

Махсус хәрби операция беҙҙең яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлығын күрһәтеп кенә ҡалманы, ә неофашистарҙың һөжүме аҫтында йәшәгән, Рәсәй иленең яңы биләмәләре менән дуҫлыҡты ла нығытты.
Райондан ойошторолған гуманитар ярҙам менән баймаҡтар Луганск яҡтарында ла йыш була. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ерҙәренә мәртәбәле ҡунаҡтар – Луганск Халыҡ Республикаһы Советы депутаты Сергей Викторович һәм уның тормош юлдашы, Петровское мәктәбе директоры Гөлназ Камил ҡыҙы килде. Уларҙы район башлығы Азамат Иҙрисов ҡаршы алды. “Беҙ уңайы сыҡҡан һайын Петровское мәктәбендә булабыҙ, ундағы балаларға ярҙам ойошторабыҙ. Мәктәптең беҙҙең легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтөүе ғорурландыра. Беҙҙең дуҫлыҡ арҙаҡлы яҡташыбыҙ Тимерйән Рәжәпов арҡылы башланғайны. Батыр яугир Луганск Республикаһы өсөн бик күп яҡшы эштәр башҡарҙы. Үкенескә ҡаршы, ул яуҙа алған яраларынан һуң вафат булды”, - тине Азамат Сәфәрғәле улы.
Гөлназ һәм Сергей Серовтар Тимерйән Рәжәповтың йыллығына ҡарата уның яҡындары менән осрашыу өсөн тыуған яҡтарына килгән. Улар батыр яугирҙең хәтере мәңге онотолмаясағын белдерҙе. “Беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡтарға ирекмәндәр штабын, “Ватанды һаҡлаусы” фондын һәм МХО ветерандары ассоциацияһын күрһәттек. Яугирҙәребеҙҙең батырлығы, тыныслыҡ өсөн башҡарылған эштәр хаҡында әңгәмәләштек. Серовтар Баймаҡ яҡтарында һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ буласаҡ. Өфөлә әүҙем эшләгән Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Тимерйән Рәжәповтың иҫтәлегенә кисә үткәрҙе. Батырҙар хәтере үлемһеҙ ул”, - тине район башлығы.
Эйе, Тимерйән Рәжәпов Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған кешеләрҙең береһе. Уның тырышлығы менән Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское мәктәбенә данлыҡлы генералыбыҙҙың исеме бирелде. 2015 йылда Донбаста аҙыҡ-түлек менән өҙөклөктәр булып, аслыҡ башланған ваҡытта республиканан он, башҡа төрлө аҙыҡ-түлек алып барып, пекарнялар астырып, күп халыҡты аслыҡтан алып ҡалғандар икән беҙҙең егеттәр. Был изге эште лә батыр яҡташыбыҙ Тимерйән Рәжәпов ойоштороп йөрөй. Гөлназ һәм Сергей Серовтың яугиребеҙҙе хәтергә алыу өсөн уның тыуған яҡтарына килеүе изгелектең ерҙә ятып ҡалмауын, батырҙың даны үлемһеҙ булыуын күрһәтә.
Гүзәл САЛИХОВА.