

Буранбай мәктәбендә "Герой партаһы" асылды. Был парта ошо мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙәр:Йомағолов Рәмил Фәнил улы, Ҡормашев Рәмзил Сәйфулла улы иҫтәлегенә арналды. Герой партаһында батырҙарҙың фотоһүрәте ҡуйылған, уның биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Был парталар артына мәктәптең иң тырыш, иң һәләтле һәм әүҙем уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы.
Сарала Геройҙарҙың әсәләре,туғандары, ауыл хәкимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, Таулыҡай мәктәбе директоры Рифат Рәшит улы, уҡытыусылар,уҡыусылар һәм ауылдаштар ҡатнашты.Ҡәйүм Рәжәп улы, Рифат Рәшит улы аяҙ күк йөҙөбөҙ өсөн үҙ йәнен йәлләмәгән егеттәрҙең әсәләренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, ә уҡытыусылары, тыуғандары Ҡояш Әғзәм ҡыҙы, Зәкирә, Нәзилә Ҡәһәрмән ҡыҙҙарының яугир егеттәр тураһындағы иҫтәлектәрен тыңлағанда күҙҙәргә йәш тулды... Зөбәйер Зекериә улы һалдаттарыбыҙ рухына аят бағышланы.
Эйе , Тыуған ил үҙенең батырҙарын онотмай. Ҡормашев Рәмзил, Йомағолов Рәмил, Кильдин Салауат кеүек ил һағында, күптәр бәхете өсөн балҡып, атылып һүнгән йондоҙ ғүмерле ир-егеттәр яҙмышы беҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Беҙ был тарихи көндө бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошо һалдаттарыбыҙ илебеҙ именлеге өсөн баш һалған!!! Мең рәхмәт һеҙгә, мең рәхмәт, батыр һаҡлаусыларыбыҙ! Мең рәхмәт герой тәрбиәләүсе әсәйҙәр!
Ватанын ул данлап, йәнен биргән,
Тоғро ҡалып тыуған иленә.
Шаһит булып, рухи данын һипкән
Үҙ төйәге- изге еренә.
Беҙҙең батырҙарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлек быуаттан- быуатҡа нығынһын, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен.Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан булһын!
Сара сәй табынында дауам итте.
Ошо сараны ойоштороусыларға Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙына, сәй табыны әҙерләгән Рәзилә Салауат ҡыҙына, Гөлдәр Рәжәп ҡыҙына Мәүлидә Ибраһим ҡыҙына ҙур рәхмәттәр!
Аллаһы тәғәлә яугирҙәрҙең әсәләренә сабырлыҡтар бирһен! Һәр икебеҙ һау булайыҡ, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡтар килһен.
Зәкиә ҒӘЙЕТБАЕВА.