+18 °С
Облачно


Темәс ирекмәндәре, Темәс мәктәбенең педагогик һәм техник коллективы яҡташыбыҙ, «Буян» позывнойлы яугирҙе ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан оҙатты. Уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре әҙерләгән маскировка селтәрҙәрен алып килде һәм тантаналы оҙатыу сараһы ойошторҙо . Һәр кем күңеленән батыр «Буянға» изге теләктәр, хәйерле юл һәм, иң мөһиме, тиҙерәк имен-һау ҡайтыуын теләне. Сөнки өйҙә уны ғаиләһе көтә. Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы ышанып көтәбеҙ , яҡташ!