Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2019, 17:39

Электр тогынан да кеше ғүмере өҙөлә

Йәй – балалар өсөн оҙон каникул ваҡыты. Тап ошо осорҙа улар күберәк төрлө кимәлдәге йәрәхәт ала. Балаларҙың ҡарауһыҙ, үҙҙәренең генә ҡалыуы бәләгә килтерә. Улар ҡайһы бер осраҡта үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, электр сымдары үткән, подстанцияға яҡын урындарҙа уйнайҙар. Ә ундай ерҙәрҙең ҙур хәүеф янағанын аңламайҙар. Һөҙөмтәлә уйын фажиғә менән тамамлана.

Миҫал эҙләп алыҫҡа йөрөргә лә кәрәкмәй. Күптән түгел Өфө эргәһендә бер ғаилә йылға буйына балыҡ тоторға бара. 9 йәшлек малайҙың ҡармағы яңылыш электр сымдарына эләгә. Ул токтан һуғыла һәм шунда уҡ йән бирә. Иванов өлкәһендәге икенсе бер 9 йәшлек малайҙың электр тогы ҡул суҡтарын өҙөп ала. Ул подстанция ҡоролмаһының башына менә һәм 10000 вольтлы юғары көстәге сымдарға тотона. Шуның менән ул үлемесле йәрәхәтләнә. Бейеклектә экстремаль трюктар эшләргә яратыусылар араһында ла фажиғәләр теркәлеп тора. Витебск ҡалаһында бер үҫмер электр тапшырғыс линияһына тотоноуы була, токтан һуғылып, 4-5 метр бейеклектән ергә ҡолап та төшә. Һөҙөмтәлә 2-се һәм 3-сө дәрәжәле термик тән бешеүе ала. 2014 йылда шундай уҡ хәл Башҡортостанда ла булған ине. Ул ваҡытта 14 йәшлек үҫмер һәләк булды.
Йәйге каникулдар башланыу менән ҡара көҙгә тиклем “Башкирэнерго” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың электр тогынан йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса профилактик сараларҙы даими уҙғара. Тәү сиратта өлкәндәргә электр энергияһы объекттарының ҙур хәүеф янауын иҫтә тоторға һәм был хаҡта балалар менән аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Бәләкәй саҡтан улар электр тапшырғыс линиялары һәм трансформатор подстанциялары эргәһендә үҙеңде дөрөҫ тотоу һәм электр приборҙары менән һаҡ эш итеү ҡағиҙәләрен белеп үҫергә тейеш. Бындай фажиғәләрҙе тикшереү һөҙөмтәһе шуны асыҡланы: балалар һәм үҫмерҙәр ғүмер өсөн хәүефле объекттарға мажаралар эҙләп кенә түгел, ә төҫлө металл урлау ниәте менән дә барып юлыға. Бының менән балаларҙың ололарҙың ҡылыҡтарын ҡабатлауы аңлашыла.
Үрҙә яҙылғандарҙан сығып, балаларҙы электр энергияһы объекттары эргәһендә үҙеңде тотоу, приборҙар менән эш итеү ҡағиҙәләрен мотлаҡ өйрәтергә кәрәклеге аңлашыла. Улар бер ниндәй хәүеф тоймайынса электр ҡоролмаларына үтеп инә, сымдарға яҡыная. Токтан һуғылыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереүен уйлап та бирмәйҙәр. Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: өҙөлгән электр сымдарын ҡул менән тотоу йәки икенсе әйбер менән тейеү түгел, ә уға 8 метр аралыҡҡа яҡынайырға ла ярамай.

Шундай күңелһеҙ хәл килеп тыумаһын өсөн дә энергетиктар трансформатор подстанцияларының һәм айырым ултырған объекттарҙың төҙөклөгөн даими контролдә тота, етешһеҙлектәр асыҡланыу менән уларҙы төҙәтеү сараһын күрә. Хәүефле объекттар кәртәләп алына, иҫкәртеүсе билдәләр һәм плакаттар ҡуйыла. Трансформатор подстанцияларында сит кешеләр килеп соҡсоноп йөрөмәһендәр өсөн уларҙың ишектәренә махсус бик эленә. Был талаптарҙың үтәлеше закон тарафынан ҡаралған. Электр энергияһынан йәрәхәт алмаҫ өсөн ата-әсәләргә, белем биреү, спорт учреждениелары һәм төрлө кимәлдәге ойошма етәкселәренә балалар, үҫмерҙәр менән электр энергияһының хәүефе тураһында даими әңгәмә үткәрергә кәңәш ителә. Шулай уҡ балаларҙың уйнаған һәм күпләп йыйылған урындарында хәүефһеҙлек талаптарының үтәлешен контролдә тоторға кәрәк. Бының өсөн бер нисә ябай ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү мотлаҡ:

- трансформатор подстанцияларына һәм башҡа электр ҡоролмаларына яҡын бармаҫҡа;

- уларҙы уратып кәртәләгән ҡоймаларҙан аша үтмәҫкә;

- электр тапшырғыстарының бағананаларына менмәҫкә;

- һауа сымдарына әйбер ташламаҫҡа;

- өҙөлөп төшөп торған сымдарға тотонмаҫҡа;

- электр тапшырғыс сымдары эргәһендә уйнамаҫҡа;

- йорттарҙа торған электр щиттарының ҡапҡастарын асмаҫҡа;

- һары ерлеккә ҡара молния төшөрөп “Һаҡ булығыҙ! Электр көсөргәнеше!” тип яҙылған өсмөйөшлө билдә ҡуйылған объектҡа яҡын бармаҫҡа;

- һыулы ҡулдар менән электр приборҙарына тотонмаҫҡа;

- йыуынып сығыу бүлмәһендә электр приборҙары менән файҙаланмаҫҡа;

- боҙоҡ электр приборҙарын ҡулланмаҫҡа.
Ата-әсәләрҙең дә электр подстанцияларын, щиттарҙы урап үтеүҙәрен, электр сымдары һуҙылған бағаналарға менмәүҙәрен һорайбыҙ. Кире осраҡта, әйткән һүҙегеҙ эшегеҙ менән айырыласаҡ һәм һеҙгә балаларығыҙ ышанмаясаҡ. Предприятие, ойошма, фермер хужалығы етәкселәренә һәм физик берәмектәргә мөрәжәғәт итеп, РФ Хөкүмәтенең 2009 йылдың 24 февралендә донъя күргән “Электр селтәре хужалығы объекттарын һаҡлау зонаһын булдырыу һәм уларға яҡын булған ер биләмәләрен файҙаланыу шарттары тураһында”ғы 160-сы ҡарарына ярашлы, электр тапшырғыстары үткән һаҡ зонаһында эшләгән саҡта техник хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә кәрәклеге хаҡында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ.

    Читайте нас: