+20 °С
Облачно


Ишей ауылының батыр егете махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтты. "Оскар" позывнойлы яугир ауылдаштары менән осрашты. Яугир мәктәп уҡыусылары менән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һалдат тормошо тураһында һорауҙар бирҙе. "Оскар" бөтә һорауҙарға тулы яуап бирҙе. Уҡыусылар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тупланы. Яугир ауылдаштарының һәм йәмғиәттең рухи ,матди ярҙам күрһәтеүе ,һалдаттар өсөн мөһим булыуын әйтте.Осрашыу аҙағында уҡыусылар һалдат менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Илебеҙ тынысланһын, яугиргә Еңеү менән имен- һау тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булһын ,Аллаһ бирһә! Йәш быуынға тыуған илгә һөйөү, батырлыҡ, патриотизм маҡсат итеп алынды. Беҙ тыныслыҡ яҡлы!