Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Декабрь 2018, 18:40

Арҙаҡлы шәхес, танылған педагог һәм яҙыусы

Совет дәүерендә, бигерәк тә көҙгө баҫыу эштәре тамамланып, ҡышҡа аяҡ баҫҡас та, күрше колхоз-совхоздар менән аралашып концерт-спектаклдәр ҡуйыу матур йолаға әүерелгәйне. Беҙгә йәнәш кенә йәшәгән Икенсе Этҡол, Темәс ауылдарының художество үҙешмәкәр түңәрәк ағзалары йыш ҡына сығыш яһай ине. Ул саҡта ауыл Советындағы берҙән-бер клуб Муллаҡайҙа элекке мәсет бинаһында урынлашҡайны.1957 йылдың ҡышҡы айы ине. Беҙ ул саҡта Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбенең һуңғы класында уҡый инек. Бөгөн клубта Икенсе Этҡол, Байым ауылдары һәүәҫкәрҙәре шәп концерт күрһәтәсәк, тигәстәр, беҙ, бер төркөм ятаҡ малайҙары (мәктәп янында ҡырҙан килеп уҡыусылар өсөн ятаҡ булды), эркелешеп концертҡа килдек. Мине урта кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәстәрен артҡа ыҡсым ғына итеп тараған, янып торған күҙле егеттең Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын күңелдәргә үтеп инерлек итеп, аһәңле һөйләүе тетрәндерҙе. Ул заманға ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Ә ана шул һын һаман да минең күҙ алдымда тора. Ул буласаҡ педагог, йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдинов ине. Алтмышынсы йылдарҙың башында матбуғатта уның мәғариф, тыуған төйәге һәм кешеләре тураһында район гәзитендә бер-бер артлы һүрәтләмәләре баҫыла башланы. Мин дә, йәш ҡәләм тибрәтеүсе булараҡ, Азамат Әғзәм улы менән хәбәрселәрҙең район йыйылыштарында йыш ҡына осраша, һөйләшә инем. Әлбиттә, ул йылдарҙа гәзиткә яҙышҡан кеше бер-береһен яҡындан белде, күптәре яҡын дуҫҡа һәм иптәшкә әйләнде. Артабан инде А.Тажетдинов менән район китапханаһы янында ойошторолған “Атайсал” ҡоро йыйылыштарында йыш ҡына осрашырға тура килде. Минең “Данлы, ырыҫлы төйәгем” исемле китабымдың исем туйында уның ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы киләсәктә тағы ла яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләргә этәргес көс бирҙе. Ә унан алда Азамат Әғзәм улының “Беҙ – байымдар”, “Ел-дауылдар аша” китаптарын ҡулдарыбыҙға алып ҡыуанғайныҡ.

Азамат Әғзәм улы Тажетдинов үҙен талантлы педагог, оҫта ойоштороусы итеп танытты, йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙенең тос өлөшөн индерҙе. 1969-1977 йылдарҙа Икенсе Этҡол мәктәбендә директор булып эшләгән осорҙа ул саҡтағы “Урал” колхозы рәйесе Зәки Тимербаев менән берлектә яңы мәктәп бинаһы төҙөтөүгә иреште. Һуңғы йылдарҙа ауылда ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт комплекстың барлыҡҡа килеүендә лә Азамат Әғзәм улының ярҙамы ҙур булды.

Ҡайҙа һәм кем генә булып эшләмәһен, А.Тажетдинов матбуғат менән бер ҡасан да бәйләнешен өҙмәне, “Совет Башҡортостаны”, һуңға табан “Башҡортостан” гәзиттәре, район баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, тыуған төйәге, уның билдәле шәхестәре тураһында фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһаны. Һуңынан был һүрәтләмәләр китап булып киң йәмәғәтселеккә барып етте.

Бер осрашҡан ваҡытта Азамат Әғзәм улы бер ҡыйыу тәҡдим әйткәйне: “Әйҙә, Салауат ҡоҙа (А.Тажетдинов минең еҙнәйем – билдәле ҡурайсы һәм көрәшсе Шакирйән әәлиндың яҡын туғаны ине. - автор), беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ ырыуҙаштар булғандар бит, архив материалдарын аҡтарғанда мин шуларға юлыҡтым әле. Уларҙы тәрәнерәк өйрәнеп, икәүләп китап итеп сығарһаҡ булмаҫмы икән?” Үкенескә ҡаршы, уның беҙҙең аранан бик иртә китеүе уй-теләктәребеҙҙе бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәне...

А.Тажетдинов үҙенә талапсан булды, алдына ҡуйған маҡсаттарын бойомға ашырмайынса туҡтаманы. Күп эҙләнеүҙәр алып барып, исемдәре юғалып барған шәхестәребеҙҙе ҡайтанан халыҡҡа еткереүгә иреште. Ҡыҫҡа ғына ғүмере осоронда тыуған төйәге, уның арҙаҡлы шәхестәре хаҡында киләһе быуындар өсөн бихисап китаптар нәшер итеп, үҙенең исемен мәңгеләштереп китте. Уның ҡултамғаһы менән бүләк иткән бер нисә китабы китап шкафымдың иң түрендә урын алған. Элекке коллегаларҙы, дуҫ-иштәрҙе юҡһынған саҡтарҙа мин был китаптарҙы ҡулыма алам, хәтирәләргә биреләм...

Эйе, Азамат Әғзәм улы йәшәү дәүерендә үҙе хаҡында яҡты эҙ ҡалдырып китте. Мәғариф өлкәһендә булһынмы, матбуғаттамы, йәмәғәт эштәрендәме – уның башҡарған изге эштәрен һанап бөтөрлөк түгел. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.

Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: тыуған төйәген үҫтереүгә күп көс һалған арҙаҡлы шәхес, талантлы педагог, билдәле журналист һәм яҙыусы А.Ә. Тажетдиновтың исемен мәңгеләштереү өсөн Икенсе Этҡол мәктәбе бинаһына таҡтаташ ҡуйҙырыу һәм мәктәпкә уның исемен биреү бик тә мөҡәддәс эш булыр ине. Ул быға һис шикһеҙ лайыҡ. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Азамат Әғзәм улының тыуыуына 80 йыл тула. Район йәмәғәтселеге был фекеремде яҡлар һәм үҙ һүҙен әйтер тип ышанам.

Салауат Мөхәмәтшин,

журналист, С.Мифтахов исемендәге премия лауреаты.
Читайте нас: