Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Октябрь 2019, 07:03

Күңелдәргә матурлыҡ сәсә

Бөгөн баланың ижад итеү һәләтен күреү һәм үҫтереү, әүҙемлеген арттырыу, күңел донъяһын тейешле йүнәлештә тәрбиәләү өсөн педагогтар бар тырышлығын һала. Һәр баланың үҫеш кимәлен иҫәпкә алып, үҙ методикаһын булдыра, яңылыҡтарын индерә, белем биреү системаһын формалаштыра.Замана педагогы һәр саҡ үҙгәрештәрҙән алда бара: бай тәжрибәле, ҡыҙыҡһыныусан, үҙ өҫтөңдә даими эшләү, һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә һәм асышта булыу. Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы, “Оҫта ҡулдар” берләшмәһе етәксеһе Гөлдәр Әбделхай ҡыҙы Хисмәтуллинаға үрҙә һанап үтелгән сифаттарҙың барыһы ла хас.

Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы 10 балалы ишле ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килә. Тыуған ауылы Аҡморонда мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булам тип хыялланған йәш ҡыҙҙы тормош елдәре Сибай педагогия училищеһына илтә. Технология дәресе уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергәс, йәш белгес тәүҙә Йәрмәкәй районы Спартак мәктәбендә, аҙаҡ райондың Ярат ауылы мәктәбендә үҙ һөнәре буйынса байтаҡ тәжрибә туплай. Уның тырыш хеҙмәтен республика, район тарафынан бирелгән бихисап Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаттары асыҡ дәллиләй. Ул тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе лә. Бөгөн ул балалар ижады үҙәге педагогы, Ярат һәм Сәйғәфәр ауылы мәктәптәрендә уҡыусыларҙы ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә. Ижад ҡайҙан башлана тиерһегеҙ? Миңә ҡалһа, ул педагог менән балаларҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтенән башлана. Беҙҙең Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы һәр уҡыусыға ҙур ижад кешеһенә ҡараған кеүек иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәттә. Һәр баланы үҙ күреп, уға үҙ тиңе итеп ҡарай. Күрәһең, шул тиңлек уның уҡыусылары ижадында бар донъяға йәйғор булып балҡый ҙа инде. Уның етәкселегендә балалар район, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, хатта халыҡ-ара ижади конкурстарҙа ҡатнашып, дипломант, лауреат исемдәрен яулай. Уҡыусылары Айһылыу Мырҙаҡаева, Нәркәс Йәнбирҙина, Сәлимә Исчурина конкурс һәм күргәҙмәләрҙә әүҙемлек күрһәтһә, Гөлзифа Юлдашбаева, Рәйсә Мырҙабулатова, Фиҙалиә Раева фәнни-тикшеренеү эштәре менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Сәйғәфәр мәктәбе уҡыусылары Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙының тәжрибәһенә таянып, мәктәп өсөн милли кейемдәр ҙә тегә. Ысынлап та, балаларҙың һәр эшендә күңел донъяһын, ижади фекерләү киңлеген, тәрәнлеген, хистәр көсөргәнешен, йөрәк йылыһын тойорға була.
Коллегабыҙ юғары дәрәжәле педагог ҡына түгел, һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, игеҙәк ҡыҙҙарына хәстәрлекле әсәй, ейәнсәрҙәре өсөн һөйкөмлө өләсәй. Ҡыҙҙары Алина һәм Алита М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған, икеһе лә филология фәндәре кандидаты. Тел ғилеме буйынса ғына түгел, улар гүзәлеккә һәм камиллыҡҡа ынтылған шәхестәр. Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, икеһе лә оҫта ҡуллылар. Ысынлап та, ҡыҙҙарҙың милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләре матурлығы менән хайран ҡалдыра.
Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙы уҡыусыларға ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ҙур мөмкинлектәр аса. Ул ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуаттар дауамында тупланған рухи, матди байлығыбыҙҙы бөгөнгө көнгә яраҡлаштырыу йәһәтенән ҙур эштәр алып бара. Ул етәкләгән “Оҫта ҡулдар” берләшмәһендә һәр бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе һәм тикшеренеүсе итеп тоя. Коллегабыҙ эшмәкәрлегенең был йүнәлеше -- һәләтле уҡыусылар менән фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороу. Билдәле бер теманы асыҡлау маҡсатында тыуған төйәктең, тыуған ауыл һәм райондың, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, йолауи байрамдарын өйрәнәләр. Бергәләп оло быуын кешеләре менән осрашыуҙар ойошторалар. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә хәтерҙә ҡала, баланың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, киләсәккә ышанысты нығыта. Ә бит шундай эштәр Гөлдәр Әбделхәй ҡыҙының уҡыусылары өсөн белем йәки күнекмәләр сығанағы ғына түгел, ә тормош мәктәбе, үҙҙәренә киләсәккә юл һалыр бер маяҡ. Балалар үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана икән, тимәк, бында педагогтың роле ҙур. Был фекер менән күптәр килешер. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, коллегабыҙ менән ғорурланабыҙ, унан өлгө алабыҙ. Гөлдәр Әбделхай ҡыҙына ғаилә именлеге, балаларының шатлығын тойоп йәшәүен, артабан да һәр башланғыста яңынан-яңы үрҙәргә өлгәшеүен теләйбеҙ.
Гөлнара МОСТАХЕТДИНОВА.
Читайте нас: