Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2019, 18:16

Был – беҙҙең тыуған төйәк

Районыбыҙ хозур тәбиғәте, һулап туйғыһыҙ һауаһы, саф шишмә-күлдәре менән дан тота. Бынан тыш тәбиғәтебеҙҙең һәр тауы, ташы, йылғаһы, күле, ағасы тарих һөйләй. Бик күп иҫтәлекле урындар бар. Ләкин күптәребеҙ уларға иғтибар ҙа итмәй. Ете-ят диңгеҙ аръяғындағы матурлыҡҡа ҡыҙығып, уларҙы барып күреп ҡайтыр өсөн генә ҙур аҡсалар түгеп, сығып китәбеҙ.

Һәм һағынып, кире тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып йығылабыҙ.

Бөгөн беҙ ҡасандыр 2 меңләп кешеһе йәшәгән, мәктәбе, клубы булған Ғәҙелша ауылы тураһында һөйләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылып, бөтөрөлөүгә дусар ителһә лә, ауыл халыҡ хәтерендә һаҡлана. Был төбәк ысынында ла тарих-легендаларға бик бай. Беҙҙе бында Фәрит Нәбиуллин һәм Дәүләткилде Хәбилов алып килде. Һөнәрҙәре буйынса улар тарихсы ла, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә түгел. Икеһе лә ике төрлө һөнәр эйәһе. Фәрит – юрист, арбитраж идарасы, ә Дәүләткилде олатай “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте водителе. Ләкин уларҙы тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү, тергеҙеү теләге берләштерә. Әйткәндәй, Дәүләткилде олатай беренсе тапҡыр ошо ерҙә тәпәй баҫҡан, ошо ерҙә буй етеп, ир ҡорона ингән. Фәрит Нәбиуллиндың да әсәһе Мәҡсүдә Шәйәхмәт ҡыҙы – Төркмән ауылы ҡыҙы. Уның әсәһе Фәриҙә Уйылдан ҡыҙы Талипова Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Бер туған ағаһы Рәхимйән Уйылдан улы Аҫылбаев тирә-яҡҡа киң билдәле булған ҡурайсы булараҡ танылған. Шунлыҡтан беҙҙең геройҙар өсөн был яҡтар сит-ят төбәк түгел.


Ғәҙелша – тарих биттәрендә ҡалды исеме


Күптәр районда Ғәҙелша тип аталған ауылдың булыуын да белмәйҙер, бәлки. БАМ юлы буйлап барып, Бәләкәй Моҡасты үтеп, һулаҡайға боролоп, ялан буйлап барабыҙ.

“Фәрит ҡустым, машинаңды ошонда туҡтат әле”, – тип Дәүләткилде олатайҙың һорауына, һул яҡтан ҡола дала, алда ҡуйы урманлы тау һырттары, ә һулаҡайҙа күлдәре булған бер урынға килеп туҡтаныҡ. “Бына ошонда булған инде Ғәҙелша ауылы”, тип олатайыбыҙ тәрән итеп һулап ҡуйҙы. Һәм ул тиҙ генә машинанан төшөп, ҡоластарын йәйеп ебәрҙе. Ҡасандыр бында ауыл булғанын хәтерләткән бер генә бағана ла, таш та юҡ. “Беҙҙең өйөбөҙ йылғаның теге яҡ ярында, ситтә ине. Ауыл бөткәс, иң һуңғы булып өйөбөҙҙө мин күсереп алдым, – тине Дәүләткилде Хәбилов. – 2-3 ғаилә булғанда, мин дә тыуған яҡтарыма кире ҡайтыр инем. Моҫтайҙы бит кире тергеҙҙеләр. Ә ни өсөн Ғәҙелшаны ла ҡайтанан аяҡҡа баҫтырмаҫҡа? Ул заманда мәсетте Әхмәргә мәктәп итеп күсерҙеләр. Ауыл халҡы шахтала эшләне. Сығыштары ошо ауылға бәйле булғандарҙы бергә туплап, ошонда таҡтаташ ҡуйырға ине. Беҙҙән һуң килгән балалар ата-бабаларының тыуған ерен белмәй үҫәсәк бит. Зыярат та бында кәртәһеҙ. Өйөр-өйөр аттар ҡәберлектәр өҫтөнән йөрөй. Шуға йөрәгем әрней...”

Ҡаршылағы Олотауға ҡарап баҡҡанбыҙ. Урманды ярып үргә юл үтә. Дәүләткилде олатайҙың әйткәндәрен раҫлап, бер көтөүсе өйөр-өйөр аттарҙы ҡыуалап үтеп китте. Был яҡтар күлдәргә бай. Ҡайһыларының хатта исемдәре лә юҡ. Борон халыҡ башлыса алтын йыйыу эшендә булған. Алтын бөткәс, ауыл да юҡҡа сыҡҡан. Барымтаға килгән ҡаҙаҡтарҙы алдан күреп, иҫкәртеү өсөн, иң бейек тауҙарҙан һаналған Боғалығорҙа һаҡсылар ҡарауылда торор булған. Бөгөн дә ғорур был тау киң күкрәкле баһадирҙы иҫләтә.

Йөҙйәшәр ҡарағастар үҙҙәре үк тарих һаҡлай. Борон уларҙы ҡырҡып, Ленинград ҡалаһына кораблдәр төҙөү өсөн оҙатҡандар. Ауыл халҡы быға риза булмаған. Һәйбә инәйҙең өйөнөң эргәһендәге ҡарағасҡа ла сират еткәс, уны ҡотҡарып ҡалыу өсөн ул ағастың башына уҡ менеп ултырған. “Үлһәм үләм, ҡарағасты бирмәйем. Ҡырҡһағыҙ, бергә ҡырҡып төшөрөгөҙ”, тип белдергән. Урман ҡырҡыусыларҙың башҡа әмәле ҡалмаған, кире әйләнгәндәр. Һәйбә инәй вафат булғас, уның улы Һибәт Сирғәлин, әсәһен һағынып, ошо ағастың башына менеп ултырып, ҡурайҙа уйнай торған булған. Бөгөн был ҡарағастың олоно 5-6 кеше ҡосағындай йыуанлыҡта. Ағастың эсендә кеше һыймалы ҡыуыш бар. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында уны йәшен атып, өҫ яғын өҙөп төшөргән.

– Беҙ бәләкәй саҡта Ҡаһарман ҡарт-тың өйөнөң ҡыйығында ҡанатлы аттың – Аҡбуҙаттың һөлдәһе ята, ти торғайнылар, – тине Дәүләткилде олатай. – Беҙгә унда менергә рөхсәт итмәнеләр. Ысын булдымы был, бушмы, әйтә алмайым.

– Ғәҙелшаның икенсе исеме Әҙелша булған, – тип әңгәмәгә ҡушылды Фәрит Нәбиуллин. – Элек карателдәр язалауға дусар ителгән кешеләрҙе табыу өсөн ауылдарға сыҡҡан. Ә ауыл халҡы был баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн ауылдар исемен алдап әйтер булған. Шунлыҡтан һәр ауылдың ике, өс исеме булған. Мәҫәлән, улар килеп Атанғол ауылын эҙләһә, халыҡ юҡ, был Назар, тип алдап ебәрер булған. Бөгөн дә ҡайһы бер ауылдарҙың ике-өс исеме һаҡланып ҡалған.

Ҡурай ҙа ғына ҡурайҙа,ай, кем уйнамаҫ...

– Ҡурай!

– Әү?

– Ҡайҙа үҫтең?

– Урманда!..

Олотау – ҡурайҙар төйәге. Машинабыҙҙы ситтәрәк ҡалдырып, артабан ҡарҙан бата-сума тауға үрмәләйбеҙ. Беҙ үлән ҡурай эҙләйбеҙ. Ике юлдашым да бик оҫта ҡурайсы икән. Дөрөҫөн әйткәндә, бер ҡасан да үҫеп ултырған ҡурайҙы күрмәгәнлектән, ҡыҙыҡһыныуым ҙур ине. Ҡар өҫтөнән үткән эҙҙәргә ҡарап, ҡайһы ағас артынан бүре-төлкө килеп сығыр икән, тигән ҡурҡыу ҙа көслө ине. Шунлыҡтан Фәрит Радик улының артынан ҡалмаҫ өсөн аҙымдарымды тиҙләттем. Уның: “Бына ултыра ҡурайҙар”, – тигәненә осоп тигәндәй эргәһенә барып баҫтым. “Былары бармай икән, нәҙек кенәләр. Тағы өҫкәрәк менәйек әле”, – тип тағы ла өҫкә юлланды. Баҡтиһәң, тап ошо мәл ҡурайҙарҙың өлгөрөп, бешкән ваҡыты икән. Шулай һайлана-һайлана, үҙебеҙгә кәрәклеләрен табып алдыҡ. Бына ул – башҡортомдоң ете тажлы моңло ҡурайы! Башҡортомдоң бренды булып һаналған музыка ҡоралы! Башҡортомдоң сихри көскә эйә булған, илатҡан да, йырлатҡан да, моңландырған да ҡурайы! Үҫеп ултырған ҡурайҙарҙы тотоп ҡарап, таждарын һанап һоҡланған арала, юлдаштарым уларҙы ҡырҡып, үлсәп, тишектәр уйып эшләй ҙә башлаған ине. Ул да булмай Фәрит Нәбиуллин “Уйыл”ды һыҙҙырып ебәрҙе. Уға Дәүләткилде олатай ҙа ҡушылды.

Олотау буйында ҡурай моңо яңғыраны... Бер аҙҙан Фәрит моңло итеп йырлап та ебәрҙе:

“Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;

Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа...”

Баймағымдың тап ошо төбәгендә башҡорт халыҡ йырҙары тыуған да инде – “Сәлимәкәй”, “Төйәләҫ”, “Сибай кантон”... Әйткәндәй, был яҡтар Сибай кантондың да тарихын һаҡлай. Ҡатай еренә кантон булып китер алдынан ул, Ҡарамалташ аҫтында халыҡты йыйып, уларҙы һыйлап хушлашҡан.


Тарих һаҡлай тауҙар

Юлдаштарымдың һәр бер тау, таш тураһында тарихтарҙы яҡшы белеүҙәренә ғәжәпләндем. Ысынлап та бында һәр тау, таш – сер йомғағы.

Бына Ҡарасәй тауы. Һылыу бер ҡыҙ булған. Ул дөм ҡара сәстәрен талир тәңкәләр менән үреп йөрөгән. Ваҡыты еткәс, уны Ейәнсура районына кейәүгә бирәләр. Ҡыҙ яғында булған өс көн туйҙан һуң, байрам Ейәнсурала дауам итә. Кейәү, кәләш һәм кәләштең ҡустыһы аҙаҡ барырға тейеш була. Был яҡтарға барымтаға килгән ҡаҙаҡтар, аулаҡ төйәкте күреп, йәштәргә ташлана. Уларҙы туҡмап, көл-күмергә әйләндерәләр. Ә ҡус-тыһы янып ятҡан усаҡ эсенә инеп йәшенеп өлгөрә. Барымта тураһында ишетеп, ҡайтып төшкән ата-әсәйҙәр, туғандар уларҙы эҙләй башлай. Аттың көл-күмер ятҡан бер урынды аяҡтары менән тырмап торғанын күреп ҡараһалар, Ҡарасәстең талир тәңкәләре килеп сыға. Шунда уларҙы яндырғандары асыҡлана. Мейес эсенә ҡарап өргән эткә лә иғтибар итәләр. Уның эсенән малайҙы табып алалар. Ул ҙур тетрәнгес ваҡиғаларҙан һуң тотлоғоп ҡала. Үс алыу менән янған башҡорт егеттәре, ҡыҙҙар булып кейенеп, ҡаҙаҡтарҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Уларҙы ашатып-эсергәндән һуң, төндә йоҡларға ятҡандарында үлтерәләр.

Ә бына был – Гөлшәкәр утары. Әйтеүҙәренсә, бында япа-янғыҙ бер ҡарсыҡ йәшәгән. Ул ен-шайтандар менән яҡшы мөғәләмәлә булған. Энә-еп һораһалар, көлдөксәгә һалған. Иртәгеһенә ул еп ныҡ ҡына бауға әйләнер булған.

Бер көн әбей: “Япа-янғыҙым, бесән әҙерләргә ярҙам итергә кеше лә юҡ”, – тип зарланған. Иртәгеһенә тороп ҡараһа, кәртәһе бесән менән тулған, ти. Әтекәй күле лә серле икән. Бындағы балыҡтарҙы ҡармаҡлау тыйылған. Алған балыҡтар һыуҙан сығыу менән үлә.


Бөртөкләп йыйылған алтын


Ғәҙелша шарлауығы янындағы “Ғәҙелша” туристар базаһы тәңгәлендә машинабыҙҙы ҡалдырып, тағы ла ҡышҡы урман буйлап атлайбыҙ. Сәлимә түбәһе буйлап өҫкә күтәрелдек. Төйәләҫ йылғаһы аша үтеп, ҡыҙарып бешкән баландарҙы өҙөп ҡабып, урман эсенә ҡарай юл алдыҡ. Бейек-бейек үҫкән ҡарағайҙар диләнкәһенә яҡынлаштыҡ. “Бына был ағастарҙы мин дә ултыртыштым. 1959 йыл ине”, – тине лә Дәүләткилде олатай юғарыға ҡарап, бейек үҫкән ағастарға ҡарап һоҡланды. Тимәк, был ағастарға яҡынса 60 йыл тирәһе.

Беҙ был яҡтарға тау араһындағы мәмерйәне эҙләп килеп сыҡҡайныҡ. Рәмиевтар дәүеренә тиклем үк бында алтын йыуыу шахтаһы булған. “Минең атайым шунда эшләгәйне. Бала саҡта килеп йөрөй торғайныҡ. Хәҙер ниндәй хәлдәлер инде”, – тип олатайыбыҙ атаһының баҫҡан эҙҙәрен эҙләне. Байтаҡ ҡына йөрөй торғас, мәмерйәгә барып юлыҡтыҡ. Тирә-яғын ағастар ҡаплап алған. Ҡапыл ғына кеше күҙенә ташлана һалып та бармай. Телефондарҙың фонарҙарын яҡтыртып, эскә үтәбеҙ. Ҡурҡыу тойғоһо солғап алһа ла, һаҡ ҡына аҙымдар менән мин дә алға ынтылдым. Мәмерйә 15-20 метр оҙонлоғонда. Тау башынан ҡаҙып төшкән бер нисә ҙур уйымдар бар. Тау араһынан ағып төшкән һыу ятҡылыҡтары хасил булған. Төпкә үк үтеп китеп ҡарарға батырсылыҡ итмәнем. Нисә тиҫтә йылдар торған мәмерйәнең таштары ишелеп төшмәҫ, тимә. Әйтеүҙәренсә, болғаныш замандарҙа бында бандиттар ҙа йәше-ренеп йәшәгән. Ниндәй сер, ниндәй тарих һаҡлай икән был мәмерйә?

Унда кемдәр эшләп, кемдәр генә китмәгән? Уның иң төбөндә нимәләр бар?

Был һорауҙарҙың барыһы ла асыҡ ҡала.


Күргәндәрҙе йомғаҡлап

Фәрит Нәбиуллин һәм Дәүләткилде Хәбилов менән тыуған төйәгебеҙҙең хозур тәбиғәтле бер мөйөшөндә булып ҡайттыҡ. Был тарафтарға кеше аяғы ла һирәк баҫалыр, моғайын. Сөнки бында юл да, мобиль бәйләнеш тә, уңайлыҡтар ҙа юҡ. Уның ҡарауы саф һауа һулап, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, тарих эҙҙәре буйлап йөрөп, бай мәғлүмәттәр туплап, үҙем өсөн ҙур асыштар эшләп, яңы урындар менән танышып ҡайттым. Дәүләткилде олатайыбыҙҙың йәшерен генә әйткән серҙәрен гәзиткә яҙмауҙы хуп күрҙем. Сит-ят ҡолаҡтар өсөн түгел ул.

Һүҙ аҙағында тағы ла шуны әйткем килә: йылдар уҙа барыу менән тарих та үҙгәрә. Телдән-телгә күсә килә, уларға байтаҡ үҙгәрештәр, төҙәтеүҙәр, өҫтәүҙәр индерелә. Шунлыҡтан бер тау, таш, йыл-ғаның бер нисә тарихы булыуы ихтимал. Үрҙә яҙылғандарҙың да башҡа төрлө варианттары булыуы мөмкин.

Бындай мөғжизәле урындар һәр ауылда ла бар. Йәнгүҙәй һәм Әүлиә тауҙары, Ханҡала, Сереккүл быуаһы, Талҡаҫ һәм Граф күлдәре, Манһыр ауылы... Тарих төпкөлөндә онотолоп барғандары ла байтаҡ. Әйҙәгеҙ уларҙы бергәләп тергеҙәйек. Һеҙҙән шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Телефон: 2-14-99.

Автор фотоһы.
Читайте нас: