәтле, “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусылар туғыҙ тулмаҫ борон майҙанға йыйылған ине. Почта хеҙмәткәрҙәре халыҡты төрлө гәзит-журналдарға яҙҙырып, шунда уҡ квитанцияларын таратһа, “Һаҡмар”, “Баймакский вестник”, “Йәшлек” гәзиттәре бүләктәрен уйнатты. Дөйә лә – бүләк, төймә лә – бүләк, тигәндәй, гәзиткә яҙылған бер кеше лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙы шатландырып шуны әйткебеҙ килә: “Һаҡмар” гәзитенә яҙылған квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ. Сөнки бүләктәр Яңы йылға тиклем уйнатылыуын дауам итә. Ә Республика көнөндә “Һаҡмар” гәзитенә 57 кеше яҙылды.
Физкультура һәм спорт комитеты хеҙмәткәрҙәре үткәргән ярыштар ҙа ҡыҙыу үтте. Баймаҡтар дартс, армрестлинг, гер күтәреү, туп ташлау һ.б. спорт төрҙәре буйынса көсһынашып, бүләктәргә лайыҡ булды.
Кискеһен ял паркында Республика көнө айҡанлы үткәрелгән “Сәскә ат, Башҡортостан!” район вокалсылар конкурсының Гала-концерты уҙғарылды. Уны йәштәр комитеты ойошторҙо. Тамашасылар өсөн яңы исемдәр асылып, Баймаҡ күгендә сағыу йондоҙҙар ҡалҡып сыҡты, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә була. Уларҙың бай һәләте беҙҙе киләсәктә күп тапҡыр һөйөндөрөр әле.Эйе, был көндө Башҡортостаныбыҙға дан йырланып, байрам юғары кимәлдә үтте.Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: