Бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа һындыра алмаған, көслө рухлы кешеләр ғорурланырдыра ла, һоҡландыра ла.
Шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе - Темәс ауылынан Әмир Әхмәров. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, күпте күреп, күпте кисереп өлгөргән ул. Батыр яҡташыбыҙ – хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операция юлдарын ҡаһармандарса үтеп, “Батырлыҡ өсөн» һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Батыр яугир ауыр яраланғандан һуң да, күңелен төшөрмәй, тормошҡа сытырман йәбешә. Рух ныҡлығы уға тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. Ул үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалмай, ә тыуҙан еренең тормошонда ҡайнап йәшәй. Бөгөн ул МХО ветерандары ассоциацияһына ярҙам итә һәм үҙенең сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, рухи көсө менән хәрби иптәштәренә өлгө булып тора.
Уның спорт ҡаҙанышын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Физик сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, Әмир Әхмәров 480 саҡрымлыҡ “Баймаҡ — Өфө” велоуҙышын үтә алды. Хәҙер ул балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Йәш быуын менән яратып шөғөлләнә, уларҙы волейбол һәм милли көрәшкә өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре тренерҙарына оҡшап кешелекле, көслө һәм ҡыйыу булып үҫә. Уларҙың төрлө ярыштарҙа призлы урындар алыуы хәрби ветеран алып барған күнекмәләрҙең етдилеген күрһәтә.
Наҙгөл һәм Әмир Әхмәровтар кескәй улдары Йәмилде тәрбиәләй, яҡындары-дуҫтары менән тормоштоң шатлығын да, бар мәшәҡәтен дә уртаҡлашып йәшәй.
Яугир иҫ киткес ярҙамсыллығы һәм матур күңеле менән дә айырыла. Шуға күрә ул Бөтә Рәсәй “Возвращение” премияһына тәҡдим ителгән. Был премияны “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды булдырған. Уға тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң профессиональ, йәмәғәт, эшҡыуарлыҡ, ижади һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшкән хәрби хәрәкәттәр ветерандары дәғүә итә ала. Ғариза биреүселәр булып эш биреүселәр, власть, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре сығыш яһай. Үҙҙәрен һөнәри эшмәкәрлектә, эшҡыуарлыҡта, ирекмәнлектә, мәғарифта, мәҙәниәттә, спортта, йәмәғәт эшендә, һәләк булған яҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә һәм башҡа социаль әһәмиәтле йүнәлештәрҙә күрһәткән ветерандар бәхетен һынап ҡарай ала. Премияла 10 номинация ҡаралған. Тимәк, быйыл ун яугир лайыҡлы баһа алып, яҡындарын, яҡташтарын һөйөндөрәсәк. Һәм, беҙҙең, Әмир Әхмәров тә һис шикһеҙ, был премияға лайыҡ! Уға был йәһәттән уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ.
Тыныс тормошта үҙенең лайыҡлы урынын тапҡан, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур көс һалған яугиргә һәм уның йәшәү мәғәнәһе булған ғаиләһенә бәхетле, тыныс тормош теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.