+15 °С
Облачно


Хәрби медик Илмир Бүләкәнов Иҫәнбәт ауылында Светлана менән Тимерғәле Бүләкәновтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала саҡтан уҡ ул кешеләргә ярҙам итергә ынтыла, шуға күрә иң изге һөнәрҙе һайлап, Сибай медицина колледжын тамамлай. Ватан һағын Росгвардияла үтә. Өйгә ҡайтҡас, Сибайҙың ковид-госпиталендә эшләй, иң ауыр осорҙа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара.
Илмир фронтта махсус хәрби операция башланғандан алып. Бөгөн яҡташыбыҙ яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеп, үҙ бурысына тоғро ҡала. Был яуаплы эш һөнәри оҫталыҡты ла, ҙур физик сыҙамлыҡты ла талап итә. Илмир, һиңә батырлығың һәм ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн рәхмәт! Шундай шәп ул үҫтергән атай-әсәй алдында баш эйәбеҙ.