

“Мин әле лә көтәм улымды...”
Янымда бала ҡайғыһынан арыған, уйҙарынан бер аҙ йонсоған, ләкин алдында йүгереп йөрөгән 4-5 йәштәрҙәге бәләкәй ҡыҙға ҡарап, күҙҙәрендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары сағылған ҡатын ултыра. Эйе, уның кисергән оло ҡайғыһын нисек тә әҙерәк уртаҡлашырға теләгәндәй, һүҙемде ситтәнерәк, уның ауыр кисерештәрен еңеләйтергә теләп һүҙ башлайым. Бындай саҡта йыуатыр өсөн кәрәкле һүҙ табып булмай шул..
Хәтирәләр менән бөгөнгө...
Беҙҙең Мәҙинә менән һөйләшеү шулай ситтәнерәк башланды. Уның урам мөйөшөндә ултырған ыҡсым матур йорто күңелгә йәм менән бергә һағыш та өҫтәп тора кеүек. Мин үҙемдең ҡасандыр бергә уҡыған класташымдың – һеңлеһе, ҡустымдың класташының йортондамын. Күңелгә эшләй башлаған йылдарҙа, уларҙың әсәләре Сәкинә, Мәрзиә апайҙар менән һөйләшкәндәр иҫкә төшә. Мәрзиә апайҙың: “Беҙҙең йәшлекте, Рәйсә, һуғыш урланы. Булманы ул йәшлек. Беҙ һуғыш башланған көнө үк тормоштоң бар ауырлығын, ирҙәр эшен иңебеҙгә һалдыҡ та, бындағы тормош менән тегендәге һуғыш тынһын өсөн йәшәй башланыҡ... Ваҡытынан алда ҡартайҙыҡ”. Сәкинә апайҙың: “Бер бала менән ултырып ҡалдым. Ауырлыҡты күп күрҙек, шулай ҙа бирешмәҫкә тырыштыҡ. Һуғыш бөтөр, бәхетле йәшәй башларбыҙ тигән өмөт менән көн иттек”. Уларҙың әйткәндәрендә зарланыу юҡ, тик һағыш ҡына бар һымаҡ ине.
Яйлап ҡына, Мәҙинәнең күңел яраларын ҡуҙғатмаҫҡа тырышып, һүҙ башлайым. Ул стенала торған фотоальбомды ҡулына ала ла тышындағы фотоны ипләп кенә, ҡаты бәрелмәйем тигән шикелле һыйпай... Ә унда уның махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улының фотоһы. Әйтерһең дә, улын һиҫкәндермәй генә ярата кеүек уның ҡулдары. “Минең күңелем улымдың юҡ икәненә ышанмай. Мин уның менән бына шулай күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәм”
– Мәҙинә, һеҙ Илгиздең һуғышҡа китергә теләүен нисек ҡабул иттегеҙ?– тип һорайым.
– Мин ул шулай мине шаярталыр тип уйланым. “Эйе, шулайтмаһаң ярар ине. Бер бөртөк улымды ебәрмәйем, бәпесем”, - тигән булам. Килен дә шаярталыр тип уйлаған. Беребеҙ ҙә ышанманыҡ. Беребеҙ ҙә уның һүҙҙәрен ысынға ҡабул итмәнек. Икенсе көнө медосмотр үтергә китеп, “мин тулыһынса һаумын” тиһә лә, шаярта тип ысынға ҡабул итмәнек. Атаһы өндәшмәне. Шулай инде, ирҙәр бар хәлде өндәшмәй, күңелдән уйлай.
– Мәҙинә ике ҡыҙыңдан һуң Илгизеңдең булырын тойомланыңмы?
– Миңә күңелемә килдеме, әйтә алмайым, шулай ҙа улым булырын һиҙә инем. 1989 йылдың 8 ноябрен улым Илгиздең донъяға килеүе менән ҡаршыланым. Шатлығым сикһеҙ ине. Беҙ Рамаҙан менән шул тиклем бәхетле булғанбыҙҙыр ул осорҙа. Бәлки, икебеҙ ҙә бер уйҙы уйлап, бер өмөт менән йәшәгәнбеҙҙер. Ҡайһы берҙә уйлап ҡуйғылай инем: Мәхмүзә апайымдың – ҡыҙҙар, Зәкиә апайымдың да дүрт ҡыҙ ҙа, бер ул. Сәғиҙә апайымдың ғына улдары бар. Һағайыңҡырап ҡуйһам да, ышана инем. Мин Илгиземдең булырын ныҡ көтөп алдым. Беҙ уны артыҡ иркәләтмәнек, тик бар теләгәнен үтәргә тырыштыҡ. Бик иртә өйләнергә уйланы. Ҡаршы килмәнек. Туйҙар үткәреп алып бирҙек. Киленебеҙ күрше ауылдан ғына. Бик матур, эшлекле ине. Тик яҙмыш уларҙы тигеҙ бәхет менән инселәмәгән. Киленебеҙҙең яҙмышы икенсе менән уртаҡ булған. Хәл итеп булманы. Улыбыҙ, хәҙергесә әйткәндә, ныҡ стресс хәлендә йөрөнө. Илгиз ҡыҙын, улын һағынып бер булды. Беҙ уларға, әсәлек капиталын ҡушып, өй ҙә һалғайныҡ. Улымдың яҙмышы өсөн борсолдоҡ.
Ҡаза аяҡ аҫтында
– Шулай инде. Ҡаза аяҡ аҫтында. Икенсе ҡыҙымдың да туйында тип әйтерлек ҡайныһы вафат булды. Байтаҡ йылдар йәшәп балалар ишәйткәс кенә, ниңәлер ул ҡыҙымдың да яҙмышы буталды... Кейәү ҡыҙымдан айырылырға булды. Беҙ балалар өсөн ҡайғырабыҙ. Бында ла балалар хаҡы иҫәпкә алынманы.
Эйе, күҙәтеүсе күпте күрә, тик барына аҡыл баш, тиҙәр бит. Гөлназ ҡыҙы ла иптәше менән айырылышты, тик яңғыҙ бәхет һәр саҡ аҙашып, тәғәйенен тапмай, тиҙәр. Гөлназдың ире лә тормош менән араһын өҙҙө. Шулай Гөлназ ҡыҙы тураһындағы һүҙгә борорға тырышамын. Һиҙәм: артабан улы тураһындағы әңгәмә икебеҙ өсөн дә ауыр буласаҡ. Гөлназ икенсегә үҙе кеүек яҙмышлы Ғәҙел менән бәхетен һынай, ләкин ул да махсус хәрби операцияға ҡушылыр өсөн контракт төҙөй. Тимәк, шул эсәр һыуы, һулар һауаһы, яҡты донъяны күрер көнө сикләнгән булғандыр. Ауыр ҡайғыға һалып, Мәҙинә менән Рамаҙандың һағышын үҫтереп, ул да һуғыш яланында мәңгелеккә күҙен йома. Шулай ҡайғы “бер һынау күтәргән кешегә килермен дә килермен” тигән тиҙәр бит. Ҡайғы ҡайғыртыр юлын да, кешеһен дә таба инде. Беҙҙең әңгәмәнең ошо ерендә Баймаҡта йәшәгән килене – Илгиздең ҡатыны Гүзәлиә, Илгиз һуғышта саҡта тыуған улы, ҡайынбикәһенең балалары менән килеп инде. Ейән- ейәнсәрҙәр өләсәләрен һаҡ ҡына ҡосағына алып күрешә, ә Мәҙинәнең күҙҙәрендә – йәш. Килене менән Илгиздең үҙенә, беҙҙеңсә әйткәндә, һуйып ҡаплаған улы Айгиз килеп инде. Бына холҡо менән ул, бәлки, ҡартәсәһе Мәҙинәгә оҡшағандыр. Мин ингәндә ҡартәсәһе янында йөрөгән Әлфинә терегөмөш кеүек. Ул бына холоҡ-фиғеле менән Илгизгә ныҡ оҡшаған. Хатта талапсан ҡарашы ла Илгизде хәтерләткәндәй.
Күңелем менән тағы Илгиздең тормошон айҡаным. Ниғәмәт мәктәбендә 1996-2005 йылдарҙа белем алды. Унан инде атаһы менән гел бергә йөрөп тимер аттың серҙәрен өйрәнгән Илгиз Салауат исемендәге колхозда эшкә ҡалды. 2011 йылдың апрелендә Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы Прохладный ҡалаһында хеҙмәт итә.
Яҙмыш Илгизде икенсегә һынай. Тормош иптәше Гөлгөнә менән айырылғас, ул 2020 йылда Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Гүзәлиә менән яңынан тормош ҡора. Ҡыҙҙары Әлфинә тыуғас, улар Баймаҡҡа күсә. Баймаҡта ул үҙенә бригада төҙөп, төҙөлөш эштәре менән етәкселек итә. Ғөмүмән, Илгиз бала сағынан тик торорға яратмағын, ниндәй ҙә булһа эш менән булышырға тырышҡан егет булды.
Һуғыш оҙаҡ булмаҫ, мин ҡайтырмын, ҡайғырмағыҙ...
2022 йылдың февралендә Украина Рәсәй сиктәренә ынтылғас, Илгиз Рамаҙан улы үҙ теләге менән 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға яҙыла. “Оҙаҡ булмаҫ әле, мин ҡайтырмын, ҡайғырмағыҙ,”– тип хушлашты барыһы менән дә.
Һуғыштың оҙаҡ барырына ышанмай киткән Илгиздең һүҙҙәре лә, уйҙары ла тормошҡа ашманы. Илгиз һуғышҡа китеп ике ай үткәс, уның улы Айгиз тыуҙы. Был ваҡытта ул 428 – се полктың мотоуҡсылар дивизияһында штурмовик булып, илде азат итеү юлын дауам итә. Яуҙаштары араһында эшһөйәрлеге менән тиҙ генә абруй яулай. Егеттәр менән һәр барып урынлашҡан урында эргә–тирәләге ҡоролошҡа яраҡлы ағас–ташты йыйып мунса, блиндаж эшләп ҡуя. Ауыл балаһы барыһын да белә. Азат ителгән ауылдарҙа ҡарауһыҙ ҡалған тауыҡтарҙы йыйып иптәштәре ярҙамы менән кетәк эшләй. Уларҙың йомортҡаларын йыйып, иптәштәрен күңелдәрен өҫтөмә ризыҡ менән күтәрә.
Батыр яраһыҙ булмай. Ике йыл эсендә ул өс тапҡыр яралана. Яраланып госпиталдән һауығып сығыуына уны икенсе урынға күсерәләр. 239-сы полкка күсә. Унда ла ул штурмовик вазифаһында дошманға ҡаршы тора. 2024 йылдың сентябрендә уны “Багги” машинаһына водитель итеп ултырталар. Был иң ауыр һәм яуаплы вазифа. Алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙы һыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. Бында һин ҡурҡып та, һылтау табып та, сирләп тә, башҡа сәбәптәр табып та ҡала алмайһың. Алғы һыҙыҡта һинең – яуҙаштарың, дуҫтарың, яҡташтарың.
Техника менән бала саҡтан мауығыу, себер яҡтарында эшләгәндә, уны тағы ла таһыллыҡҡа өйрәткән булһа, һуғышта уның был һәләте бик ныҡ ярҙам итә. Эшлектән сыҡҡан байтаҡ техниканы йүнәтеп, уларға икенсе һулыш бирә. Уның бер нәмәнән дә ҡурҡмауы алғы һыҙыҡтан сыға алмай ҡалған бик күп яралыларҙы ҡотҡарырға ярҙам итә. Имен булып та беҙҙең яҡҡа сыға алмаған алғы һыҙыҡтағы 22 яугирҙе лә сығара ул.
– Үҙенең ҡотҡарған кешеләрен дә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүен дә, техникаларға яңы һулыш биреүен дә, ул ябай бер көндәлек ваҡиға кеүек кенә һөйләй. Яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында, ул балаларын һөйөп туя алмай ине. Ҡайтҡан арала ла киленгә, оло улы менән ҡыҙына аҡса ебәрергә кәрәклеге, уларға өлөшөн бүлергә кәрәклеге тураһында әйтә. Тәүге никахтағы балаларын да ныҡ һағынды. Уларҙы йыш ҡына һөйләр ине. Мин Гүзәлиә киленем менән ныҡ аралашам. Ул минең хатта серҙәшем кеүек. Шуныһы оҡшай: ул Гөлгөнә киленде үҙенең бер һөймәлекһеҙ кешеһе итеп ҡабул итмәй. Илгиз нимә тип әйтһә – шуға ҡаршы килмәй. Балалар хаҡы бар бит. Киленем менән шундай мөнәсәбәт минең ҡайғымды бер аҙ еңеләйткән төҫлө. Улыма арнап ауылда Ниғәмәт урта мәктәбе директоры Наил Әхмәҙулла улы Иҫәнбаев ярҙамы менән уҡсылар ярышы үткәрҙек. Ғаиләбеҙ, барлыҡ туғандарыбыҙ, ауыл активы бик ныҡ ярҙам тте. Мин шул ваҡыт был сарала була алмам, ҡайғынан йығылырмын тип уйлаған инем. Етмешләп, бәлки, унан да күп килгән уҡсыларҙы күрҙем. Беҙҙең ҡайғымны уртаҡлашырға килгәндәр тип, үҙемдә рух көсө таптым. Ә улым эргәмдә йөрөгәндәй тойолдо. Ошо саранан һуң тилерер сиккә етеп күҙ йәше түкһәм дә, үҙемде бер аҙ ҡулға алдым, тип уйлайым. Бына Ниғәмәт мәктәбендә Илгизем өсөн Герой партаһы асыу сараһына мәктәптең залы тулы булыуы һәм баҫып торғандарҙы ла күреп, мин тағы ла: “Рәхмәт инде ауылдаштарыма, уҡыған мәктәбенә, уҡытыусыларына, мәктәп коллективы һәм уның етәксеһе Наил Әхмәҙулла улына. Минең ҡайғымды уртаҡлашалар. Улымды һағынһам мәктәпкә килермен, партаһында ултырырмын”,- тигән уйға килдем.
Аҙағынан һуғыш һәм тыл ветерандары менән бергә, минең улым өсөн дә, ауыл халҡының имам-хатиптарының доғалары менән ҡорбан аяты үткәреүҙәренә ауылдаштарыма рәхмәтле булдым. Илгиземдең дүрт балаһы – ике улы, ике ҡыҙы уның партаһына тәүгеләр булып ултырҙы. Насип итһә, ейән-ейәнсәрҙәрем аталарын онотмаҫ.
Илгизгә водитель булып оҙаҡ йөрөргә тура килмәй. Шул уҡ йылдың октябрендә уны үҙ теләге менән Курск йүнәлешендәге 137-се полктың 106-сы дивизияһының инженер сапер ротаһына сапер - гранатометчиктарға инструктор итеп күсереләр. Һалдаттарға танкыларға ҡаршы мина ҡуйырға өйрәтә. 2025 йылдың 17 ғинуарында ул үҙ теләге менән тағы алғы һыҙыҡҡа сыға. Инструкторға сыҡмаҫҡа ла мөмкин, ләкин намыҫы ҡушмай. Асыҡ яланға йәш кенә һалдаттарҙы нисек үҙҙәрен генә сығарып ебәрәһең – шуны уйлай. Яҡындарына ебәргән һуңғы сәләме лә ошо була. Уның йәш һалдаттар өсөн ҡылған һуңғы изге аҙымы – Тыуған иле алдындағы иң яуаплы батырлыҡ аҙымы була.
2025 йылдың 23 ғинуарында ул Суджа районының Толстый Луг ауылы эргәһендәге яланда танкыларға мина ҡуйған ваҡытта, дошман дронынан һәләк була. Ауылыбыҙ батыры Илгиз Хөсәйеновтың һуғышта һәр саҡ “Бүрене аяғы туйҙыра“ тип йөрөгәнен хәтерләйҙәр. Сөнки ул иптәштәрен шулай һәр саҡ хәстәрләп йөрөй. Уның өсөн “һинеке”, “минеке” булмай. Барыһын да “беҙҙеке” тигән девиз менән йәшәргә өйрәтә. Башҡорт мәҡәлдәрен шулай теленән төшөрмәй йыш ҡабатларға, улай ғына ла түгел, шул мәҡәлде эш менән иҫбатларғы тырыша. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өс тапҡыр яралана, һәр береһенән һуң кире һуғыш яланына ашыға. “Унда иптәштәр көтә”,- ти. Дөрөҫ, һәр яңы урында уны яңы иптәштәре көтә. Дошмандың 79 дронын атып төшөрә һәм уны беләгенә шырпы менән өтөп билдәләп бара. Донецк госпиталендә – ике, Луганск госпиталендә бер тапҡыр дауаланып һауыға. Өйҙәгеләренә һәр шылтыратыуында: “Иламағыҙ, мин барыбер ҡайтам,” – тип йыуата. Ҡайта, тик ул табут менән ҡайта. Уның менән бергә 2023 йылдың майында “Ҡыйыулыҡ өсөн”, 2023 йылдың сентябрендә “Ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн”, 2024 йылдың ноябрендә “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн“, ошо уҡ ваҡытта “2-се дәрәжә Батырлыҡ өсөн” миҙалдары ҡайта. Үҙе мәрхүм булғандан һуң Батырлыҡ ордены килеп етә. Әсәһенә лә МХО-ла ҡатнашҡан улы өсөн “Батырлыҡ“ миҙалы тапшырыла.
Килер бер көн...
Үлгәндәр хаҡында тереләр белергә тейеш, тик уларҙың һуңғы уйҙарын, ҡәҙерле кешеләре хаҡындағы өмөт сатҡыларын ғына кешелек белә алмаҫ. Ерҙә уның Гөлфинә, Айназ, Әлфинә, Айгиз исемле балалары ҡалды. Ерҙә уны иҫләр туғандары, йән һөйгәндәре, балалары ҡалды. “Радик” позывнойы йөрөткән Илгиз Рамаҙан улы уларҙың хәтерҙәрендә булыр. Килер бер көн, ауылдаштары ауылда Батырҙар паркы асыр. Был парк яугирҙәребеҙҙең беҙҙең бәхетебеҙ өсөн биргән көстәре, намыҫтары, йәндәре тураһында килер быуынға өнһөҙ һөйләр... Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Тик ошо һуғыш Еңеү менән тамамланһын да, килер быуынға был ваҡиғалар башҡаса ҡабатланмаһын ине. Бөгөн барлыҡ кешелек шул уй менән йәшәй һәм йәшәйәсәк...
“Мылтыҡ илап ауҙы, ниҙер булды,
Егет ҡулы ерҙе ҡапшаны.
– Ғәфү ит һин мине, эй, ҡоралым,
Йәнем алды илем дошманы.
Мин йәнемде ерҙә тупраҡ итәм,
Тупраҡ булып ергә һеңәйем.
Был тупраҡты дошманыма бирмәм,
Минең өсөн килер меңдәрем...”
Рәйсә Иҫәнбаева, йәмәғәт хәбәрсеһе.