Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2019, 16:36

Баймаҡтарса хеҙмәт итегеҙ!

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Әйтергә кәрәк, был көн Рәсәйҙә 1992 йылдан алып йәштәрҙә патриотик рух тәрбиәләү, хәрби хеҙмәткә һөйөү уятыу, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында уҙғарыла башлай. Программала төрлө осрашыуҙар, конкурстар, хәрби-патриотик йыйындар, күргәҙмәләргә, иҫтәлекле урындарға экскурсия ҡарала.

Быйыл да хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө планға ярашлы бара. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҙған сарала мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары, шулай уҡ ветерандар советынан, хәрби комиссариаттан, ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһенән, йәштәр менән эшләү һәм спорт бүлеге секторынан вәкилдәр ҡатнашты.

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов егеттәргә сәләмәтлек, һаулыҡ, ҡыйыулыҡ һәм әлбиттә, физик әҙерлек теләп, хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы. Район ветерандары советы ағзаһы Ғәлимйән Баймырҙин, ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе рәйесе Рөстәм Нәбиуллин, Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Фәрит Моратов хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға мөрәжәғәт итеп, баймаҡтарса намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне.

Сара һуңында йәштәр
эштәре һәм спорт буйынса сектор мөдире Вадим Ғәбитов спорт ярыштарында
еңеү яулағандарға Почет грамоталары тапшырҙы.
Читайте нас: