Милли ғорурлыҡ тойғоһонда
Ҡалабыҙҙың “Айыуҡай” балалар баҡсаһы 1980 йылда оҫта, талапсан, үҙ эшенең оҫтаһы булған, районда ғына түгел республикала танылыу алған Зифа Ғәбит ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә үҙ эшен башлап ебәрә һәм район-ҡала буйынса үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарҙа килә. Ә инде әсә телен ныҡлап өйрәнеү маҡсатында 1999 йылда башҡорт балалар баҡсаһына әйләндерелә һәм уның етәксеһе итеп Мөнирә Зекриә ҡыҙы Ситдыҡова тәғәйенләнә. Эшкә бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ең һыҙғанып тотона һәм тәрбиә, белем биреү эше саф башҡорт телендә алып барыла. Мөнирә Зекриә ҡыҙы эште маҡсатлы, дөрөҫ йүнәлештә алып барыу өсөн күп көсөн һала. Район, республика күләмендәге барлыҡ сараларҙа ла «Айыуҡай» башҡорт балалар баҡсаһы алдынғылар рәтендә була. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә мәктәпкәсә осор ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә “Айыуҡай”ҙа туған тел аша рухлы, юғары әхлаҡлы, әҙәпле балалар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыс итеп ҡуйылған.
Башҡорт халҡының көнкүреше, тарихы, ауыҙ-тел ижады, милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Халҡыбыҙ йолалары, байрамдары аша кескәйҙәр күңеленә йәшәйеш ҡағиҙәләре, әхлаҡ-әҙәп, иман төшөнсәләре, хеҙмәт һабаҡтары еткерелә. Ата-әсәләр өсөн дә төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, «Оҙон сәс», «Атайҙар ҡоро», «Атанан күргән – уҡ юнған», «Ҡаҙ өмәһе», ағинәйҙәр менән осрашыуҙар, спорт байрамдары, өмәләр, йәрминкәләр дәррәү рәүештә уҙғарыла.
Бала тыуған еренең, иленең, халҡының оло шәхестәрен белеп үҫһен һәм башҡорт булыуы менән ғорурланһын, телен белһен өсөн беҙҙең баҡсала бик күп эш башҡарыла. 2015 йылда “Айыуҡай”ҙа БДПУ менән берлектә “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә моделе” темаһына эксперименталь майҙансыҡ булдырылды. Ғилми етәксе Ф.Ғ. Аҙнабаева етәкселегендә мәктәпкәсә йәштәге балаларға “Башҡортостан – Тыуған илем” программаһы, ”Башҡортостан-гөлбостан” хрестоматияһы, перспектив пландар, әсбаптар баҫтырылды. Был китаптар балала Ватанына, халҡына, яҡындарына хөрмәт, һөйөү тойғоһо уятып, унда кешелек ҡиммәттәре, изгелек, ғорурлыҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй.
Кескәй төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бар шарттар булдырырға тырышабыҙ. Беҙ ҡала, район, республика кимәлендә үткән ярыш, конкурстарҙа ихлас ҡатнашабыҙ. “Айыуҡай” балалар баҡсаһының тәрбиәселәре район, республика һәм Рәсәй баҫмаларында ла үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. «Һаҡмар», «Киске Өфө», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аманат», «Аҡбуҙат», «Йәншишмә»нең тоғро дуҫтарына әйләндек тиһәк тә хата булмаҫ. Ә инде «Баласаҡ донъяһы» журналында беҙҙең сығыштарыбыҙ даими урын ала.
2017 йылдың майында беҙҙең баҡса базаһында Бөтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһы уҙғарылды һәм ул юғары баһа алды.
2018 йылда Бөтә Рәсәйҙә уҙғарылған фәнни конференцияла һәм балалар баҡсаһында яңы стандарттарға ярашлы эш алып барыуҙы ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелгән VIII Бөтә Рәсәй фәнни конференцияға арналған йыйынтыҡта ла беҙҙең сығыштарыбыҙ донъя күрҙе.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, балаларыбыҙ милли рухлы, сәләмәт, белемле булып үҫһен өсөн йәш етәксе Ләйсән Марат ҡыҙы Иманғолова етәкселегендәге ижади эҙләнеүсе коллектив юғары баһаларға лайыҡ булды. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тырыш хеҙмәтебеҙҙең емеше булып тора. Шулай уҡ 2016, 2017, 2019 йылдарҙа “Йыл балалар баҡсаһы” исеменә лайыҡ булдыҡ. 2017-2018 йылдарҙа республика мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһындағы ярышта ҡатнашып, “Еңеүсе-лауреат” исемен алды. Ә инде коллективтың иң төп эш һөҙөмтәһе – балаларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы, призлы урындарға лайыҡ булыуы.
Кескәйҙәр үҙ телен, милли мәҙәниәтен, йола-ғәҙәттәрен белеп, илһөйәр булып үҫеүе киләсәктә уларҙы көслө шәхес итеп тәрбиәләйәсәк. Балаларҙы халҡыбыҙҙы алға әйҙәүсе, рухлы итеп тәрбиәләүҙә һәр оло кеше үҙен бурыслы итеп тойһон һәм кескәйҙәребеҙ һау-сәләмәт үҫһен.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Бала саҡ хыялым кескәйҙәр менән эшләү ине. Уй-ниәтемә тоғро ҡалып, Сибай педагогия колледжына уҡырға индем һәм уны уңышлы тамамланым. Дипломлы йәш белгес булып ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһына эшкә килдем. Миңә кескәйҙәр төркөмөн биреп тә ҡуйҙылар. Яңы эш урынына, коллективҡа ылығырға, бәләкәс кешеләр менән уртаҡ тел табырға ынтылдым.
Беренсе эш көнөндәге тулҡынланыуымды әле лә онота алмайым! Бәләкәстәр мине ҡабул итерме, уларға күңел асҡысы табырмынмы, ата-әсәләрҙән айырып алып ҡала алырмынмы?.. Ошондай мең-мең һорауҙар мине бер мәлгә лә ебәрмәне. Бына, ниһайәт, беренсе баланы алып килделәр. Ул да яңы кешене күреп ҡаушап ҡалды. Ул ике минуттай әсәһе артында йәшенеп торҙо. Тик эшкә ҡабаланған әсә балаһын миңә тотторҙо ла, йүгереп сығып та китте. Мин үҙемде ҡулға алып, кескәйҙе әүрәтеп алдым, бергәләшеп уйынсыҡтар ҡарап, дуҫлашып киттек. Бала менән уртаҡ тел таба алғанымдан үҙемде күктең етенсе ҡатында тойҙом. Шуға күрәлер инде төркөмгә алып килгән башҡа балаларҙы ҡыйыу һәм ҡаушауһыҙ ҡабул иттем. Барыбыҙ ҙа йыйылып бөткәс, бер-беребеҙгә туп ебәреп, танышып алдыҡ. Был уйын кескәйҙәргә бик тә оҡшаны. Ҡайһы бер бәләкәстәр бик оялсан, бәғзеләре үҙ-ара һөйләшеп, танышып та алды. Минең маҡсаттарымдың береһе лә шул – татыу һәм берҙәм коллектив тәрбиәләү. Әлбиттә, яуаплы, ауыр эшемдә миңә хеҙмәттәштәрем һәм етәксебеҙ Гөлнәзирә Радмир ҡыҙы ярҙамға килде. Улар һәр уй-ниәтемде күтәреп алды, йылы һүҙҙәре менән көс-дәрт бирҙе.
Эш башлаған көндәге борсолоу-ҡыуаныстарымды хәтерләйем дә, йылмайып ҡуям. Эйе, минең тәрбиәсе булып эш башлағаныма өс йыл үтеп тә киткән. Бынан тыш физкультура инструкторы булып та эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә һөнәремде дөрөҫ һайлағанымды, эшемде бик яратыуымды аңланым. Хәҙер инде тормошомдо изге, саф күңелле, янып торған ҡарашлы кескәйҙәрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
“Толпар” балалар баҡсаһы асылғас та тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ педагогикаһына таянып, этнорегиональ компоненттарҙы иҫәпкә алып ойошторолдо. Эшмәкәрлекте тулыландырып, байытып, балаларҙың дөйөм үҫешен, уларҙың шәхси һәләтен һәр яҡлап асыу маҡсатын ҡуя беҙҙең коллектив.
Был маҡсаттарға ирешеү өсөн төркөмдәрҙә ата-әсәләр менән берлектә ижад һәм театр, эҙләнеү-тәжрибә, башҡорт милли мәҙәниәтен сағылдырыусы мөйөштәрҙе, сюжетлы-ролле уйындар, физик хәрәкәт мөйөштәрен милли уйындар, күргәҙмә-ҡулланыу материалдары, әсбаптар менән тулыландырҙыҡ.
Педагогик коллективтың эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, дөйөмләштереү теләге балалар баҡсаһында “Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнеп мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләү” темаһына республика тәжрибә майҙансығы асыуға булышлыҡ итте. Әлеге мәлдә тәрбиәселәрҙең ижади төркөмө тәжрибә майҙансығының ғилми етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова менән берлектә сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға өйрәтеү йүнәлешендә тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу өҫтөндә ижади эҙләнә, үҙ һығымталарын яһай. “Мәргән уҡсы”, “Кис ултырыу”, “Сөмбөлә”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡатыҡ тәмләшеү” кеүек фольклор, спорт байрамдарында балалар милли аш-һыу, ауыҙ-тел ижады, уйын ҡоралдары, милли кейем, һауыт-һаба, һуғыш ҡоралы менән таныша, башҡорт йолалары менән йәшәй, ҡуллана, тормош тәжрибәһе туплай. Үткәрелгән сараларҙа таһыллыҡ, сабырлыҡ, көс, етеҙлек, ғәҙеллек талап иткән башҡорт халыҡ уйындарына өҫтөнлөк бирелә. Мәргәнлекте үҫтереү маҡсатында ”Ыҫмалабаш” , “Бура һуғыу”, уҡ менән яндан атыу кеүек уйындар һәм физик күнекмәләр үткәрәбеҙ. Тәжрибә майҙансығының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып башҡорт атының үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм сәләмәтлек, физик сынығыуға йоғонтоһон билдәләү, дәлилләү. Атта һыбай сабыуға, иппотерапияға яҡын, оҡшаған фитболдар менән күнекмәләрҙе физик тәрбиә эшмәкәрлегендә киң ҡулланыуға индерәбеҙ. Физик тәрбиә дәрестәрендә районда үткәрелгән “Ылаҡ” уйыны менән таныштырыу алып барыла, спорт бәйгеһе хәрәкәт элементтары өйрәнелә, физик күнекмәләрҙә ҡулланыла.
Ата-әсәләр менән берлектә алып барылған “Сәләмәт ғаилә” проекты сиктәрендә Ҡуянтау ауылында урынлашҡан “Аҡъял” ипподромына экскурсия ойошторолдо. Унда балалар сабыш аттарының төрҙәре менән танышты, аттарҙы ашатты, һыбай йөрөп ҡарау мөмкинселеге лә булды.
Ғаиләнең именлеген,ныҡлығын оло быуын вәкилдәре тәьмин итә. ”Өләсәйем ҡосағының, олатайым устарының йылыһы” проектының маҡсаты – кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә олатай-өләсәйҙәрҙең ролен баһалау, күтәреү булды.
Тәрбиә-белем биреү эшмәкәрлеген халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, бөгөнгө тормош талаптарына таянып, ата-әсәләр менән берлектә алып барыу ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинселек бирә.