

Һағыштарға һалған көҙгө айҙа,
Яу асты дошман илемә.
Ир-егеттәр яуға сапты,
Тоғро ҡалып башҡорт еренә.
Өйҙә беҙ һеҙҙе көтәбеҙ,
Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Тыныслыҡты һаҡлағыҙ тип,
Аҡ фатиха бирәбеҙ.
Һалдаттарҙың батырлығы
Үрнәк булыр беҙгә лә.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн беҙ
Яуҙа йөрөгән һәр кемгә.
Әминә Баймөхәмәтова, Күсей мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.
Яратам һине илем
Минең тыуған яғым - Башҡортостан. Беҙҙең республикабыҙ Рәсәй тигән бөйөк илдә урынлашҡан. Башҡортостан күп милләтле республика, тәбиғәте төрлө ҡаҙылма байлыҡтарға, күлдәргә, шишмәләргә лә бик бай.
Башҡортостаным талантлы шәхестәргә лә бик бай. Һәр кемгә үҙ тыуған ере ҡәҙерле һәм бик яҡын. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә ғәзиз ерең үҙенә тартып тора. Хозур тәбиғәт,сылтырап аҡҡан шишмәләр, төпһөҙ зәңгәр күлдәр... Урманыбыҙ төрлө емеш -еләккә бик бай. Белеп йыйһаң, һәр үләне үҙе бер шифа. Башҡортостанда йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, урмансылыҡ, һунарсылыҡ киң үҫешкән.
Ошо байлыҡ, хозурлыҡты сит -яттарға, дошмандарға бирергә хаҡыбыҙ юҡ. Тыуған илебеҙҙе һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Бар халыҡ дуҫ, татыу булһын. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, өмөт һәм ышаныс менән йәшәйек.
Тыуған илде һаҡлау ул - һәр кемдең изге бурысы. Ә бөгөнгө минең бурысым - тырышып уҡып, тәртипле булып, киләсәктә илемдең лайыҡлы гражданы булыу. Мин үҙ илемде ныҡ яратам. Күгебеҙ аяҙ, зәңгәр булһын! Һуғыштар туҡтаһын!
Зилиә Сафина, Күсей мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Һалдатҡа хат
(Олатайым Мусин Әхмиән Тәхәүетдин улына)
Һаумы, хөрмәтле яугир олатайым! Һиңә Наҙгөл бүләсәрең хат яҙа. Мин һинең Фәғилә ҡыҙыңдың улы Йәмилдең ҡыҙы булам. Мин 2-се класта гел “5”-кә генә уҡыйым.
Олатай! Быйыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Аллаға шөкөр, күгебеҙ зәңгәр, илебеҙ тыныс, Ҡояш апай матур йылмайып нурҙарын сәсә. Мин шул тиклем бәхетлемен һәм ошондай матур тормош өсөн, олатай, һиңә рәхмәтлемен.
Ҡәҙерле олатайым, миңә һинең турала атайым һөйләй. Һин 1896 йылда тыуғанһың. 1914-1917 йылдарҙа 1-се Донъя һуғышында ла ҡатнашҡанһың. Ҡаты яраланып, ярты үксәң булмай. 1935-1943 йылдарҙа Ишбирҙе руднигының Күсей участкаһында мөдир булып, старателдәрҙән алтын ҡабул итәһең. Мәктәпкә 1-се класҡа уҡырға барыусыларға кейем һәм дә уҡыу кәрәк-яраҡтары, алтын участкаһы иҫәбенә алып биреүеңде иҫләүселәр, бәлки, барҙыр ҙа. 1942 йылда һуғышҡа алынып, 1944 йылда һәләк булғанһың. Ҡырым өлкәһенең Джанкай ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән олотайыбыҙ, тип һөйләне атайым.
Ҡәҙерле олатайым, мин киләсәктә һинең ҡәбереңә тыуған Күсейеңдең тупрағын алып барып һалырға хыялланам. Олатай, инде 75 йыл беҙҙең илебеҙҙә һуғыш юҡ, баш особоҙҙа тыныс күк йөҙө. Бының өсөн һиңә һәм дә башҡа ил һаҡсыларына бик рәхмәтлемен. Бик йәл, мин һине бер ҡасан да күрмәйәсәкмен. Беҙгә үҫергә, йәшәргә, уҡырға, яратырға мөмкинселек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, батырлығың, ҡыйыулығың өсөн ҙур рәхмәт! Күпме йылдар үтһә лә бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Ғаиләбеҙ менән барып ”Ветерандар аллеяһына” һинең иҫтәлегеңә ҡарағай ултыртып ҡайттыҡ. Ҡәҙерле олатайым, тыныс йоҡла! Мин һине онотмам!
Дауамы
Һаумы, олатай. Был хатты яҙғанға 6 йыл да булып киткән... Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланыҡ... Тыныс түгел шул доньялар, олатай... Ҡасандыр һин һуғышҡан ерҙә бөгөн ейәндәрең дошман менән көрәшә. Өс йыл инде илебеҙҙә һуғыш бара.
Атайым да һуғышта булып ҡайтты. Уның имен–һау ҡайтҡанына бик ныҡ ҡыуанам. Әсәйем: “Атайығыҙ һуғышта булғанда көндәр нисек үткәнен, ни уйлап, ниҙәр кисергәнде Хоҙай үҙе генә белә”,- ти.
Атайым һуғышта булған егеттәр, унда ҡалған иптәштәре өсөн бик ныҡ борсола. Бөгөн иптәштәренең күбеһе юҡ та инде. Улар батырҙарса һәләк булды.
Шулай, Олатай. Ҡасандыр һин һуғышҡан ерҙә бөгөн ейәндәрең алыша. Һинең бер туған ҡустың Хәкимйәндең ейәндәре Айсыуаҡ һәм Нурийән ағайҙар ҙа һуғышта ине... Нурийән ағай батырҙарса һәләк булды, 2024 йылдың июнендә тыуған яҡтарына мәңгелеккә ҡайтып ятты. Ә Айсыуаҡ ағай хәбәрһеҙ юғалғандарҙан һанала. Тиҙерәк бөтһөн инде ошо һуғыш. Яугирҙәребеҙ ғаиләләре янына тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!
Наҙгөл Зәйнуллина, Күсей мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.
Беҙҙең Башҡортостан - дуҫлыҡ иле
Һәр кем үҙенең илен яратырға тейештер. Ә минең өсөн ул -ауылым, тыуған ерем. Ә беҙ йәшәгән ерҙе һаҡлап, яҡлап тороусы һалдаттарыбыҙ барҙа, беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Беҙ уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Сөнки улар үҙҙәренең ғүмерен аямай, беҙҙең тыныслыҡ өсөн һаҡта торалар. Үҙҙәренең йәнен-тәнен аямай көрәшкән батырҙарға мәңгелек дан.
Беҙҙең бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы ла бар. Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов ул. Ул минең туғаным була. Герой тоҡомонан булыуым менән ғорурланам. Беҙҙең мәктәп тә уның исемен йөрөтә. Көн дә мәктәпкә ғорурланып атлап уҡырға барам.
Тик үлемдәр генә үкенесле шул... Махсус хәрби операцияла ауылдаш ағайҙарҙың ғүмерҙәре өҙөлдө. Ә улар шундай тырыш, аҡыллы, уңған ағайҙар ине бит. Ғаилә ҡороп матур ғына йәшәй генә башлаған инеләр... Беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, улар беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр! Саптаров Нурийән һәм Кинйәбаев Таһир ағайҙарҙың яҡты иҫтәлегенә Герой парталары булдырылды. Унда тик иң яҡшы уҡыусылар ғына ултырырға хоҡуҡлы. Беҙ уларҙың яҡты рухына тап төшөрмәй яҡшы уҡыясаҡбыҙ.
Ана шундай батырҙарыбыҙ булғанда Тыуған ил, тыуған ер һаҡланасаҡ, яҡланасаҡ. Илде һөйгәндәр генә шундай яуаплылыҡҡа бара алалыр ул. Илем, телем, ерем тип янып көйгән ир егеттәребәҙ барҙа Ватаныбыҙ йәшәйәсәк!
Асия Игибаева, Күсей мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.